Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Июль 2019, 18:39

Беҙҙекеләр һынатмай

Иртән торһа ла, кис ятһа ла Нәзирә апайҙың башында бер генә уй, улы хеҙмәтен иҫән-имен генә тултырып ҡайтһын – бар теләге шул. Бала – бәғер ите, тиҙәр. Айнуры үҫеп, буй етеп, егет булһа ла һағындыра ла тора.

Иртән торһа ла, кис ятһа ла Нәзирә апайҙың башында бер генә уй, улы хеҙмәтен иҫән-имен генә тултырып ҡайтһын – бар теләге шул. Бала – бәғер ите, тиҙәр. Айнуры үҫеп, буй етеп, егет булһа ла һағындыра ла тора. Айнур Ишкилдин Мораҡ ауылында йәшәүсе Нәзирә Ишкилдинаның тәүге шатлығы, әсәй булыу бәхетен биреүсе тәүге ҡыуанысы. Ул әрмегә саҡырылғансы Мораҡ башҡорт гимназияһында белем ала, уны уңышлы тамамлағас, Мәләүез индустрия колледжына уҡырға инеп, электрик һөнәрен үҙләштерә. Уҡыуын тамамлап, ҡулына диплом алыуға хәрби хеҙмәткә лә саҡыралар. Ул хеҙмәтен Хабаровск өлкәһендә элемтәсе булып үтә.

Айнур хеҙмәттә һынатмай, үҙен тырыш, инициативалы һалдат итеп күрһәтә, Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәй. Күптән түгел Айнур өлгөлө хеҙмәте өсөн “Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының “Көнсығыш-2018 ғәскәрҙәре (көстәре) маневрҙары ҡатнашыусыһы” миҙалы менән бүләкләнә. Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы ысын ир-егет булып үҫеп килеүсе улы менән сикһеҙ ғоруррлана, минең ярҙамсым, уң ҡулым, ҡустыһына ла терәк, һәр яҡлап өлгө, ти ул.

Ваҡыт аҡҡан һыу кеүек. Әсәһен, туғандарын ҡыуандырып, Айнур ҙа хеҙмәтен иҫән-һау тултырып ҡайтып төштө. Ысын ир-егеттәр мәктәбен уңышлы үтеп, нығынып,ҡайтҡан егеттең артабан да юлдары уң булһын!

Р.ИШБУЛАТОВА.
Читайте нас: