Мал ҡышлатыу осороноң нисек үтеүе, ғәҙәттә, әҙерләнгән мал аҙығының күләменә, сифатына бәйләнгән. «Иртөбәк агрофирмаһы» йәмғиәтендә лә мал аҙығы мул булһын өсөн ҡыҙыу осорҙа эшсәндәр ҙур тырышлыҡ менән эшләйҙәр. Хужалыҡта механизатор, комбайнсы булып тиҫтә йылдан ашыу эшләүсе Илһам Аткиндың да дөйөм эшкә индергән өлөшө ҙур. Алдынғы тракторсы мал аҙығы әҙерләү мәлендә үҙенең «тимер аты» менән йәй буйына бесән пресслауҙа йөрөй.
Әйткәндәй, Ялсы ауыл биләмәһенең Түләбай ауылында тыуып үҫкән егет бар ғүмерен тыуған яғына, ер эшенә арнаған кеше. Мәктәпте тамамлағандан һуң, барса ауыл егеттәре кеүек Мораҡтағы һөнәрселек училищеһында тракторсыға уҡып сыға. Ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтыу менән ул мәлдә “Сеятель” колхозына эшкә урынлашып, хеҙмәт юлын башлай. Йәш булыуға ҡарамаҫтан, егет һынатмай, ең һыҙғанып эшкә тотона. Тиҙҙән үҙ ауылы һылыуы Фәриҙә менән ғаилә ҡороп, тыуған ауылында төпләнә.
Ул мәлдән алып бер нисә тиҫтә йылға яҡын ғүмер үтһә лә, Илһам атлы ир-егет бөгөн дә һөнәренә тоғро ҡала килә. Бөгөн ул «Иртөбәк агрофирмаһы» йәмғиәтенең алдынғы механизаторҙарының береһе. Тормош иптәше Фәриҙә һөнәре буйынса ашнаҡсы, йәмғиәт ашханаһында эшләй. Аткиндар Флорида исемле һылыу ҡыҙға ғүмер биргәндәр, ҡыҙҙары ла үҙҙәренә оҡшап тырыш, быйыл Мәләүез күп профилле һөнәрселек колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлаған.