Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Июль 2019, 12:56

Хат ташыусыларға – беҙҙән хөрмәт

Мәләүез ҡалаһында Рәсәй почтаһы көнө уңайынан тантаналы сара үтте, унда тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре билдәләнде.

Мәләүез ҡалаһында Рәсәй почтаһы көнө уңайынан тантаналы сара үтте, унда тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре билдәләнде.
Сараны асып, Мәләүез почтамты айырымланған структур подразделениеһы начальнигы Лидия Веселова йыйылыусыларҙы ихлас күңелдән тәбрикләне, уңыштарҙы барланы:
- Үҙебеҙҙең һөнәри байрамды беҙ яҡшы күрһәткестәр менән ҡаршылайбыҙ. Планды үтәү, матбуғатҡа яҙылыусыларҙың һанын арттырыу өсөн бар тырышлығыҙҙы һалыуығыҙға барығыҙға ла оло рәхмәтемде еткерәм. Беҙҙеке кеүек көслө һәм татыу коллектив ҡына почта хеҙмәттәрен күрһәтеү буйынса дүрт йыл рәттән республика буйынса призлы урындар яулай ала, - тип билдәләне ул.
Беҙҙең райондың почта бүлексәләре Мәләүез почтамты айырымланған структур подразделениеһына ҡарай. “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә яҙылыусылар һанын арттырыуға ҙур өлөш индергәндәре, план күрһәткестәрен үтәүҙә өлгәшелгән уңыштары өсөн Исем почта бүлексәһе (начальнигы - Харламова Татьяна Петровна), Мәҡсүт почта бүлексәһе (начальнигы – Әбдрәхимова Рәзилә Искәндәр ҡыҙы) һәм Семен-Петровский почта бүлексәһе (етәксеһе – Низамова Зөлфиә Мәүлит ҡыҙы) Күгәрсен мәғлүмәт үҙәгенең рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Район гәзиттәре тарафынан алдан иғлан ителгән конкурсҡа ла йомғаҡ яһалды, унда еңеп сыҡҡан иң яҡшы хат ташыусылар бүләкләнде, быйыл ул баһаға лайыҡлы рәүештә “Мораҙым” гәзите буйынса Тәүәкән почта бүлексәһе хат ташыусыһы Сәлихова Гөлсинә Таһир ҡыҙы һәм “Кугарчинские вести” гәзите буйынса Исем почта бүлексәһе хат ташыусыһы Шаева Ольга Геннадьевна лайыҡ булды.
Бикес ауылында йәшәүсе Гөлсинә Таһир ҡыҙы Сәлихова бына инде 5 йыллап ваҡыт ауылдаштарына рухи аҙыҡ тарата. Эшен яратып башҡарыусы хеҙмәткәр ошо йылдар эсендә үҙе хеҙмәтләндергән Теләүембәт, Бикес ауылдары халҡына нисәмә мең гәзит-журнал ташығандыр ҙа, нисәмә ҡыуаныслы хәбәр алып килгәндер. Йәйге эҫе, көҙгө быҫҡаҡ ямғыр, ыжғыр буран, ҡышҡы һыуыҡ тип тормай ике ауылды һә тигәнсе урап сыға, кешегә ҡыуаныс-шатлыҡ килтергән хеҙмәтен яратып, күңел һалып башҡара ул.
- Нимә генә тимә, барыбер беҙҙең ауыл халҡы гәзит-журналдарҙы ярата, байрам көткәндәй көтөп ала, - ти ул ғорурланып. – Айырыуса “Мораҙым”ды яраталар, республика баҫмаларынан “Йәшлек”кә өҫтөнлөк бирәләр. Гәзиткә яҙылыу кампанияһын уңышлы атҡарып сығырға “Тәүәкән” йәмғиәте ныҡ ярҙам итә, хужалыҡ етәкселәренә ҙур рәхмәт.
Гөлсинә Таһир ҡыҙы үҙе тыумышы менән Ауырғазы районынан. Яҙмышын Бикес ауылы егете Сәғит Ишмөхәмәт улы менән бәйләп, беҙҙең яҡтарға килеп төпләнгәненә, хәҙер инде күптән үҙ кеше булып китеүенә лә күп йылдар үткән, күп һыуҙар аҡҡан. Тормош иптәше менән 4 балаға ғүмер биреп, уның өсәүһен – Резеда, Гөлназ, Илназды башлы-күҙле итеп, 6 ейәнгә өләсәй-олатай булырға ла өлгөргәндәр. Төпсөктәре Алмас әле мәктәптә уҡый.
Гөлсинә Таһир ҡыҙы кеүек хат ташыусыларҙың эше ваҡытлы матбуғат ташыуҙан ғына ғибәрәт түгел, улар халыҡты көндәлек кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итә, үҙҙәренә беркетелгән ауылдарҙан электр, газ, интернет, телефон өсөн түләүҙәр ҙә ҡабул итә. Эштәре күп булһа ла бер зарланмай, тырышып, дәртләнеп эшләйҙәр. Шундай хат ташыусыларыбыҙ булғанда беҙҙең дә алдағы көндәргә ышаныс һәм өмөт ҙур.
Ольга Геннадьевна Исем ауылын хеҙмәтләндерә. Ул үҙенең хеҙмәт юлын 16 йәшендә генә тыуған яғы - Ҡаҙағстан Республикаһының Джамбул ҡалаһында башлай. Исем ауылы менән яҙмышын бәйләп, ғаиләһе менән ошонда төпләнә, биш балаға ғүмер бирә. 25 йылдан артыҡ һауынсы булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, бына инде 6 йылдан ашыу почтала хеҙмәт итә. Уны хеҙмәттәштәре лә, ауылдаштары ихтирам итә. 62 йәштә булыуына ҡарамаҫтан Ольга Геннадьевна бик әүҙем. Йәй көндәре велосипедта, ҡарлы ҡыштарҙа сана менән ул үҙ участкаһын йөрөп сыға. Үҙ эшен яратып башҡара, иң яҡшы почта хеҙмәткәрҙәренә генә хас булғанса үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай.
Розалия ИСҠУЖИНА, Гөлдәр АБДУЛЛИНА.
Гөлдәр АБДУЛЛИНА һәм ғаилә архивынан алынған фотолар.
Читайте нас: