Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Июль 2019, 11:45

Ғүмерҙәр үтһә парлы, йәшәүҙәр булыр татлы

“Ауылдың иң ҙур байлығы – уның халҡы” тигән һүҙҙәр бушҡа ғына әйтелмәгән. Ысынлап та, күптәр үҙҙәре йәшәгән ергә йәм, ҡот өҫтәй, йән өрә. Юлдыбай ауылында ла үҙ тырышлыҡтары менән матур итеп донъя көткән, башҡаларға өлгө булып торған ғаиләләр байтаҡ. Улар рәтенә бөгөнгө геройҙарымды ла индерер инем. Ныҡлы ғаилә башлығы Ҡунысбаев Ғәли Зәкәриә улы – һуғыш йылдары балаһы, дәшһәтле һуғыш барған 1944 йылда донъяға килгән. Уның хәләл ефете Мөнирә Усман ҡыҙына иһә 66 йәш тула. Типтәр тип йөрөтөлгән урамда йәшәй улар. Декабрь айында алтын туйҙарын билдәләйәсәк был парҙы һәр яҡлап та өлгө булырлыҡ матур, татыу, бәхетле ғаилә тип әйтергә була. 3 балаға ғүмер биреп, һәр береһенә үҙҙәре һайлаған һөнәргә эйә булырға ярҙамлашып, башлы-күҙле итеп, хәҙер инде 6 ейән- ейәнсәрҙең ҡыуаныс-шатлыҡтарына һөйөнөп йәшәйҙәр.

“Ауылдың иң ҙур байлығы – уның халҡы” тигән һүҙҙәр бушҡа ғына әйтелмәгән. Ысынлап та, күптәр үҙҙәре йәшәгән ергә йәм, ҡот өҫтәй, йән өрә. Юлдыбай ауылында ла үҙ тырышлыҡтары менән матур итеп донъя көткән, башҡаларға өлгө булып торған ғаиләләр байтаҡ. Улар рәтенә бөгөнгө геройҙарымды ла индерер инем.

Ныҡлы ғаилә башлығы Ҡунысбаев Ғәли Зәкәриә улы – һуғыш йылдары балаһы, дәшһәтле һуғыш барған 1944 йылда донъяға килгән. Уның хәләл ефете Мөнирә Усман ҡыҙына иһә 66 йәш тула. Типтәр тип йөрөтөлгән урамда йәшәй улар.

Декабрь айында алтын туйҙарын билдәләйәсәк был парҙы һәр яҡлап та өлгө булырлыҡ матур, татыу, бәхетле ғаилә тип әйтергә була. 3 балаға ғүмер биреп, һәр береһенә үҙҙәре һайлаған һөнәргә эйә булырға ярҙамлашып, башлы-күҙле итеп, хәҙер инде 6 ейән- ейәнсәрҙең ҡыуаныс-шатлыҡтарына һөйөнөп йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары Миләүшә - башланғыс кластар уҡытыусыһы, Йәнбикәләре - фельдшер, улдары Илһам Өфөлә “Авто- Ағиҙел” берекмәһендә менеджер булып эшләп йөрөй. Тормошта күҙәткәнегеҙ барҙыр: балалар ата-әсәләренән күреп, өйрәнеп үҫә, улар тырыш икән, тимәк, ул-ҡыҙҙар ҙа тормошта юғалып ҡалмай. Ҡунысбаевтар ҙа балаларына яҡшы өлгө булып тора.

Мөнирә еңгә хаҡлы ялға сыҡҡансы 30 йыл төрлө тармаҡта эшләне - һауынсы ла, мәктәптә йыйыштырыусы ла булды, сөгөлдөр ҙә утаны. Әле лә буш тормай, гөрләп торған баҡса үҫтерә, кәзәләр һауып ҡаймағын айырта, ҡоротон, ҡымыҙын эшләй.

Ғәли ағай ҙа йәштән үк уңған була. 3 йыл армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, электрик һөнәрен үҙләштерә. Кесе малай булараҡ төп йортта төпләнә. Оҙаҡ йылдар һөнәре буйынса эшләп, хаҡлы ялға сыға. Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай ул, һәр саҡ концерттарҙа ҡатнаша, йыш ҡына район сәхнәһендә лә сығыш яһай- уның йырлауын тамашасылар яратып ҡабул итә.

Артислыҡ һәләте лә бар Ғәли ағайҙа, бына нисә йыл инде беҙҙең Юлдыбай ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Ҡайынтау” халыҡ театрында төп ролдәрҙә уйнай. Быйыл Х.Зариповтың “Их, кәләше лә, кәләше” спектаклендә хатта ике ролде башҡарҙы. Тик маҡтауға ғына лайыҡ уҙаманға әүҙем ҡатнашҡаны, үҙ ролен оҫта уйнағаны өсөн ҡиммәтле бүләк тә тапшырылды. Артабан да сәхнәне ташламаҫ, тип ышанабыҙ.


Матур ғаилә – ауылым көҙгөһө

Юлдыбай ауылының йәнә бер күркәм пары - ярты быуат элек ғаилә ҡорған Хәбирә Усман ҡыҙы менән Әхәт Хәмитулла улы Сәйетбаталовтар хаҡында ла яҙып үткем килә. Улар ҙы ла башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ.

“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән мәҡәл тап Әхәт ағайға ҡағыла кеүек - узелда ла эшләй, “Искра” совхозында трактор ҙа йөрөтә, аҙаҡ трактористар бригадиры, хаҡлы ялға сыҡҡансы һәм сыҡҡас тағын да 3 йыл тирмәнсе булып эшләй...

Үҙенең 78 йыл йәшәү дәүерендә 4 өй күтәргән кеше ул. Хәбирә еңгә 30 йылдан ашыу фермала эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Хеҙмәт дәүерендә алдынғы һауынсыларҙың береһе булды.

Сәйетбаталовтар 4 бала үҫтерҙе. Бөгөн улар төрлө һөнәр эйәләре булып эшләп йөрөйҙәр. Тик улдары Айрат ҡына, йөрәктәренә мәңге уңалмаҫлыҡ ауыр яра һалып, яҡты донъяларҙан иртә китте. Нишләйһең инде, донъя булғас төрлө хәлдәр була...

Олоғайғас та күңел һалып донъя көтөүсе ғаиләләр һирәктер... Әхәт ағай менән Хәбирә еңгә үксәләренә баҫып килгән ҡартлыҡҡа бирешмәй, һаман да элекке ғәҙәт буйынса хеҙмәттән йәм табып, матур ғүмер итә. Күпләп һарыҡ тоталар, ҡош-ҡорттары ла күп, баҡсала еләк-емеш ағастары, сәскәләр үҫтерәләр.

Бына шундай уңған, тырыш ғаиләләр йәмләй Юлдыбайҙы! Күршеләш кенә йәшәгән алтын парҙарға артабан да күңел тыныслығы, һаулыҡ, бәхет юлдаш булһын!

Лира МИҢЛЕБАЕВА,

Яны Хвалын утары китапханасыһы.


Читайте нас: