Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Июль 2019, 11:13

Атай юлын дауам итеп

Районда ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла ҙур роль уйнай. 80-дән артыҡ крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Уларҙың иҫәбендә 24161 гектар һөрөнтө ерҙәр бар, был райондың ауыл хужалығы ерҙәренең өстән бер өлөшө тигән һүҙ. Николай Криваткин, Владимир Агеев, Хөсәйен Ибраһимов, Илдус Сәлихов, Сергей Тужилкин, Юнир Искәндәров, Юлай Вафин, Илдус Ғәзиев, Сергей Иванов, Сергей Толмачев, Рәмил Юдаевтар был өлкәлә оҙаҡ йылдар һәм тотороҡло эшләйҙәр. Йәш фермерҙар Игорь Казарин менән Дмитрий Агеевтар ҙа уларҙан бер ҙә ҡалышмай.

Дмитрий Агеев ер эшенә 2012 йылда тотона. Уға 1574 гектар ер бирелә, атаһы ул ваҡыттарҙа 320 гектарҙа сәсә. Бергәләп эшләйҙәр. “Т-150”, “ХТЗ”, “МТЗ”-ның төрлө модификацияларын, “Акрос-550”, “Полесье”, “Енисей” комбайндарын, ике “МАЗ”, тағылма һатып алалар. Былтыр уларҙың техника паркы 400 ат көсө булған “Бюллер Верстайл 2375” яңы автомобиле, “Агратор” сәсеү комплексы менән тулылана. Орлоҡ, яғыулыҡ, ашлама, техника һәм башҡаларҙы алыуға дәүләт тә үҙ ярҙамын күрһәткән.

Былтыр Агеевтар башҡа төр культуралар менән бергә аҡ гәрсис тә ултыртҡан һәм уны Германияның үҙенә үк һатҡан. Ә быйылғы яҙ 130 гектарҙа соя һәм 150 гектарҙа тары сәскән.

Киләсәктә улар юғары маржиналле культуралар үҫтереү буйынса орлоҡсолоҡ хужалығы булдырырға уйлай.

Агеевтарҙың ғаиләһендә ике ул үҫә, яҡын киләсәктә улар ҙа ҡартаһы, атаһы юлын дауам итер, тигән ышаныс бар.
Читайте нас: