Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Июль 2019, 10:31

Юлдағыларҙың именлеген ҡайғыртып

Республикала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса юлдарға 289 камера ҡуйыу күҙаллана. Һөҙөмтәлә бындай ҡоролмалар 527-гә етәсәк, тине оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.

Республикала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса юлдарға 289 камера ҡуйыу күҙаллана.


Һөҙөмтәлә бындай ҡоролмалар 527-гә етәсәк, тине оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.


“Быйылға килгәндә, 1 ноябргә тиклем Өфөлә – 68, төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа – 11, Стәрлетамаҡ ҡалаһында өс камера ҡуйыласаҡ”, – тине ул.


Милли проект бурыстарына ярашлы, юлдарға билдәләр һыҙыуға ла ныҡлы иғтибар бирелә. Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, быйыл беренсе тапҡыр термопластик билдә һалынған, был эш 2500-ҙән ашыу саҡрымда атҡарылған. Муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙың барыһында ла шундай уҡ ныҡлы буяу ҡулланыу планлаштырыла. Әлегә уларҙа эш 4230 саҡрымда башҡарылған – дөйөм күләмдең 68,4 проценты.


“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуға төбәктәр яғынан алты йылға 4 триллион 139,1 миллиард һум йүнәлтеләсәк, федераль бюджеттан – 440,9 миллиард һум.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.



Читайте нас в