Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Июль 2019, 17:40

“Эшем менән бәхетле...”

Халыҡ-ара шашка буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина беҙҙең районда йыш була. Үткән йомала ул “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында булды, “Мораҙым” балалар һауыҡтырыу лагерында ял итеүсе балалар менән бер юлы уйнау сеансы үткәргәнгә тиклем район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев менән осрашты. Тамара Михайловна район мәктәптәрендә шашка буйынса түңәрәктәр асыу теләге менән яныуын әйткәс, район етәксеһе донъя чемпионына һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер икәнлеген белдерҙе.

Халыҡ-ара шашка буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина беҙҙең районда йыш була. Үткән йомала ул “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында булды, “Мораҙым” балалар һауыҡтырыу лагерында ял итеүсе балалар менән бер юлы уйнау сеансы үткәргәнгә тиклем район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев менән осрашты. Тамара Михайловна район мәктәптәрендә шашка буйынса түңәрәктәр асыу теләге менән яныуын әйткәс, район етәксеһе донъя чемпионына һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер икәнлеген белдерҙе.
Донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина “Мораҙым тарлауығы”на тәүге килгән икән. “Хозур тәбиғәтле ошондай ғәжәйеп урынға тәүгә килдем ”, - тип белдерҙе ул, Мораҙымға аяҡ баҫҡас. Лагерь буйлап үткәргән ҙур булмаған экскурсия ваҡытында уға айырыуса балалар йәшәгән бәләкәй ағас өйҙәр оҡшаны, балаларҙың ниндәй шарттарҙа ял итеүе менән дә ҡыҙыҡһынды.
- “Батшалар кеүек йәшәйҙәр”. Көнөнә 5 тапҡыр ашатабыҙ, көн һайын дискотека. Ял итергә теләүселәр бик күп. 2-се сменаға бөтәһе 240 заявка килде, тик беҙҙең бер сменаға 80 кешене генә алырға мөмкинлек бар, - тип һөйләне лагерь директоры Фирғәт Айытҡолов.
Ҡунаҡҡа тау аҫтынан урғылып сыҡҡан шишмә һыуы ла оҡшаны.
Уңарсы мәҙәни саралар үткәрелгән урынға балалар ҙа йыйылды. Ял итеүселәр чемпионды буш ҡул менән ҡаршыламаны, шашка тураһындағы белемдәре менән уртаҡлашты. Аҙаҡ балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
-Иң иҫтә ҡалған уйын?
- Һуңғы донъя чемпионаты, голланд уйынсыһының комбинацияһына яуап итеп үҙ контркомбинациямды үткәрә алған ваҡыт. Шул арҡала өс еңеүсе иҫәбенә индем һәм 23 июндә алтынсы тапҡыр донъя чемпионы исемен яуланым.
- Шашкала уйнарға нисек өйрәндегеҙ?
- Элек гаджеттар булманы, балалар баҡсаһында өҫтәл уйындары уйнаныҡ, төрлө турнирҙар үткәрелде. 8 йәш ярымлыҡ сағымда Ҡала пионерҙар йортона эләктем һәм был уйындың үҙем өсөн ни тиклем мөһим икәнлеген аңланым.
- Был һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡһыныумы, әллә эшме?
- Был, күберәк эштер, ләкин мин эшем менән бәхетле. 15-16 йәшемдә өлкәндәр араһындағы ярыштарҙа ла еңә алыуымды аңланым һәм миндә чемпион булыу теләге уянды. Шул ваҡытта мин үҙ шөғөлөмә эшкә ҡараған кеүек етди ҡарарға кәрәк икәнен аңланым: иртәнге 9-ҙа тренировкаға киләм һәм кис кенә ҡайтам. Эшкә дөрөҫ ҡараш миңә юғары һөҙөмтәләргә ирешергә ярҙам итте.
- Ҡайһы илдәрҙә булдығыҙ?
- Мин 30-ҙан ашыу илдә булдым, иң иҫтә ҡалғаны – Тибет.
- Белемегеҙ?
- Алдағы һөнәр һайлауға ата-әсәйем ныҡ тәьҫир итте, мин тәүҙә (күберәк уларҙың теләге буйынса) Стәрлетамаҡта тарих , аҙаҡ Өфөлә юридик факультеттарын тамамланым. Әгәр баштан уҡ физкультура факультетына инһәм, был ваҡытҡа күптән диссертация яҡлаған булыр инем. Әле Башҡортостандың шашка федерацияһын етәкләйем, буш ваҡытта балаларҙы өйрәтәм.
Бына, ниһайәт, Халыҡ-ара гроссмейстер менән бер юлы уйнау сеансына барыһы ла әҙер һәм уйын башлана... Тамара Танһыҡҡужина 25 бала һәм вожатый менән бер юлы уйын алып барҙы, шул арала һорауҙарға яуап биреүен дауам итте. Мәҫәлән, иң ҙур бер юлы уйнау сеансы уның Өфөлә булған, унда 102 таҡтала 4,5 сәғәт дауамында уйын алып барылған. Уның 16-һы тигеҙ иҫәп менән тамамланһа, 7-һендә ул еңелгән.
Уйын тамам. Тамара Михайловна уға үҙ баһаһын да бирҙе, әгәр уйындың уртаһына таҡтала ярты фигуралар бар икән, тимәк баланың потенциалы бар, тине һәм тап шундай уйынсыларға китаптар бүләк итте.
Иң яҡшы уйынсыларҙы – 15 ҡыҙ һәм малайҙы тәбрикләү тантанаһында район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, район мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов та ҡатнашты.
Балалар беҙҙең билдәле яҡташыбыҙҙан (ул бәләкәй сағында Аралбай ауылында йәшәүсе олатаһы менән өләсәһендә йыш була) автограф алды, иҫтәлеккә фотоға төштө. Ә донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина Күгәрсен еренең хозур тәбиғәтле был мөйөшөнә мөмкинлек булғанда тағы ла килергә теләүен белдерҙе.Шулай уҡ Тамара Михайловна райондың белем биреү ойошмаларында үтәсәк турнирҙарында ҡатнашырға теләген белдерҙе.
Неля КУШНЕРОВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: