- Быйыл йүкә матур сәскә атты, тимәк, йүкә балы йыйыла. Үкенескә күрә, был хәл йыл һайын ҡабатланмай, - ти Мораҡ ауылының “Ҡырағай бал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Руслан Ғүмәров.
Әҙер продукцияһын Мәскәү, Екатеринбург, Сочи һ.б. ҡалаларҙа осратып булған компания 2003 йылдан алып йәшәп килә. Уларҙың “һандығында” – Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләр дипломдары.
- 2018 йылда балды эшкәртеү һәм фасовкалау хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса кооператив төҙөлдө. Беҙҙең предприятиенан тыш, уның пайсылары иҫәбенә 12 шәхси ярҙамсы хужалыҡ инә. Мәҫәлән, уҙған яҙ кооперативҡа ингәндән һуң күп умартасылар кремға әйләндереү һөҙөмтәһендә үҙҙәренең татлы аҙыҡ запасын һата алды. Бал ғәҙәттә ҡомоға, ул ҡомоҡмаһын өсөн бутап тороу процедураһы кәрәк, былай иткәндә бал ике йыл буйы үҙенең һығылмалылығын юғалтай. Шулай уҡ киптереү ҙә башҡарыла. Мәҫәлән, йүкәнеке килгәндә, дымы бик күп (25 процент тирәһе). ГОСТ талаптарына тап килһен (әсемәһен) өсөн 21 процент булырға тейеш. Беҙ механик юл менән дымлылыҡты тағы ла түбәнерәк – 16 процентҡа төшөрәбеҙ, был сифатын һәм тәмен арттыра.
БР Хөкүмәте һәм Ауыл хужалығы министрлығы ҡабул иткән 2018-2022 йылдарҙа умартасылыҡты үҫтереү программаһы ярҙамында балды сит илгә сығарыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Ғәҙәттә бал 20 тонналыҡ тартмалар менән ҡабул ителә һәм сифаты ныҡ тикшерелә. Ошо сәбәпле, беҙҙең кооператив продукцияның барлыҡ партиялары өсөн дә тулы лаборатор тикшереүе бер төрлө булһын өсөн яңы кремлаштырыу ҡорамалы һатып алырға уйлай.
Руслан Рәҡит улын химик утауға бәйле ҡорттар үлеүенә лә борсолоу белдерҙе:
- Мәғлүм булыуынса, Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында ҡорттарҙың һәләк булыуына сәбәпсе булған препарат рапс культураһын эшкәртеү өсөн ҡулланылған. Ҡорттар үлеүенән тыш, тәбиғәткә, тотош экосистемаға ғәйәт ҙур зыян килтерелгән. Ҡоштар менән ҡырмыҫҡалар ҙа үлә. Бал ҡорттары булмай икән, тимәк, ауыл хужалығы культуралары ла һеркәләнмәй.
Күгәрсен районы күп төрлө үләндәргә бай. Ауыл хужалығында эшләүселәргә мөрәжәғәт итеп, йылҡы борсағы (эспарцет), ҡандала үләне (донник) кеүек баллы үләндәр сәсеүен һорар инек. Йүкә урмандарын да һаҡларға кәрәк.
Әңгәмәсебеҙ йылдың матур килеүе айҡанлы умартасыларҙы ҡотланы, шулай уҡ район умартасылары союзы рәйесе Алексей Самойловтың эшен ыңғай баһаланы.