Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Июль 2019, 09:24

Дүртөйлөлә – дүрт объект

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарына ярашлы республикабыҙҙа төҙөкләндереү эштәре дауам итә.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарына ярашлы республикабыҙҙа төҙөкләндереү эштәре дауам итә.


Мәҫәлән, әле Дүртөйлө ҡалаһының Матросов исемендәге парк яңыртыла. Подрядсылар ошо арала эскәмйәләр ҡуясаҡ, балалар майҙансыҡтарына асфальт йәйеү тамамлана, бетон эштәренә, торшерҙар нигеҙен нығытыуға тотонасаҡтар. Шулай уҡ ике уйын комплексын йыйыу башлана.


Июль аҙағына тиклем воркаут-зона, бәләкәй архитектура формалары барлыҡҡа киләсәк тип көтөлә. Августа иһә сәхнәнең көмбәҙен ҡуйыу, уйын майҙансыҡтарын резина менән көпләү планлаштырылған.


Программаға ярашлы, быйыл районда дүрт объект төҙөкләндерелә. Әлеге парктан тыш, Мәскәү, Иванай, Исмаил ауылдарында социаль әһәмиәткә эйә төрлө эштәр башҡарыла. Мәскәүҙә, мәҫәлән, асфальт һалынған, сәхнә яңыртылған, әле Еңеү паркын төҙөкләндереү тамамланып килә. Иванайҙағы инеш эргәһендә ял урыны булдырылған. Исмаилда мәҙәниәт һәм ял паркын яңыртасаҡтар.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.


Читайте нас: