Мораҙым
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Июль 2019, 11:35

Тыуған ерҙән дә ҡәҙерлерәк ер юҡтыр

Ауылдарҙа бер нисә йыл һайын уҙғарыла килгән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар”, Шәжәрә байрамы кеүек мәҙәни сараларҙың төп маҡсаты мәрйен бөртөгөләй төрлө тарафтарға һибелгән ауылдаштарҙы, туған-тыумасаларҙы бергә туплау булһа, икенсе яҡтан, фәҡәт ауыл өсөн дә файҙалы яҡтары күп: күмәк көс менән урамдар яңыса төҫ ала, юлдар яңыртыла, зыяраттар таҙартыла, йорт-ҡуралар төҙөкләндерелә, халҡы ла рухланып, бер йоҙроҡҡа тупланып, йәшәйешкә икенсе күҙлектән баға башлай. Уҙған аҙнала үҙендә тыуып үҫкәндәрҙе “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйған Әлмәс ауылы ла сынъяһау төҫ алған, балҡып ултырған йорттар, сәскәләргә күмелгән ихаталар, ипкә-һапҡа килтерелгән кәртә-ҡуралар – барыһы ла бында уңған хужалар йәшәүен раҫланы.

Ауылдарҙа бер нисә йыл һайын уҙғарыла килгән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар”, Шәжәрә байрамы кеүек мәҙәни сараларҙың төп маҡсаты мәрйен бөртөгөләй төрлө тарафтарға һибелгән ауылдаштарҙы, туған-тыумасаларҙы бергә туплау булһа, икенсе яҡтан, фәҡәт ауыл өсөн дә файҙалы яҡтары күп: күмәк көс менән урамдар яңыса төҫ ала, юлдар яңыртыла, зыяраттар таҙартыла, йорт-ҡуралар төҙөкләндерелә, халҡы ла рухланып, бер йоҙроҡҡа тупланып, йәшәйешкә икенсе күҙлектән баға башлай.

Уҙған аҙнала үҙендә тыуып үҫкәндәрҙе “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйған Әлмәс ауылы ла сынъяһау төҫ алған, балҡып ултырған йорттар, сәскәләргә күмелгән ихаталар, ипкә-һапҡа килтерелгән кәртә-ҡуралар – барыһы ла бында уңған хужалар йәшәүен раҫланы.

Сал тарихы бар Әлмәстең...

Билдәле булыуынса, республикабыҙҙағы күп ауылдар ике атама – халыҡ телендә бер, рәсми телдә икенсе исем менән йөрөтөлә. Әлмәс тә ҡасандыр Татыр тип аталған, тиҙәр. Әлмәс тигәне ауылға нигеҙ һалыусының исеменән алынған.

Шауш, Сәрхәт, Бабай тауҙары араһындағы ожмах кеүек ерҙәргә килеп нигеҙ ҡорған Әлмәстең Күскилде, Киленбай, Килсенбай, Айыт, Табулды исемле улдары булғанлығы мәғлүм. Бөгөнгө Күскилдиндар, Киленбаевтар, Килсенбаевтар, Айытовтар, Табулдиндар - уларҙың нәҫелен дауам итеүселәр. Архив мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 1816 йылда Күскилде Әлмәсовҡа 45 йәш була. Ул ваҡытта ауылдағы 13 йортта 129 кеше йәшәй.

1921 йылдағы йотлоҡ та ауылды урап уҙмай. Ситтән күсеп килгән урыҫ ғаиләләренең йорттары элекке ферма урынында була, әммә янғын арҡаһында улар юҡҡа сыға, иҫән ҡалғандары башҡорттарҙан ер һатып алып, икенсе ергә күсеп ултыра. Шулай итеп, йәнә бер ауыл барлыҡҡа килә, быға тиклем булғанын иһә Иҫке Әлмәс тип йөрөтә башлайҙар.

1930 йылда “Берия” колхозы, 1960 йылда Күгәрсен совхозы ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышында ла ҡаһармандарса һуғыша әлмәстәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш ветерандарының бөгөн инде берәүһе лә иҫән түгел. Тыл ветерандарынан Тәнзилә, Миңзиә, Шәкирә Киленбаеваларҙы, Ғәтифә Килсенбаеваны, Гөлсөм, Хәбирә, Рәхмәт Айытовтарҙы, Шәмсиә Зәйетованы, Әсхәт Бикбулатовты, Ниғәмәт, Хәйҙәр Күскилдиндарҙы, Тәлғәт, Ғәйнетдин Табулдиндарҙы, Бербикә Аҡҡужинаны һәм башҡаларҙы оло хөрмәт менән телгә алды ауыл халҡы.

Әлеге мәлдә ауылда“Тәүәкән” йәмғиәтенең фермаһы, 9 йыллыҡ мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана эшләй.

Ҡунаҡсыллыҡ уларҙың ҡанында...

Күптән килгән йолаға ярашлы, ауыл осонда хөрмәтле ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, ҡымыҙ, дәртле йыр-моң менән ҡаршы алғас, төркөм оҙон-оҙон урамдар буйлап уҙҙы.

...Мерәүешле йылғаһы буйында ултырған Әлмәс ауылы иң тәү сиратта үҙенең матур тәбиғәте менән таң ҡалдырһа, аҙаҡ инде үҙенең ихлас, ҡунаҡсыл халҡы менән һоҡландырҙы. Береһенән-береһе уҙҙырып донъя көткән эшһөйәр кешеләр йәшәй бында! Сынъяһау йорт-ҡуралар, гөл-сәскәгә күмелгән ихаталар, бер ҡый үләнһеҙ йәшелсә-емеш баҡсалары, кәртә тулып йөрөгән ҡош-ҡорт һ.б. – барыһы ла шуны дәлилләне.

Һүҙ ҙә юҡ, мул йәшәй әлмәстәр, ҡырҡмаһа-ҡырҡ төрлө милли аш-һыуҙан һығылып торған утыҙҙан ашыу (!) өҫтәл әҙерләнгән, ҡунаҡсыллыҡ тураһында әйтеп тә тораһы түгел, халҡыбыҙға хас был һыҙат уларға, күрәһең, артығы менән бирелгән. Ситтән ҡайтҡандарҙың буш торған ата йортона йәм индереп, бай табын ҡороуҙары айырыуса һоҡландырҙы. Күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәренән, боронғо эш ҡоралдарынан, көнкүреш әйберҙәренән торған күргәҙмәләр ҙә күп булды.

Зөлфиә һәм Ришат Зәйетовтар, Фәрҙәнә һәм Таһир Айытовтар, Миләүшә һәм Азат Киленбаевтар, Әнүәр Айытов, Гөлзиә һәм Ринат Килсенбаевтар, Әлфирә һәм Фәнил Киленбаевтар, Зилә Ҡанбулатова, Әлфиә һәм Сафи Киленбаетар, Рәйсә һәм Ғәйнулла Киленбаевтар, Сабир Табулдин, Клара һәм Рәжәп Килсенбаевтар, Марат Ишморатов, Рәзилә һәм Миңнихан Киленбаевтар, Лилиә Киленбаева, Әлмира һәм Илдар Киленбаев, Гөлнара һәм Мөнир Күскилдиндар, Лариса һәм Андрей Лаптевтар, Тамара һәм Виталий Ботиндар, Лилиә һәм Нафиҡ Аҡкилдиндар, Гөлнур һәм Мөхтәр Сәғитовтар, 36 йыл бергә татыу ғүмер иткән киленле-бейемле Фирүзә һәм Шәкирә Киленбаевалар, Гөлфиә һәм Әнүәр Килсенбаевтар, Мәрйәм һәм Сөләймән Килсенбаевтар, Файза (Хәбирә) Сәғитова, Рәйлә һәм Фәнис Килсенбаевтарҙың өҫтәлендә булмаһа “ҡош һөтө” генә булмағандыр!

Хужаларҙың күбеһе ғаилә, нәҫел тарихы менән таныштырырға ла яйын тапты. Шуныһын билдәләү фарыз: һәр ғаиләнең уҙғандары ауыл тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Мәҫәлән, бай табын ҡорған Земфира һәм Фәрит Киленбаевтар - ҡортсолар нәҫеленән, ғаилә башлығының ата-әсәһе атаҡлы умартасылар булараҡ ауыл ғына түгел, район һәм хатта республика тарихында ла үҙ эҙен ҡалдырған. Күгәрсен совхозы умартасыһы Сәғәҙәт Киленбаев 1958 йылда 113 умартаның һәр береһенән 100-әр кг бал ала. Тырыш хеҙмәте СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең миҙалдары, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, СССР Ауыл хужалығы министрлығының “Социалистик ярыш алдынғыһы” значогы, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары менән билдәләнә. Ире үлгәндән һуң уның эшен ҡатыны Тәнзилә Киленбаева дауам итә. Ул иһә “Почет билдәһе” ордены менән наградлана. Әйткәндәй, беҙ уҙған урам ошо нәҫелдең сағыу вәкиле - конструктор, һәүәҫкәр шағир Нурдәүләт Киленбаев исемен йөрөтә.

Береһе хат ташыусы булып, икенсеһе ауыл хужалығында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Фәрҙәнә һәм Таһир Айытовтар ял итергә ваҡыт етте тип ҡул ҡаушырып ултырмай, һаман да дәртләнеп донъя көтә – бына шундай парҙарҙы йәштәргә өлгө итеп ҡуйырға булалыр. Флүрә апай Сәғитованың 39 йыл стажға эйә булыуы ла һоҡландыра.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, разведчик, күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙалы һәм III дәрәжә Дан ордены менән наградланған, һуғыштан һуң колхоз рәйесе булып эшләгән Бикбулатов Һибәт Сәғит улының һәм уның ҡатыны Хәсби инәйҙең нигеҙ ҡото китмәгән – бөгөн унда ҡыҙҙары Тәнзилә менән кейәүҙәре Ринат Рәхимҡоловтар гөрләтеп донъя көтә. Дүрт тиҫтә йыллап колхоз-совхозда тир түккән һәм “өс меңенсе” исемен лайыҡлы йөрөткән алдынғы һауынсы Ғәтифә инәй үҙе булмаһа ла, уның да нигеҙе һыуынмай, улы менән килене Клара һәм Рәжәп Килсенбаевтар бына тигән итеп донъя көтә. Шулай уҡ атай-әсәй йортоноң усағын һүндермәүсе Гөлфиә Киленбаеваны ла туғандары “әсәй урынында ҡалған кешебеҙ” тип ололап телгә алды. Рәзилә менән Миңнихан Киленбаевтар ҙа заман ауырлығына һылтанып ятмай, үҙ көстәре менән юҡты бар итергә тырышып йәшәй, йәмғеһе 50 һыйыр, 18 ат аҫрай.

Ауылдың арҙаҡлы шәхесе - РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаты Тәнзилә Үлмәҫбаева менән ауылдаштары хаҡлы рәүештә ғорурлана. Осар ҡоштай талпынып, ул да туғандары менән бергә атай нигеҙенә ҡайтҡан. Билдәле журналист үҙ нәҫеле хаҡында ғына түгел, ауыл тарихы тураһында ла ентекле һөйләне.

8 балалы ишле ғаиләлә үҫкән Әлфира Табулдина һәм уның тормош иптәше Рифат Зәйетов та тирмә ҡороп, барлыҡ туғандарын бергә туплаған. Мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, заводтарҙа эшләгән туғандары һәм “уҡығыҙ, балалар, кеше булығыҙ” тип уларҙы һәр саҡ белем алырға дәртләндергән мәрхүм ата-әсәләре хаҡында бәйән итте улар.

Ауылдың йәнә бер хөрмәтле кешеһе – быйыл бер быуатлыҡ ғүмер айрамын билдәләгән Хәбирә инәй Айытова улы Зиннур менән бергә ғүмер итә. Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булған, ете балаға ғүмер биргән инәйҙең бөгөнгө көндә 18 ейән-ейәнсәре, 32 бүлә-бүләсәре, 3 тыуа-тыуасары бар. Иң ҙур улы Солтангәрәйгә иһә 80 йәш тулған.

Алдан әйтеп киткәнебеҙсә, ауыл халҡы бик тырыш, береһенән-береһе уҙҙырып донъя көтә. Әлбиттә, бер мәҡәләлә уларҙың һәр ҡайһыһы хаҡында тәфсирләп яҙыу мөмкин дә түгел. Тимәк, киләсәктә гәзит биттәрендә улар тураһында байтаҡ мәҡәләләр донъя күрер әле...

Ихтирам һәм хөрмәт күрһәтелде

Сараның рәсми өлөшө ауыл ситендә ҡуйылған иркен сәхнәлә уҙҙы.

Бындай ҙур сара уҙғарыу бер нисә кешенең генә ҡулынан килгән эш түгел, әлмәстәрҙең шатлығын уртаҡлашырға килгән район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев та, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Сәйфуллин да, шулай уҡ Ибрай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөлфәт Аҡкилдин да быны һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм әҙерлек барышында ҙур әүҙемлек күрһәткәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Бүләге ҡиммәт түгел, биргәне ҡиммәт, тиҙәр халыҡта. Ғайса Ғилметдин улы ҡулынан Маҡтау грамотаһы һәм рәхмәт хаттары алған Әлфирә Табулдина, Лариса Лаптева, Гөлнара Килсенбаева, Азат Киленбаев, Наилә Киленбаева артабан да ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыр, моғайын. “Тәүәкән” йәмғиәте директоры Урал Ибраһимов йәмғиәттә намыҫ менән тир түккәндәрҙе билдәләгәндән һуң, ауыл мәҙәниәт усағына музыкаль үҙәк бүләк итеп, йыр-моң һөйөүселәрҙе һөйөндөрҙө.

Ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан да кемдәр генә бүләк алманы был көндө!

Иң тәүҙә ауылдың өлкән кешеләре – 100 йәшен туйлаған Хәбирә Айытоваға, алтын туйҙарын билдәләгән Тамара һәм Михаил Лаптевтарға, 90 йәшен ҡаршылаусы Шәкирә Киленбаеваға ихтирам һәм хөрмәт күрһәтелде. Ауылдың иң кесеһе Ислам Киленбаев, күп балалы Линара һәм Ринат Ишбаевтар, ауылдың хөрмәтле инәй-бабайҙары Күлсәскә? Кичикова, Ғәлиә Сәғитова, Мәғәсүмә Айытова,

Мәрфуға Киленбаева, Антонида Кириллина, хәйҙәр Күскилдин, Ғимран Килсенбаев, Әбүғәли Ишбаев, өлкән йәштәге әсәләрен ҡараған Зиннур Айытовтар,Илшат Киленбаев, Риф Сәғитов, ҒәлиАйытов, бейемдәре менән бергә татыу донъя көткән килендәр – Фирүзә Киленбаева, Айгөл, Земфира, Әлмира һәм Гөлфиә Килсенбаевалар, “Ағинәйҙәр” – Әлфира, Гөлфиә Киленбаевалар, Клара Килсенбаева, Лилиә, Зилә Айытовалар, Әлфира Табулдина, оҫта ҡуллы Ғәйнулла ? Киленбаев, Театр йылындағы сараларҙа ҡатнашыусы Рәжәп Килсенбаев, ауылды байрамға әҙерләүҙә әүҙемлек күрһәткән Илгиз һәм Илнур Сәғитовтар, оҫта баҡсасы Гөлфиә, Мират Киленбаевтар, Людмила Морозова, Анатолий Соколов, Тәнзилә Рәхимҡолова, оҫта умартасылар – Фәрит һәм Илдар Киленбаевтар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Уларҙан тыш, табын әҙерләгәндәргә бүләк тапшырылды. Йәнә егермеләп кешенең йортон “Өлгөлө йорт” алтаҡтаһы биҙәйәсәк.

Йыр-моңға бай сара бүләкләүҙәр ҡатыш бына шулай һиҙелмәй ҙә үтеп тә китте.

Әлмәс ауылының быуаттар төпкөлөнән килгән үҙ тарихы бар. Барса ауыл халҡын берләштергән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”байрамы ла дуҫлыҡ, туғанлыҡ, берҙәмлек тантанаһы булып уның алтын биттәренә яҙылыр.






Читайте нас: