Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Июль 2019, 11:38

Ҡунаҡсыл һәм алсаҡ, берҙәм халыҡ Төйәк иткән икән Ҡасҡынды

Ситтән бәләкәс кенә булып күренгән боронғо башҡорт ауылында бөгөн 200-гә яҡын кеше йәшәй, 66 хужалыҡ. Малсылыҡ, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән уңғандары Ҡасҡынға йән өрөп тора. Әллә ниндәй хан һарайҙары түгел, ыҡсым ғына, бер иш төҙөк йорттар биҙәй урамдарҙы. Дөрөҫ, эйәһеҙ өйҙәр ҙә етәрлек, уларҙың ҡайһы берәүҙәрендә йәмле йәйҙәрен генә тормош йәнләнә, әммә билдән ҡый баҫып ултырған ихата, баҡсалар күҙгә ташланмай, киреһенсә, гөл-сәскәгә күмелгән ихаталар бында йәшәүсе халыҡтың матурлыҡҡа ынтылышлы, егәрле икәнлеге хаҡында әйтеп торғандай.

Тарихын белгәндең – киләсәге өмөтлө

Тарихи сығанаҡтарға күҙ һалһаң, Ҡасҡын ауылы XVIII быуат аҙағынlа 7 йорттан торған. 10-сы ревизияла 24 йортта 136 кеше йәшәүе хаҡында теркәлгән, ә 1920 йылға йорттар һәм йәшәүселәр һаны ике тапҡырға артҡан. Беренсе булып ауылға килеп төпләнеүсенең улдары – Мәзит (1755 йылғы) һәм Ғәлекәй (1759) Ҡасҡыновтарҙың бында 19-сы быуат башында йәшәгәндәре мәғлүм. Ҡасҡын, Моҡас, Санъяп ауылдарының Атайсал түбәһенә ҡарауынан сығып, бында йәшәүсе халыҡтың Сибай ауылы (Баймаҡ районы) халҡы менән тығыҙ генетик бәйләнештә булғанлығы хаҡында ҡыйыу һүҙ йөрөтөргә мөмкин, сөнки Атайсал исеме - Сибайҙағы ауыл һәм тау исеменән.

Ауылдың үҙ төҫө, үҙ йәме бар

Ата-бабаларҙың фатихаһы менән...

Үткән аҙнала был йәмле төбәктә уҙғарылған һәм ауылдаштар, ырыуҙаштар, дуҫтар-туғандарҙы туплаған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы был яҡ халыҡтың берҙәм, ҡунаҡсыл, ябай, ифрат дәртле булыуын да асып һалды.


Байрам күрке – һыйлы табындар


Гармунсыларҙың, өҙә баҫып бейергә маһир ауыл уңғандарының байтаҡ булыуы ла хайран итте. Ә табындары!.. Тәмлекәс ләүәштәр, ҡош теле, бөйөрөк, бәлештәр, төрлө еләк-емештәрҙән ҡойолған ҡаҡ, тиҫтәләгән ит ризыҡтарынан һығылып торҙо.


“Өлгөлө йорт” хужалары – Гөлшат менән Шәфҡәт Ибраһимовтар ихатаһында хәҙрәттең уңған килендәре, ҡыҙҙары табынды нәҡ боронғоса урындыҡҡа ҡорғайны. Түрҙә – выжлап ултырған самауыр, ауыҙ һыуын килтереп торған ҡош теле, аҡ ҡалас, сейә, муйыл ҡорото... Биш бала тәрбиәләп үҫтергән Нурия инәй Мәхийәнова йәшәгән йорт алдына ҡуйылған өҫтәл төрлөһөнән сәк-сәге, яңы бешкән ҡоймағы менән ымһындырҙы. Ә бына Рәфиә менән Хәлит Бикбулатовтар һәр йәй һайын ҡайтып, ғәзиз кешеләренән һуң бушап ҡалған атай-әсәй йортона йән өрәләр, байрам хөрмәтенә милли ризыҡтарға мул ҙур табын әҙерләргә лә өлгөргәндәр. Зөһрә менән Рыҫкилде Байғусҡаровтар нигеҙен дә йәтим ҡалдырмаған ейән-ейәнсәрҙәре, тирә-яғын ипкә килтереп, байрамса өҫтәл ҡуйғандар.



Ә бына тирә-яҡҡа крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы булараҡ танылған Хөсәйен Хәсән улының йәмәғәте Фаягөл Ибраһимова ла алтын ҡуллы хужабикә икән дә, мейес аштары ауыҙҙа иреп тора, сәйҙәре лә шифалы. Киләһе йортта һуғыш ветераны Абдулхай Абдрахман улы йәшәгән, хәҙер атай йортон йәмләп Миңзәлә менән Фәүжәт Иглековтар ең һыҙғанып донъя көтә. Фәимә Йосопова менән Рәйеф Әмиров, улы һәм килене менән татыу ғүмер итеүсе Зәбирә Мусинаның табындарының эстетик зауыҡ менән биҙәлеше иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Фәрҙиә менән Сөнғәт Ҡансияровтар ысын туй табыны әҙерләгән, театраль тамаша күрһәтеп тә, дәртле гармун көйөнә тыпырҙатып бейеп тә кәйефтәрҙе күтәрҙе ҙур, берҙәм ғаилә. Өҫтәлдәр буйынса лайыҡлы 3-сө урын алды улар, ә 2-се урынға Рәфиә менән Хәлит Бикбулатовтар сыҡты. Табын ҡорған бөтә 16 йорт хужаһы ла аҙаҡ бүләкләнде.

Йыр-моңға һәм бүләккә, йылы һүҙгә бай тантана


Йәмәғәтселек эштәрендә, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Сөнғәтулла, Айҙар Ҡансияровтар, Тәлғәт Байғусҡаров, Миңзәлә менән Фәүжәт Иглековтар, Миңһылыу Ибраһимова, Фәрҙиә Ҡансияроваларҙы рәхмәт хаттары менән бүләкләне.



Роберт Шакир улы ла ауылдаштарын ихлас сәләмләп, оло байрамды ойоштороуға көс һалған тырыштарға, урындағы етәкселеккә ихлас рәхмәтен белдерҙе һәм Ҡасҡын ауылы тарихына туҡталып үтеп, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерҙе. Район мәҙәниәт һарайы артистары – Руслан Абдуллин, Мәҙинә Рәхмәтуллина, Ришат Бәҙретдинов, байрамдың хөрмәтле ҡунағы, Өфө дәүләт опера һәм балет театры йырсыһы Иҙел Аралбаев үҙҙәренең сағыу сығыштары менән тамашасы йөрәген яуланы, байрамға йәм өҫтәне.

Тантанала йәш фермерҙар – Нәфис һәм Рәфис Ибраһимовтар, Ринат Ишморатов; “Интернациональ ғаилә” – Евдокия менән Азат Иглековтар, ауылдың ағинәйҙәре – Ғәтиә Вәлиәхмәт ҡыҙы Ҡунаҡҡужина менән Ғәтиә Әбделмән ҡыҙы Ниязғоловалар, ауылдың аҡһаҡалы – Шәфҡәт Ғәрифулла улы Ибраһимов, ауылдың иң йәш гражданы – Гөлнара Чиляковалар билдәләнеп, бүләкләнде.

Өлгөлө ғаиләләр – Гөлшат менән Шәфҡәт, Әминә менән Ибраһим, Зәйнәб менән Хәйҙәр Ибраһимовтар, Маһинур, Рәзилә менән Рөстәм Байғусҡаровтар, Рима менән Вәкил Рафиҡовтар, Рәшиҙә менән Илдус Иҫәнбирҙиндар, Лилиә менән Ринат Ишморатовтар, Рәйлә менән Фәнил Йәрмөхәмәтовтар, Әлфиә Алтынсуриналарҙы ла тәбрикләп, аҡ теләктәргә күмделәр. “Өлгөлө йорт” алтаҡталары Миңзәлә һәм Фәүжәт Иглековтар, Фаягөл һәм Хөсәйен Ибраһимовтар, Вәсилә һәм Айҙар, Вәсилә һәм Ғимран Ҡансияровтар, Әлиә һәм Илнур Чиляковтар, Фәрҙиә һәм Сөнғәтулла Ҡансияровтар, Әлиә һәм Азамат, Фәүзиә һәм Мирза Иглековтар, Фәниә Дәүләтова, Ғәшүрә һәм Тәлғәт, Рәхимә һәм Мөхәмәтйән Байғусҡаровтар, Рәшиҙә һәм Сәфиулла Ишморатовтар, Рәфиә һәм Хәлит Бикбулатовтар, Фәимә һәм Рәйеф Әмировтар, Нәзирә Собханғолова, Гәүһәр Бикмөхәмәтова, Гөлүзә һәм Рәшит Йәрмөхәмәтовтарҙың өйҙәрен биҙәйәсәк.


Һис шикһеҙ, йылы осрашыуҙарға, аҡ теләктәргә, яҡты тәьҫораттарға һәм бүләктәргә бай матур байрам ҡасҡындарҙың хәтерендә лә оҙаҡ һаҡланыр, киләсәктә дәртләнеп йәшәргә, сәмләнеп эшләргә, донъя көтөргә йөрәктәренә дәрт-дарман биреп торор.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Наилә КУШНЕРОВА фотолары.

Читайте нас: