Мораҙым
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Июль 2019, 11:50

Нимә көслө – доға көслө

Доғалар –кеше тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Ниндәй осраҡта ла Аллаһы Тәғәләғә доғалар менән мөрәжәғәт итергә ғәҙәтләнгәнбеҙ, хатта ҡаныбыҙға һеңгән тиергә була. Бала саҡта йүгергеләп уйнап йөрөгәндә ҡолап китһәк тә, өләсәйҙәр өшкөрөп ебәрер ине. Илаулаһаҡ та, сырхап китһәк тә, инәй-олатайҙар өшкөрҙө.

Доғалар –кеше тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Ниндәй осраҡта ла Аллаһы Тәғәләғә доғалар менән мөрәжәғәт итергә ғәҙәтләнгәнбеҙ, хатта ҡаныбыҙға һеңгән тиергә була. Бала саҡта йүгергеләп уйнап йөрөгәндә ҡолап китһәк тә, өләсәйҙәр өшкөрөп ебәрер ине. Илаулаһаҡ та, сырхап китһәк тә, инәй-олатайҙар өшкөрҙө.

Беҙҙең ауылда Фәғилә тигән инәй була торғайны. Мәрхүмә инде үҙе күптән. Оҙон ғүмерле булды. Әбейҙәрсә генә итеп тегелгән йәшел күлдәген кейеп, таяғына таянып, көн дә хәл белергә инде. Кеше килгәс, һорап та тормай, сәй ҡуябыҙ. Ҡоро сәй булһа ла, эсеп алайыҡ тиһәк, сәйҙең ҡороһо буламы, тиер ине. Бер ҡасан да баш тартманы. Ризыҡтан оло булманы. Арлы-бирле тәм-том менән генә сәй эсһә лә, оҙон итеп доғаһын ҡылыр ине...

Бер мәл һин дә мин генә йөрөгән ерҙән күҙем йәшләнеп, арпа сығып, ауырып киттем. Аяғөҫтө генә үтер тиһәк, үтмәй һуҙыла башланы. Әсәйем Фәғилә инәйгә алып китте. Оҙаҡ өшкөрҙө. Доға уҡып ултырған еренән иҫәнәп-иҫәнәп, ойоп китә. Үҙе ара-тирә “Ҡалай ныҡ ҡағылған, ҡарыштырып тик тора” тип һөйләнеп-һөйләнеп ала... Шул өшкөрөүҙән икенсе көнөнә шәбәйеп тә киттем.

Нимә көслө – доға көслө ти торғайны ҡартатайым да.

Өләсәйем мәрхүмә лә бер хәлде бәйән иткәйне. Ул да доға көсөнә бәйле. Иген баҫыуына йәшен уты осҡоно эләгеп янып китә. Һыу ҙа һибеп ҡарайҙар, һуҡҡылап та, ҡом һибеп тә маташалар. Һүндерермен тимә, оторо ялҡынлана. Ашығып имамдар килеп етә. Бөтәһен дә ситкә китергә ҡушып, өшкөрөп, доғаларын уҡып, япраҡлы ағас ботағы менән генә һыпырып, утты туҡтаталар. Хоҙай ҡөҙрәтенә, доға көсөнә шунан нисек ышнамайһың?! Ниндәй доға булғандыр, Хоҙай ғына белә хәҙер. Яҙып, ятлап алыусылар булмағандыр ҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ул замандарҙың кешене ниндәйерәк идеалогияла тәрбиәләгәнен беләбеҙ...

***

Бер апай менән икәү йомош төшөп бер кешеләргә барҙыҡ. Бәйҙә торған эттәре ашарҙай булып өрә, үтеп булмай. Юлдашым нимәлер уҡып, ыңғайлап атлай башлағайны, ташланырҙай булып торған эт бер заман ҡойроҡ болғап, уйнаҡларға тотондо! Доға көсөнә шулайтып тағы бер шаһит булдым. Аҙағыраҡ ниндәй икәнлеген һорашып белдем: “Сәләмүн ғәлә нухи фил ғәәләмин” (“Ас-Саффәт” сүрәһенең 79-сы аяты, мәғәнәһе: “Ғәләмдәгеләрҙән Нухҡа сәләм!”).

Эттәргә һәм йыртҡыс хайуандарға ҡаршы уҡыла торған тағы ла башҡа бер нисә доға бар: “Әғүҙү билләһи минәш шайтанир раджим, бисмилләһир рахмәнир рәхим” тип әйткәндән һуң “Үә кәлбүһүм бәәситуң ҙираағәйһи бил-үәсиид” (“...Ә эттәре лә тупһала ята ине, аяҡтарын һуҙып, йоҡлашып”-“Мәмерйә” сүрәһенең 18-се аяты) тигән доғаны уҡыйһың. Был доғаны башҡа йырҡыстарға, мәҫәлән, айыу, бүре, ҡабан, һеләүһен һәм башҡа хайуандарға ла уҡырға мөмкин.

***

Ҡатын –ҡыҙҙарға тулғаҡты еңеләйтеү өсөн Аллаһы Тәғәләнең 99 исеменең хәтергә төшкәнен ҡабатлау ҙа ярҙам итә, айырыуса “Әр-Рахман-Әр-Рахим”, “Әл-Латиф” тигән исемдәрен ихлас ҡабатлау, ысынлап та, еңеллек бирә. Ғөмүмән, Аллаһы Тәғәләнең бөтә исемдәренең дә хикмәте, ҡөҙрәте ҙур.

***

Матди бурыстан ҡотолоу өсөн уҡый торған доға ла була: “Аллааһуммә-кфинии бихәләәликә ғән хәраамикә үә әғнинии бифәдликә ғәммән сиүәәк”

Мәғәнәһе: “Эй Аллаһым, Һин хәләл-рөхсәт иткәнеңде хәрәмдән ҡотолорлоҡ итеп бир, һәм Үҙ рәхмәтең менән Һинән башҡа кемгәлер мохтаж булыуҙан һаҡла!”

Ризыҡ һорау доғаһы ла бар:

“Аллааһүммә йәә муфәттихәл-әбүәәб. Ифтәх ләнәә хайрал-бәәб. Аллааһүммәрзуҡнәә ризҡан хәләәлән таййибән вә ризҡан үәсиғән, бирахмәтикә йә әрхәмәр-раахимиин. Үә әнтә хәйрур-раазиҡыын” (Эй, ишектәрҙе асҡан Аллаһым! Беҙгә хәйерле ишектәрҙе ас, Аллаһым! Беҙгә хәләл һәм пак ризыҡтарҙы ихсан әйлә, ризығыбыҙҙы киң ҡыл, мәрхәмәтлеләрҙең Мәрхәмәтлеһе! Ризыҡ биреүселәрҙең иң хәйерлеһе — Һинһең!).

***

Доғалар көндәлек эштә лә ҡурсып тора беҙҙе. Баҡсаны ҡырмыҫҡа баҫып киткәндә лә доға ярҙамға килә. Бының өсөн “Ән-нәмл” (Ҡырмыҫҡа) сүрәһенең 18-се аятын - Йәә әййүһәән-нәмлү-дхулуу мәсәәкинәкүм лә йәхтимәннәкүм Суләймәәну үә джунуудуһу үә һүм лә йәшғурун” ( “Әй, ҡырмыҫҡалар! Ояғыҙға кереп ҡасығыҙ. Һаҡ булығыҙ, Сөләймән ғәскәрҙәре, үҙҙәре лә белмәҫтән, һеҙҙе тапап-ярып китмәһен”) - ҡағыҙға яҙып, уның иләүенә һалһаң, улар ул урынды Хоҙай ҡөҙрәте менән ташлап китә икән.

***

“Сүбхәналлаһи үә бихәмдиһи сүбхәналлаһил ғаҙыйм үә бихәмдиһи әстәғфируллаһ” тигән доғаны фәрештәләр тәсбихе тип тә әйтәләр икән. Бөрйәндән Айһылыу апай Ғарифуллина ла былай тип яҙа ул доға хаҡында: “Уны иртәнге намаҙға тиклем 100 тапҡыр әйтһәң, шул кеше фәҡирлектән имен булыр, уға ризыҡ киңлеге, файҙалы кәсеп насип булыр, тип уҡығайным. Ошо тәсбихте төндә йоҡларға ятҡанда 100-ҙө әйтеү ғәҙәткә инеп китте. Онотоп китһәм, шундуҡ белгертә: аҡса етмәй, иремә эш булмай, бурысҡа батып кителә. Үҙем эш табалмай йонсоп йөрөгән һәр кешегә өйрәтеп йөрөйөм. Күп кеше, ошо тәсбихте әйтеп Аллаһты зекер итеүҙе даими шөғөлгә әйләндергәс, эшле, аҡсалы булып китеп, рәхмәт әйтте. Үҙе бер ҡыуаныс. Ни генә тиһәк тә, ризыҡ биреүсе хөкүмәт түгел, Аллаһ шул. Һыналған ысул: гел зекерҙә , доғала булһаң, ризыҡты Аллаһ һин уйламаған ерҙән бирә...” (Ҡөрьәндән дәлил дә килтерә: “Кем Рахмәәнды зекер итеүҙән ваз кисһә, уның янына шайтанды ҡуйырбыҙ, шайтан гел уның артынан тағылып (ҡотортоп) йөрөр” (“Зухруф” (“Алтын хазина”) сүрәһе (43), 36-сы аят)).

Хәйер, бер Айһылыу апай ғына түгел, һәм кемебеҙ ҡылған доғаларының көсө, шифаһы тураһында һөйләй, уртаҡлаша алыр ине, хәтерегеҙгә төшөрөп ҡарағыҙ әле.

Бала саҡтан һәр кемебеҙ ололар артынан ҡабатлап йөрөп өйрәнгән “Бисмилла”ның ғына ла әллә күпме хикмәттәре бар. Бына шуларҙың бер нисәүһе (“Һәфтиәк-шәриф” китабынан):

* Башында “Бисмилләһир-рахманир-рәхим” һүҙҙәре булған доға кире ҡағылмаҫ;

* Кем дә кем “Бисмилләһир-рахманир-рәхим” тип берәр сихыр, боҙоҡ өҫтөнә 487 мәртәбә уҡып өрһә, ул сихыр үҙ көсөн юғалтыр;

* Кем дә булһа 50 мәртәбә “Әр-рахмәнур-рәхим” тип берәр ҡағыҙға яҙып, шул ҡағыҙ өҫтөнә 150 мәртәбә “Бисмилләһир-рахманир-рәхим”де уҡыһа, берәр яуыз хужа янына әлеге ҡағыҙҙы ла алып инһә – уның яуызлығынан имен булыр;

* Яуыз кешенең йөҙөнә ҡарап, “Бисмилләһ” 50 мәртәбә уҡылһа, яманлығы теймәҫ;

* Ҡағыҙға “Бисмилләһ”те 35 мәртәбә яҙып, өйҙөң берәр урынына ҡуйһаң, яуызлыҡ инмәҫ.

Доғаларҙың ҡабул була торған мәлдәре лә була. Ә бына хәрәм ризыҡ ейгән кешенең доғаһы 40 көн буйына ҡабул ителмәҫ.

Нимә көслө – доға көслө. Күңелебеҙҙә Аллаһы Тәғәләгә инаныу булһа, телебеҙҙән доғалар төшмәһә, тормошобоҙ ҙа бәрәкәтле булыр.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА .
Читайте нас: