Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Июль 2019, 14:08

Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер

Күпте күргән, күпте кисергән тыуған еребеҙҙең һәр бер урыны тарих һаҡлай. Һәр бер ташы, һәр бер йөҙйәшәр ағасы, һәр бер тауы тураһында легендалар телдән телгә күсеп беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Ә уларҙы киләсәк быуынға тапшырыу – беҙҙең бурыс. 20 июлдә Моҡас ауылында “Бер күрешер өсөн ҡайттыҡ беҙ” тип исемләнгән байрам тап ошоно күҙ уныңда тотоп ойошторолдо ла инде.

Күпте күргән, күпте кисергән тыуған еребеҙҙең һәр бер урыны тарих һаҡлай. Һәр бер ташы, һәр бер йөҙйәшәр ағасы, һәр бер тауы тураһында легендалар телдән телгә күсеп беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Ә уларҙы киләсәк быуынға тапшырыу – беҙҙең бурыс. 20 июлдә Моҡас ауылында “Бер күрешер өсөн ҡайттыҡ беҙ” тип исемләнгән байрам тап ошоно күҙ уныңда тотоп ойошторолдо ла инде.

Оло Эйек һыуында ҡойоноп, ауылыбыҙҙың изге тупрағынан көс-ғәйрәт туплап үҫкән, яҙмыш ҡушыуы буйынса илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә таралышҡан Моҡас ауылы балалары был көндө һағынышып осрашыуға ҡайтты. Әлбиттә, беҙҙең халыҡта ҡунаҡҡа кеше буш ҡул менән йөрөмәй, тигән тапҡыр һүҙҙәр бар. Алдан һөйләшеп ҡуйылғанса, ҡунаҡтар 19 июль иртән иртүк ауыл зыяраты янында осрашты. Ҡатын-ҡыҙҙар аяттар уҡып, мәрхүмдәрҙең рухына доғалар ҡылып, ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтерҙе. Ә ир-егеттәр исеме легендаларҙа һаҡланған ҡаҙаҡ ҡыҙы әүлиә ҡәберендә, ауылыбыҙҙың маяғы булып тау итәгендә үҫеп ултырған ҡарағайҙы кәртәләнеләр. Бейекташ тауы артынан урғылып ятҡан, сыҡҡан урыны инде һаҙлыҡҡа әүерелеп барған Һарайса шишмәһенә артабан ағыр өсөн юл ярҙылар, таҙарттылар.

20 июлдә осрашыу ауыл клубында дауам итте. Ҡунаҡтарҙың бер төркөмө ҡасандыр халыҡ араһында популяр булған, киң таралған халыҡ йыры “Күбәләк”те гармунға ҡушылып йырлап залға килеп инде, байрам күңелле итеп башланып китте. Был сара ауылдаштар ойошторған ябай концерт ҡына булманы, ә ауыл йәштәре, ҡунаҡтар тарафынан башҡарылған йырҙар менән үрелеп, дәртле бейеүҙәр, гармун моңдары менән биҙәлеп барған тарих дәресе булды тип әйтергә лә була.Рәйлә Фәхретдинова (Рәхимова) үҙенең ҡыҙы Ританың архив материалдарын өйрәнеп төҙөгән ауылыбыҙ тарихы менән таныштырҙы. Моҡастың уңған килене Гөлназ Әбдрәхимова өлкән йәштәгеләрҙән яҙып алып ҡалған легендаларҙың, ер-һыу атамаларының тарихын ишеттерҙе.

Һәләк булғандарҙы, баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙе иҫкә алып, ауылыбыҙҙың бөгөнгөһө, киләсәге тураһында фекер алыштыҡ, ололар йәштәргә үҙ кәңәштәрен бирҙе, тәҡдимдәрен еткерҙе, сараны ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтте. Йәштәребеҙҙең дә көнүҙәк мәсьәләләргә битараф булмауын ишетеүе ҡыуаныслы булһа, ауылдаштарыбыҙҙың сит яҡтарҙа йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй тырышып эшләп, матур, уңған балалар үҫтереп, гөрләтеп йәшәүҙәрен күреү беҙҙе бик һөйөндөрҙө.

Байрамдың был өлөшө Аҙнабай Бәҙәмшин ижад иткән, ауылыбыҙҙың гимнына әйләнгән “Эйек буйы” йырын авторҙың үҙенә ҡушылып, күмәкләп башҡарыу менән тамамланды. Ә кисәне Гөлкәй Исмәғилева (Муллабаева) оҫта итеп алып барҙы, сығыштар, йыр-моңдар Гөлкәй апайҙың ауылыбыҙға, Оло Эйеккә, тауҙарыбыҙға ҡарата оло һөйөү хисе менән һуғарылған шиғырҙары менән аралашып торҙо.

Төштән һуң байрам Оло Эйек буйында дауам итте, бында төрлө уйындар уйнаныҡ, күмәкләшеп ял иттек, хәтирәләр менән уртаҡлаштыҡ. Ниндәй байрам киске уйындарһыҙ үтһен инде! Ә кисен клубта ауылдаштарҙы ретро дискотека көтә ине.

Ҡайтҡан ҡунаҡтар йәйге мәшәҡәттәрҙең, бесән әҙерләүҙең иң ҡыҙған мәле булыуға ҡарамаҫтан йылы ҡабул иткәндәре өсөн ауылда йәшәүселәргә, Эйек буйында һәр береһен тәмле балыҡ һурпаһы менән һыйлаусы Сабит Мәсәғүтовҡа, Исем ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Шамил Яппаровҡа, ауыл Советы депутаты Шамил Әбдрәхимовҡа һәм ауылдың башҡа егеттәренә күрһәткән ярҙамдары өсөн йылы һүҙҙәр әйтһә, ауылдыҡылар ситтән ҡайтып күңелле, рухлы байрам ойоштороусыларға, зыяратты төҙөкләндереүгә аҡсалата ярҙам күрһәтеүселәргә, ауылдаштарыбыҙҙы бергә туплап тороусы әүҙем егеттәрҙең береһе Дамир Бәҙәмшинға үҙ рәхмәттәрен еткерҙе.

Тыуған ауылыбыҙҙы төҙөкләндереүгә әҙ генә булһа ла үҙ өлөшөбөҙҙө индереп, ҡәрсәй-ҡартайҙарҙан, өләсәй-олатайҙарҙан аманат итеп тапшырылған ауыл тарихын, легендаларын йәш быуындарға, ауылыбыҙҙың киләсәген булдырып йәшәп ятҡан килендәребеҙгә тапшырырға тигән изге уйҙарҙа, бер күрешер өсөн ҡунаҡҡа ҡайтҡан ауылдаштарыбыҙға хәйерле юлдар теләп, ошо күркәм байрамды матур традицияға әйләндерәйек тигән ниәттә хушлаштыҡ.

Гөлназ МУЛЛАБАЕВА, Моҡас ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы.





Читайте нас: