Буҫтыбай ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы һуңғы тапҡыр 1997 йылда уҡ уҙғарылған булған, шуға ла был юлы халыҡ сараға ҙур теләк менән ентекле әҙерләнгән, йорт-ҡураларын тәртипкә килтергән, ситтә - республиканың төрлө район-ҡалаларында, башҡа төбәктәрҙә йәшәгәндәр ҙә ҡайтҡан.
Ауылда бөгөн 87 кеше йәшәй. Урындағы халыҡ борон-борондан малсылыҡ, балыҡсылыҡ һәм һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән. Урындағы һауа-тәбиғәт шарттары ла быға ҡулай. Һуңғы йылдарҙа, әлбиттә, һыу ятҡылыҡтарында балыҡтар байтаҡҡа кәмей төшкән...
Күптән түгел беҙ Түкәттә йылҡы фермаһы асылыуы, унда башҡорт тоҡомло аттарға өҫтөнлөк бирелеүе хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ. Киләсәктә, бәлки, эш урындары асырға теләүселәр, яңы эшҡыуарҙар табылыр.
Байрам шатлыҡ-ҡыуанысҡа бай булды
Иң тәүҙә Нуҡай ауыл биләмәһе башлығы Риф Байғүбәков һәм сараның хөрмәтле ҡунағы – район хакимиәте башлағының финанс, иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Азамат Сәйфуллин етәкселегендәге төркөм урамдар буйлап уҙҙы, йорт хужалары менән аралашты.
Риф Зариф улы барыһына ла Буҫтыбай менән Түкәт араһын тоташтырыусы яңы күперҙе лә күрһәтте. Ҡорос менән бетондан төҙөлгән был ҡоролма халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итер тип өмөтләнә урындағылар.
Бер нисә йыл элек мәсеткә нигеҙ һалынған. Әлеге мәлдә төҙөлөштө дауам итер өсөн аҡса йыйыла. Уның эргәһендә балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөлгән. “Аныҡ эштәр” программаһы ярҙамында сафҡа индерелгән был майҙансыҡ балалар өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә ҙур ҡыуаныс булған.
Ауыл халҡы урау юл кәрәклеге хаҡында ла әйтеп уҙҙы.
Ҡунаҡтарға ҡапҡа һәр ваҡыт асыҡ
Байрамға халыҡ, әйтеп китеүебеҙсә, ентекле әҙерләнгән. Айырыуса хужабикәләр тырышҡан – өҫтәлдәрҙәге тултырма, ҡаҙы, үлән сәйе, балыҡ, бәлештәрҙең иҫәбе-һаны булманы. Табындар һыйҙан һығылып торҙо. Комиссия улар әҙерләгән һыйҙарҙы, сығыштарҙы, концерт номерҙарын, стена гәзиттәрен һәм күргәҙмәләрҙе баһаланы һәм аҙаҡ – концерт ваҡытында иң-иңдәрҙе бүләкләне.
Күп ғаиләләр үҙҙәре хаҡында һөйләп үтте, әммә уларҙың барыһы хаҡында ла яҙыу өсөн гәзит биттәре лә етмәҫ.
Гөлнәзирә һәм Миңнулла Байназаровтарҙың өйҙәре ауылға ингән ерҙә урынлашҡан. Шуға ла хужабикә һәм уның балалары, яҡындары ҡунаҡтарҙы иң беренсе булып ҡаршыланы. Гөлнәзирә Вәхит ҡыҙы әйтеүенсә, тормош иптәше менән 28 йыл бергә ғүмер итә һәм ауылдан бер ҡайҙа ла китергә йыйынмайҙар. Ихаталарындағы иҫке өйҙәре янында яңыһын күтәргәндәр, ҡырҙа тир түккән хужа уны яҡын арала төҙөп бөтөргә ниәтләй. Ҡыҙҙары Гөлназ тәүҙә Салауат педагогия колледжын, аҙаҡ ситтән тороп БДУ-ның сит телдәр факультетын тамамлаған, уҡыған мәлендә ярты йыл Һиндостанда стажировка үткән, әлеге мәлдә Ҡытайҙағы шәхси мәктәптә инглиз теленән уҡыта. Исламдары ситтән тороп инженер-электронщикҡа уҡыһа, Гөлдәрҙәре Мораҡ башҡорт гимназияһының 10-сы класын тамамлаған.
Фәһимә һәм Рәфис Әбделмәновтарҙың ишек алды балалар тауышына күмелгән. Уларға күп һанлы туғандары ҡунаҡҡа килгән. Ҡасандыр улар икеһе лә Түкәт фермаһында эшләгән. Әлеге көндә Фәһимә апай Ҡаран фермаһында тир түкһә, тормош иптәше шәхси ярҙамсы хужалыҡ менән шөғөлләнә һәм күпләп мал аҫрай.
Сажидә һәм Ғәлим Көсөкбаевтар ҙа ҡунаҡсыллыҡ менән айырылып торҙо. Хужабикә элек урындағы хужалыҡта эшләгән, һуңынан Ишбирҙе почта бүлексәһенә хат ташыусы булып күскән. Уның хәләл ефете лә урындағы хужалыҡҡа күп көс түккән кешеләрҙең береһе.
Ғәлиә һәм Хәйҙәр Ибраһимовтарҙы күптәр өс игеҙәктең – Гөлсирен, Гөлйемеш, Гөлсәсәктең ата-әсәһе тип белә. Сәхнә биҙәге булып буй еткән был һылыуҡайҙар хәҙер инде башлы-күҙле булып, үҙҙәре әсәй булыу бәхетенә ирешкән. Уларҙан тыш был ғаиләлә үҫкән Азат менән Гөлфиә ата-әсәһенә лә, һылыуҙарына ла ныҡлы терәк булып тора.
- Ҡайным менән бейем хаҡында тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтә алам. Уларҙың өй тупһаһын аша атлап уҙғаныма 40 йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы, бер тапҡыр ҙа яман һүҙҙәр әйткәндәрен, ирешеп-талашҡандарын ишеткәнем булманы, - ти мәрхүм һуғыш ветераны Хөрмәтулла Байназаровтың килене Фирҙәүес.
Ветерандың йорто үҙенең матур биҙәлеше менән генә түгел, башҡорт милли кейемендәге гүзәл заттары менән дә иҫтә ҡалды. Ҡунаҡсыл хужабикәләр һәр кемгә һый-хөрмәт күрһәтте.
Нәфисә һәм Сәмиғулла Байназаровтарҙы һәр кем белә. Уларҙың улдары Заһир оҙаҡ йылдар милиция органдарында эшләй, хәҙер иһә Мораҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары йөгөн тарта. Ейәндәре Илфат -“Рәсәй терәге” бизнес-берләшмәһе, БР Йәштәр парламенты ағзаһы, Өфө ҡалаһы йәштәренең хеҙмәтсән йәштәре Советы рәйесе, депутат ярҙамсыһы булып тора. Уның һеңлеһе Айгөл район йәштәренең “Кесе Эйек” яҡташтар ойошмаһын етәкләне, “Юлдаш+” радиоһында алып барыусы булды, әлеге мәлдә Санкт-Петербург ҡалаһын “яулай”.
- Ҡасандыр ҡартайым менән ҡәрсәйем йәшәгән йортҡа туғандар менән йыш йыйылабыҙ. Иҫтәлектәр менән уртаҡлашабыҙ. Ҡартайым, һуғыштан инвалид булып ҡайтыуына, бер аяҡһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, ҙур хужалыҡ тотҡан, әҙерләүсе булып эшләгән. Күптәргә өй һалышырға ярҙам иткән, балаларын күп нәмәгә өйрәткән. Ул вафат булғас, ҡәрсәйем балаларын уҡытҡан, аяҡҡа баҫтырған, - ти Илфат.
Билдәле бағымсы Шәмиғол хәлфәнең нәҫелен дауам итеүселәр хаҡында яҙмаһаҡ, яҙыҡ булыр. Бикбаевтар хаҡында Нуҡай ауыл биләмәһенең элекке башлығы Хөпбула ағай һөйләне. Уларҙың балалары тыуған яҡ тураһында шиғыр һөйләп, бейеп күрһәтте.
Юлиә һәм Ринат Латиповтар яңыраҡ өсөнсөгә әсәй-атай булғандар. Балаларына исем ҡушыу йолаһын да нәҡ ошо көндө атҡарҙылар.
Йыр-бейеү менән күңеллерәк
Көндөң икенсе яртыһында халыҡ тәбиғәт ҡосағына – сәхнә ҡуйылған Энәк йылғаһы ярына йыйылды.
Азамат Зәкәриә улы район хакимиәте башлығының Ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе, үҙенең изге теләктәрен яңғыратты. Шулай уҡ ауыл биләмәһе башлығы Риф Байғүбәков, Түкәт ауылының “Шәмиғол” мәсете имам-хатибы Хөпбулла Бикбаев, Мораҡтан Вәли хәҙрәт Байменов та барыһын да байрам менән ҡотланы.
РФ хеҙмәт ветераны, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Булат Әлимғужин ауыл тарихы менән таныштырҙы.
Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Фәрүәз Миңлебаев, Шәирә Әлимғужина, Гүзәлиә Сәлихҡолова, ауыл биләмәһе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Земфира Собханғолова, Наилә Йәғәфәрова, Хәниф Әҙелғужин һәм урындағы башҡа таланттар сараға килеүселәрҙе йыр-моңдары менән һөйөндөрҙө. Кискеһен иһә дискотека ойошторолдо.
Был сара буҫтыбайҙарҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр, тип ышанабыҙ.