Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Июль 2019, 11:09

Йәшнәр кәрәк йәш ваҡытта

Йәшнәр кәрәк йәш ваҡытта Йәштәр араһында ла татыулыҡтары, бер-береһен хөрмәт итеүҙәре, ҡәҙерләүҙәре менән тиңдәштәренә үрнәк булырҙай ғаилә парҙары бар. Шундай матур, күркәм ғаиләнең береһе – Ләйсән Миңлеғәлим ҡыҙы менән Фәнил Зәғәфуран улы Нуримановтар.

Йәштәр араһында ла татыулыҡтары, бер-береһен хөрмәт итеүҙәре, ҡәҙерләүҙәре менән тиңдәштәренә үрнәк булырҙай ғаилә парҙары бар. Шундай матур, күркәм ғаиләнең береһе – Ләйсән Миңлеғәлим ҡыҙы менән Фәнил Зәғәфуран улы Нуримановтар.

Сәстәрен-сәскә бәйләүгә әллә күпме ваҡыт та үтмәгән, өйләнешеүҙәре яңы ғына һымаҡ ине. Ошо арала ике балаға атай-әсәй булып, уларҙы бәләкәйҙән кешелекле, кеселекле итеп үҫтереүгә ҙур көс һалалар.

Ҡалдар ауылында тыуып үҫкән Ләйсәнде гәзит уҡыусылар уның студент саҡтарынан беләлер. БДУ-ның журналистика факультетында уҡыған йылдарҙа уҡ ул “Мораҙым”ға ла әүҙем яҙышып торҙо.

Тормош иптәше Фәнил – Бикбулаттан. Йыр-моңға маһир Нуримановтар нәҫеленән. Йәштәр дуҫтарының туйында таныша. Ул ваҡытта Фәнил БДУ-ның тарих факультетында белем алып йөрөгән була. Һылыу ҙа, үткер ҙә, һәләтле лә ҡыҙыҡайҙы тәү күргәндә үк оҡшата. Ләйсән дә уны үҙ итә.

- Әхирәтемдең туйынан һуң осрашып, дуҫлаша башланыҡ. Үҙебеҙҙең яҡтыҡы ла булғас, насар кеше түгелдер, тинем. Йыл ярым тирәһе йөрөгәс, өйләнешергә тәҡдим итте. Һөйөү хистәре йөрәктә күптән яралған ине инде, шуға хатта уйлап та торманым, уҡып бөтмәгән булһам да, ризалаштым. Шулай итеп бына хәҙер бергә йәшәүебеҙгә 13 йыл булып киткән. Ике балабыҙ бар. Ҙуры ҡыҙыҡай, Наҙгөл, улыбыҙға ла Искәндәр тип саф башҡорт исемен ҡуштыҡ. Әйткәндәй, Наҙгөлөбөҙ һуңғы курстарҙа уҡығанда донъяға килде. Диплом эшен бергәләшеп яҡланыҡ. Деканыбыҙ Марат Вәли улы Зәйнуллин мәрхүм уны аспиранткабыҙ тип шаяртҡан булыр ине.

Наҙгөл, ҡыҙыҡай булараҡ, миңә өй эштәрендә ярҙам итә, Искәндәр атаһы янынан китмәй. Ҡала балаларын эшкә өйрәтеүе ауыр түгелме тип тә һораған булалар. Юҡ, бер ауырлығы ла юҡ. Йорт һалып ятабыҙ, ял көндәрендә шунда иркенлектә мәж киләбеҙ, - ти Ләйсән.

Һөнәре буйынса журналист булһа ла, хәҙерге эше ҡатын-ҡыҙ матурлығына бәйле уның.

Ләйсән диплом алғас, Фәнилгә Стәрлетамаҡ ҡалаһында эш тәҡдим итәләр, ул тарих факультетында уҡыта башлай. Икеһе лә аспирантурала уҡып сыға, Ләйсән иһә университет нәшриәтендә эш башлай.

- Эшем ныҡ оҡшай ине, мөхәррирлек эшен башҡарҙым, китаптарҙың электрон варианттарын да версткаланым.

Тик балаларға, ғаиләгә ваҡыт ҡалмай. Уларҙы төрлө түңәрәктәргә лә йөрөткө килә, ә эштән бушап булмай. Шунан уйланым-уйланым да, китергә булдым. Һәм, әйтергә кәрәк, бер ҙә үкенмәйем.

Аҙаҡ яһалма тырнаҡ эшләү серҙәренә уҡып алдым, дизайнын өйрәндем. Туғандар, апайҙар, таныш-тоноштар, әхирәттәрем – барыһы ла миңә килә торғайнылар, башкөлләй ошо матурлыҡ тыуҙырыу эшенә сумдым һәм уның аҡсаһы төп эш хаҡынан әллә күпмегә яҡшыраҡ икәнен тойоп, белеп алғас, нәшриәттән киттем. Әлеге көндә әхирәтем икенсе яҡҡа йәшәргә киткәс, уның салонын ҡуртымға алып ҡалдым, үҙебеҙҙең парикмахерҙар, тырнаҡ эшләү оҫтаһы ла бар. Был эш миңә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ ныҡ оҡшай, төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә, семинарҙарҙа ла ҡатнашабыҙ, - ти әңгәмәсем.

Фәнилдең эше иһә шул уҡытыуға бәйле. Әле ул 11 класс белеме булмаған 30 йәшкә тиклемге төрмәлә ултырған кешеләргә белем бирә.

- Ә журналистикаға кире ҡайтасаҡһыңмы? Ни тиһәң дә, бала саҡтан хыялланып килгәнһең... – тип һораған булам үҙем шул өлкәлә эшләгәс.

- Әйтә алмайым, тормош үҙе күрһәтер. Әлегә миңә ошо эшем оҡшай һәм күпкә килемлерәк. Ғөмүмән алғанда, кешенең һөнәре мауығыуы менән дә бәйле булырға тейештер тип иҫәпләйем. Шул саҡта ғына эшкә атлығып торасаҡһың.

- Ә ғаилә һинең өсөн нимә?

- Әлбиттә, ғаилә һөр кем өсөн изге төшөнсәлер тип уйлайым. Минең ҡәлғәм ул. Фәнил минән өс йәшкә өлкән булһа ла, бер-беребеҙгә тиң итеп ҡарап өйрәнгәнбеҙ. Ғаиләбеҙҙә ул баш. Ул нимә әйтә – шуны тыңлайбыҙ. Ир һүҙен һүҙ итеү – тәрбиәнән дә киләлер тип уйлайым. Хәйер, иргә арҡаланып, иркәләнеп кенә йәшәү күпкә еңелерәк ул.

Туғандар менән дә йыш осрашабыҙ, ял көндәрен дә, байрамдарҙы ла ғаилә менән үткәрәбеҙ. Башҡортостаныбыҙҙың матур урындарына сәйәхәт итергә яратабыҙ, балаларҙа туғанлыҡ хистәрен, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл итеп тәрбиәләү өсөн дә бик ҡулай бындай сәйәхәттәр.

Балаларҙы тәрбиәләүгә, төплө белем биреүгә ныҡ иғтибар бирергә ине киләсәктә лә. Әле икеһе лә йөҙөү түңәрәктәренә йөрөй, менталь арифметика менән шөғөлләнә. Һын-һыпаттары, йыр-моңға маһирлыҡтары менән атаһы яғына тартҡан, - ти Ләйсән.

Күптәрҙең яратҡан шағиры Рәми Ғариповтың ижады ла Ләйсәндең күңеленә яҡын.

“Йәшәр кәрәк, тиһең, йәш ваҡытта,

Яныр кәрәк, тиһең, йәш саҡта.

Ике килмәй ғүмер бер кешегә,

Былай ҙа ул, тиһең, бик ҡыҫҡа...” Бик йәшләй генә бер туған һеңлеһен фажиғәле юғалтҡан Ләйсән шағирҙың бына ошо шиғыр юлдарын тормош девизы итеп һайлаған.

Ысынлап та, был донъялар –фани ғына, күҙ асып йомған ара ғына. Ошо күбәләк ғүмереләй генә мәлдәрҙе лә бер-береңде ҡәҙерләп, тормоштоң ваҡ-төйәк ығы-зығыһынан өҫтөн булып, балаларыңа матур тәрбиә биреп, атай-әсәйеңде, туған-тыумасаларыңды хөрмәтләп, йәшлегеңдең тәмен белеп, татыулыҡта йәшәүҙәргә нимә генә етә инде! Ә ошо сифаттарҙы йәш кенә булһалар ҙа, аңлап, төшөнөп, өҫтөн тотҡан Нуримановтарҙың ғаилә усағы оҙаҡ йылдар һүнмәй-һүрелмәй ялҡынланып яныр әле, иншалла.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Фото – ғаилә архивынан.

Читайте нас: