Мораҙым
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Июль 2019, 11:06

Уңғандарҙың юлдары уң булһын

Түбәнге Һаҙ ауылында йәшәүсе Наилә Искәндәрованың крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштороуға тиҫтә йыл үтеп киткән. Хужалыҡтың төп эшмәкәрлеге – эре мал үрсетеү һәм һөт етештереү.

Түбәнге Һаҙ ауылында йәшәүсе Наилә Искәндәрованың крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштороуға тиҫтә йыл үтеп киткән. Хужалыҡтың төп эшмәкәрлеге – эре мал үрсетеү һәм һөт етештереү.

Ҡарап тороуға ҡаҡса ғына ҡатын-ҡыҙ фермер ғына түгел, ә тормош иптәше менән биш ул тәрбиәләп үҫтереүсе герой-әсә лә. “Әсәлек даны” миҙалын уға Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров үҙе тапшырған. Искәндәровтарҙың балалары буш ваҡыттарында ата-әсәһенә бөтә яҡлап ярҙам итә, кәрәк икән малын да ҡарай, кәрәк икән тракторға ултырып баҫыуҙа ла эшләй. Өлкәндәре Юлай уҡыуын тамамлап, ғаилә эшен дауам итә. Унан башҡа хужалыҡта тағы өс кеше эшләй.

- Дәүләт ярҙам итмәһә, бөтәһен дә үҙебеҙ генә йырып сыға алмаҫ инек, -ти Наилә Фәиз ҡыҙы. – Аяҡҡа баҫҡан саҡта тәүге субсидияны алдыҡ, бына яңыраҡ ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереүгә грант алыуға документтарҙы тапшырҙыҡ. Конкурсты уңышлы үттек, әле документтар рәсмиләштереү менән шөғөлләнәбеҙ. Кәрәкле документтарҙы туплауҙа ауыл хужалығы бүлеге белгестәре ярҙам итә. Алған аҡсаға 200 һауын һыйырға яңы ферма төҙөргә иҫәп тотабыҙ. Был яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Әлеге ваҡытта беҙҙең хужалыҡта 115 баш эре мал иҫәпләнә, уларҙың 61-һе һауын һыйырҙар. Һөрөнтө ерҙәребеҙ – 300 гектар, кукуруз, бойҙай сәсәбеҙ, силос, фураж әҙерләйбеҙ, халыҡҡа ит, иген һатабыҙ. “К-700” тракторын алырға иҫәп бар ине, ләкин ул булманы. Лизингҡа “Финляндияла сығарылған “Валтра” тракторын алдыҡ, ул беҙҙекеләргә ҡарағанда күпкә көслөрәк, - тип үҙ пландары менән уртаҡлашты эшҡыуар.

Киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап, тырышып эшләгән уңғандарҙың юлдары гел уң булһын!
Читайте нас: