Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Июль 2019, 13:53

“Һәр яңы эштә уңышҡа өлгәшеүҙең иң тәүге сере – Башта күңелеңде һил, тыныс торошҡа көйләү...”

Кеше ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ниндәй генә үрҙәр яулаһа ла, иң тәү сиратта, тыуған еренең ҡыҙы йәки улы булып ҡала. Матур-матур эштәре менән изге Күгәрсен ерен данлаған шәхестәребеҙ байтаҡ: районыбыҙҙы танытыу өсөн уларҙың барыһын да һанап тормайынса, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева менән республикабыҙҙың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың исемен телгә алыу ғына ла етә. Шуныһы ҡыуандыра – йәшерәк быуын вәкилдәре араһында ла апай-ағайҙарының юлын лайыҡлы дауам итеүселәр һәм үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте менән тыуған еребеҙҙең мәртәбәһен арттырыусылар бар. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында бына инде ике тиҫтә йыллап тел, милләт өсөн янып эшләгән һәм күптән түгел Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған Гөлназ Ишемғолованы ла ҡыйыу рәүештә шундайҙар рәтенә индерергә була.

Кеше ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ниндәй генә үрҙәр яулаһа ла, иң тәү сиратта, тыуған еренең ҡыҙы йәки улы булып ҡала. Матур-матур эштәре менән изге Күгәрсен ерен данлаған шәхестәребеҙ байтаҡ: районыбыҙҙы танытыу өсөн уларҙың барыһын да һанап тормайынса, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева менән республикабыҙҙың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың исемен телгә алыу ғына ла етә. Шуныһы ҡыуандыра – йәшерәк быуын вәкилдәре араһында ла апай-ағайҙарының юлын лайыҡлы дауам итеүселәр һәм үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте менән тыуған еребеҙҙең мәртәбәһен арттырыусылар бар. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында бына инде ике тиҫтә йыллап тел, милләт өсөн янып эшләгән һәм күптән түгел Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған Гөлназ Ишемғолованы ла ҡыйыу рәүештә шундайҙар рәтенә индерергә була.

Башҡортостан Юлдаш Телевидениеһының “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы редакторы - зәңгәр экрандар аша йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүгә ҙур көс һалған Гөлназ Рафаэль ҡыҙы Теләүембәт ауылында тыуып үҫкән. Уның әүҙемлеге, яҙышыуға булған һәләте Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатында уҡыған йылдарында уҡ асыҡ күренә. Шуға бөтә фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшһә лә, урта мәктәпте тамамлағас Башҡорт дәүләт университетының нәҡ башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын һайлауы берәүҙе лә ғәжәпләндермәй.

1998 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһының буҫағаһын ашатлап үтеп, хеҙмәт юлын башлаған йәш белгес ғүмеренең иң матур йылдарын телевидениеға арнармын һәм тиҫтә-тиҫтә йылдар ошо һуҡмаҡтарҙы тапармын, тип, бәлки, башына ла индермәгәндер. Әммә журналистика шундай мауыҡтырғыс һөнәр – үҙенә бер һурып алды икән, унан еңел генә ситкә тайпылыу икеле... Гөлназ да һәр көн яңы асыштарға бай ижад донъяһына сумғанын һиҙмәй ҙә ҡала.

Кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән “Сәңгелдәк” программаһында редактор, сценарий яҙыусы һәм алып барыусы булып эшләй башлаған саҡтарын һағынып иҫкә ала ул. Үҙҙәрен типә-тиң күреп аралашҡан, нескә генә күңелдәренә юл тапҡан, һәләттәрен күреп, йөрәктәренә осҡон һалған апайҙарын балалар ҙа яҡын күрә. Был малай-ҡыҙҙарҙың араһынан хәҙер инде исемдәре республикаға билдәле һәләтле йәштәр үҫеп сыға... Әйткәндәй, Гөлназ “Сәңгелдәк”тәге эшен һаман да дауам итә һәм хәҙер инде нисәнсе быуын малай-ҡыҙҙарҙың һәләттәрен асыуға ҙур өлөш индерә!

Йәнә бер ҡатмарлы проект – “Сулпылар” программаһында эшләгән сағында ла күпме балаға осар ҡанаттарын нығытырға ярҙам итә яҡташыбыҙ!

Уйын формаһында алып барылған һәм балаларҙың зиһененен үҫтереүҙе, уларға өндәрҙе, хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтергә, фекерләргә өйрәтеүҙе, мәктәпкә әҙерләргә ярҙам итеүҙе маҡсат итеп алған “ӘЮЯ ҡаласығы” тапшырыуы ла уның һөнәри оҫталығын сағылдыра. Үҙе сценарий яҙған, алып барған һәм мөхәррирләгән был программа өсөн Гөлназ Рафаэль ҡыҙына тәрбиәселәр һәм тел уҡытыусылары гәзит-журналдар аша рәхмәт һүҙҙәрен яуҙыра, БР Мәғариф министрлығы иһә Маҡтау грамотаһы тапшыра.

Ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ир-егеттәр ҙә яратып ҡараған, тәрбиә, әхлаҡ темаһын яҡтыртҡан “Бәхетнамә” тапшырыуын тура эфирҙа алып барырға ла, телеканалда йыл һайын уҙғарылған концерттарҙың сценарийын яҙырға һәм мөхәррирләргә лә насип була уға.

Ысын ижадсы һәр ваҡыт үҫеш юлында булырға, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылырға тейеш. Был сифат яҡташыбыҙға ла хас: өлгәшелгәндәр менән генә тынысланып ҡалмай ул, уй-ниәттәрен тормошҡа ашырыу менән дәртләнеп икенсе маҡсатҡа тотона. Шундай хеҙмәт емештәренең береһе – проект авторы Айгөл Малбаева менән берлектә эшләгән “Һорау+Яуап=Портрет” программаһы. Редактор булараҡ та, сценарий авторы булараҡ та, был тапшырыуға ла күп көс һала, геройҙарының булмышын асыуға ҙур иғтибар бүлә. Шуныһын да билдәләү фарыз: уларҙың был проекты 2016 йылда БЮТ каналында “Башҡорт телендәге иң яҡшы миҙгел проекты” булып таныла.

Ғөмүмән, аҙаҡҡы йылдар айырыуса уңышлы була яҡташыбыҙ өсөн, яңынан-яңы ижад емештәре донъя күрә, 2016, 2017, 2018 йылдарҙа “Тамыр” телеканалында ҙур күләмдә иң яҡшы программалар сығарған өсөн “Йылдың иң яҡшы редакторы” дипломдары менән бүләкләнә.

Бынан тыш, 2017 йылда Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен өлгөлө белеү конкурсында еңеп, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы дипломына, ошо уҡ йылда матбуғат өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн агентлыҡтың Маҡтау грамотаһына лайыҡ була.

Яңыраҡ зәңгәр экрандарға сыҡҡан "Башҡорт Алфавиты" проекты ла мауыҡтырғыс булыуы менән хайран ҡалдыра. Уның режиссеры Ләйсән Солтанғолова, ҡораусыһы Дамир Сәлимов булһа, мөхәррире һәм сценарий авторы - Гөлназ Ишемғолова. Был алфавит ябай түгел, һәр хәреф тотош бер тарихты аса. Ошо хәрефтәр аша Башҡортостаныбыҙҙың мәҙәниәте, аҫыл шәхестәре, данлы үткәне тураһында бәйән ителә.

Егәрленең ҡулы етәү, тигәндәй, уңғанлығы менән күптәрҙе хайран ҡалдырған Гөлназ радиола ла эшләргә –кескәйҙәр өсөн алып барылған “Иләү” программаһына сценарий яҙырға ла өлгөрә. Бынан тыш, уның радиола эшләгән тапшырыуҙары – “Моңасҡыс”, “Аҡ елкән”, “Көнбағыш”.

Шулай уҡ бишенсе йыл рәттән “Тамыр”балалар-үҫмерҙәр телеканалы концерттарының, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө, Республика байрамы, “Һөт иле” фестивале уңайынан “Тамыр” үткәргән концерттарҙың да сценарий авторы һәм мөхәррире була ул. Яңыраҡ иһә, редакторы оҙайлы ялға китеү сәбәпле, “Әлләсе” тапшырыуын да һис икеләнмәй үҙ иңенә алған.

- Нимәгә тотонһам да, барыһын да яратып, күңел биреп башҡарам. Тапшырыуҙарҙың һәр береһе үҙенсәлекле, күңелемә ауаздаш, - ти ул нисек өлгөрөүенә аптырауыбыҙға яуап итеп. – Яратҡан эш - йөрәккә ял, шуға ла арыу-талыу белмәйемдер, эшкә сумһам, бар донъямды онотам.

Аңлашылып тора: әгәр ҙә Гөлназ туған теленең бар нескәлектәрен төптән белмәһә, шундай ҙур эштәр атҡарып сыға ла алмаҫ ине. Әсә телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә төп эшенән тыш та ҙур өлөш индерә ул: социаль селтәрҙәрҙә төркөмдәр алып бара, башҡорт Википедияһы менән хеҙмәттәшлек итә, гәзиттәргә мәҡәләләр яҙа.

Барыһына ла мәғлүм: гүзәл заттың бер ҡанаты – яратҡан эш булһа, икенсе ҡанаты – ғаилә. Был яҡлап та бәхетле Гөлназ: үҙебеҙҙең район егете Авзал Әлфир улы менән ғаилә ҡороуҙарына 19 йыл да булып киткән. Ошо йылдар эсендә бер-береһе өсөн йән атҡан пар утты-һыуҙы бергә кисергә өлгөргән, бер-береһен ярты һүҙҙән, бер ҡараштан аңларға өйрәнгән, ике ул үҫтергән – хәҙер инде Арыҫлан Башҡорт иҡтисад-юридик колледжының “Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге” факультетында юрист һөнәренә уҡый, Нурсолтан иһә быйыл Өфө авиация техникумының "Машиналар эшләү технологияһы " факультетына уҡырға ингән.

- Нисек барыһына ла өлгөрәһең?!

Гөлназ менән яҡындан аралашҡандар ҙа, уның интернеттағы сәхифәһен күҙәтеп барғандар ҙа йыш бирә бындай һорауҙы. Ысынлап та, тынғыһыҙ эшенән тыш та яратҡан шөғөлдәре байтаҡ уның. Мәҫәлән, сәскәләр үҫтереү, емеш-еләк йыйыу һәм ашарға бешереү. Һуңғыһы күңеленә айырыуса яҡын, уны хатта мауығыу тип кенә лә әйтеп булмайҙыр... “Бәйләнештә” сайтындағы “Мөхәббәтле миҙгел” сәхифәһенә үҙе бешергән тәмлекәстәрҙең рецепттарын, фотоһүрәттәрен ҡуйып барған өлгөр затҡа респбулика ҡатын-ҡыҙҙары айырым китап сығарырға тәҡдим итә. Был уй уның үҙенә лә оҡшап ҡала һәм һөҙөмтәлә “Әсәй, берәй тәмлекәс бешер әле!” тигән сағыу китап донъя күрә.

Яуаплы хеҙмәткәр, талапсан етәксе, һоҡланғыс ҡатын, хәстәрлекле әсә... Гөлдәй наҙлы, ихлас, алсаҡ күңелле Гөлназдың күп ҡырлы булмышын билдәләүсе был вазифаларға йәнә берәүһе ҡушыла: ата-әсәһенең, тыуған еренең һөйөклө, эшһөйәр ҡыҙы ул!

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Фото – ғаилә архивынан.
Читайте нас: