Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Июль 2019, 10:15

Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы составына кандидаттар күрһәтеү башланыуы тураһында Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы секретары белдереүе

2008 йылдың 10 июнендәге “Мәжбүри тотоу урындарында кеше хоҡуҡтарын тәьмин итеүгә йәмәғәт контроле һәм ошондай урындарҙағы кешеләргә ярҙам итеү тураһында”ғы 76-сы Федераль законға ярашлы, 2019 йылдың 19 июлендә Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы составына кандидаттар күрһәтеү процедураһы башлана.

Дөйөм Рәсәй, төбәк-ара, төбәк йәмәғәт берекмәләренә Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы составына кандидатуралар күрһәтеүҙә ҡатнашырға һәм 60 көн эсендә РФ Йәмәғәт палатаһы секретары В.А.Фадеев исеменә тейешле ғариза, шулай уҡ Федераль законда күрһәтелгәнсә документтар ебәрергә тәҡдим ителә.
Рәсәй Федерацияһы субъекттарында йәмәғәт күҙәтеү комиссияларын ойоштороу тәртибе тураһындағы мәғлүмәт һәм комиссия ағзалығына кандидаттар күрһәтеү буйынса тәҡдимдәр Йәмәғәт палатаһының http://www.oprf.ru сайтында урынлаштырылған.

Белешмә өсөн телефон: 8 (495) 221-83-63, өҫтәмә номер: 2152.

Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы

секретары В. ФАДЕЕВ.
Читайте нас: