Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Июль 2019, 14:42

Башҡортостанда 39 пассажиры менән автобус түңкәрелгән

Башҡортостанда 14 июлдә киске сәғәт ундарҙа республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына 39 пассажиры менән King Long XMQ автобусы түңкәрелеүе тураһында мәғлүмәт килә. Һәләкәт Өфө-Инйәр-Белорет юлының 54-се саҡрымында булған.

Башҡортостанда 14 июлдә киске сәғәт ундарҙа республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына 39 пассажиры менән King Long XMQ автобусы түңкәрелеүе тураһында мәғлүмәт килә. Һәләкәт Өфө-Инйәр-Белорет юлының 54-се саҡрымында булған, тип хәбәр итә "Башинформ".
Ваҡиға урынында ашығыс хеҙмәттәр эшләй, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында.
«Төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының кризис хәлдәрҙә идара итеү үҙәгенә Архангел районының Ирныҡшы ауылы эргәһендә автобус түңкәрелгән тигән хәбәр килә. Зыян күреүселәр бар. Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, медицина хеҙмәткәрҙәре, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы эшләй. Мәғлүмәт асыҡлауҙы талап итә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығында оператив штаб ойошторолған. Хәл контролгә алынған», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, биш кеше һәләк булған һәм бишәүһе зыян күргән. Социаль селтәрҙәрҙә автобуста Татарстан туристары булыуын хәбәр итәләр.
«Юл-транспорт фажиғәһе тураһында шунда уҡ Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа хәбәр иттеләр. Республика һәм муниципаль органдарына тейешле йөкләмәләр бирелде. Бөтә кәрәкле саралар ҡабул ителә. Иртән оператив кәңәшмәлә үтәлгән йөкләмәләр һәм кәрәкле өҫтәмә саралар тураһында мәғлүмәт тыңланасаҡ», — тип «Башинформ» агентлығына Башҡортостан башлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Юл-транспорт фажиғәһе тураһында яңылыҡтарҙы «В Башкирии возбуждено уголовное дело по факту смертельного ДТП с автобусом» материалында уҡығыҙ.