Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Июль 2019, 17:39

Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, рухташтар һәм йәндәштәр!

Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, рухташтар һәм йәндәштәр! “Үкенмәҫ тә инем бар ғүмерем Үтһә әгәр Оло Эйек буйында...” Кеше күңелендә иң ҙур урын биләгән мәңгелек ҡиммәттәрҙең береһе ул – тыуған ер! Ниндәй генә йәштә булыуына ҡарамаҫтан - сабый баламы ул, сәстәренә сал төшкән инәй-бабаймы – һәр кем тәпәй баҫҡан, кендек ҡаны тамған ере хаҡындағы иң изге, йылы тойғоларҙы йөрәк түрендә һаҡлай. Ошо көндәрҙә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйылған Сәйетҡол ауылы халҡы ла тыуған тупрағынан бөтмәҫ көс, дәрт алып ғүмер итә.

“Үкенмәҫ тә инем бар ғүмерем
Үтһә әгәр Оло Эйек буйында...”
Кеше күңелендә иң ҙур урын биләгән мәңгелек ҡиммәттәрҙең береһе ул – тыуған ер! Ниндәй генә йәштә булыуына ҡарамаҫтан - сабый баламы ул, сәстәренә сал төшкән инәй-бабаймы – һәр кем тәпәй баҫҡан, кендек ҡаны тамған ере хаҡындағы иң изге, йылы тойғоларҙы йөрәк түрендә һаҡлай. Ошо көндәрҙә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйылған Сәйетҡол ауылы халҡы ла тыуған тупрағынан бөтмәҫ көс, дәрт алып ғүмер итә.

Быуындарҙан-быуындарға тапшырылған тарих
Ҡара-Ҡыпсаҡ ырыуының иң данлыҡлы ауылдарының береһе булған Сәйетҡол ауылы тарихына ҡыҫҡаса ғына булһа ла туҡталып уҙмау яҙыҡ булыр...
Рәсми мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, Сәйетҡол ауылына 1723 йылда Ҡара-Ҡыпсаҡ ырыуының Сәйетҡол исемле аҫаба башҡорто нигеҙ һалған.
1855-1863 йылдарҙа Сәйетҡолда 2-се башҡорт кантонының штаб-квартираһы урынлашҡан. 1858 йылда рус-башҡорт мәктәбе, 1869 йылда башҡорт ҡыҙҙарын рус грамотаһына, баҡсасылыҡҡа, йорт хужалығына өйрәтеү буйынса мәктәп асылған. Шуныһын да билдәләп үтеү фарыз: 1866 йылдан алып Сәйетҡол ауылы Яҡшембәт, Мораҙым, Муса, Бикеш ауылдарын берләштергән ауыл йәмғиәте үҙәге лә булып торған.

Табындары мул, күңелдәре көр...
Ҡунаҡтарҙы беренсе булып ҡаршы алған, ауылда дини йолаларҙы атҡарған Зифа инәй Рәхмәтуллина әйтәһе теләктәрен мөнәжәт аша әйтеп, барыһын да хайран ҡалдырһа, Нурия апай Ниязғолова ата-әсәһе Зәйтүнә һәм Сәхиулла Булатовтарҙың нигеҙен ҡоротмай һаҡлап алып ҡалыуы менән һоҡландырҙы.
Һәр кемдең үҙенең яратҡан шөғөлө була – тормош иптәше Зилә менән табын ҡорған Фирғәт Туҡанаев балыҡсы исемен бушҡа йөрөтмәүен иҫбатлап, барыһын да үҙе тотҡан йылға балығы менән һыйланы.
Ауыл ҡотон арттырыусы ғаиләләрҙең береһе - Айгөл менән Венер Абдуллиндарҙың бай табынында ла үҙ ҡулдары менән бешерелгән тәмле-татлы ризыҡтар ғына урын алған.
Донъяларын шау сәскәгә күмгән Динә апай һәм уның ҡыҙы Лилиә Сәйетбатталовалар ҙа ауылда уңған хужабикәләр булып танылған. Йәнә бер күркәм ғаилә – Эльвира һәм Ҡасим Хөсәйеновтарһыҙ ауылдың йәмәғәт тормошон күҙ алдына ла килтереп булмай. Береһе китапхансы, икенсеһе уңышлы эшҡыуар булған пар һәр өмәлә, һәр мәҙәни сарала әүҙем ҡатнаша. Ғаилә башлығының апаһы – 38 йыл ғүмерен мәғариф өлкәһенә арнаған Әлфиә Сәмиғулла ҡыҙы 8 бала үҫтергән ата-әсәһен оло хөрмәт менән телгә алды, ғаилә тарихы менән таныштырҙы.
Мәрхүм һуғыш ветераны Сәғитйән Сәйетбатталовтың нигеҙен һыуытмаусы Земфира менән Илфаттың йорто ла ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте: төп йортҡа балалар, ейән-ейәнсәрҙәр генә түгел, бүлә-бүләсәрҙәр ҙә йыйылғайны. Уларҙың күршеһе Фәрит Мәжитовтың да ишек алды гөрләп торҙо. Ауылдаштары алдында тәрән хөрмәт ҡаҙанған был ағай ил мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән, яуаплы вазифаларҙа тир түккән улдары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
Атай нигеҙен һыуытмаусы Фәнил Байгилдин туғандары менән берлектә боронғо экспонаттарҙан кескәй генә музейға торошло мөйөш булдырған.
Фәрҙәнә һәм Сафуан Рафиҡовтар һәм уларҙың яҡындары ҡунаҡтарға һыйлы табындан тыш, күҙҙе ҡыуандырырлыҡ тамаша – дәртле бейеү бүләк итте.
Ғөмүмән алғанда, күмәк көс менән әҙерләнгән бар табындар ҙа мул булды, төрлө милли ризыҡтарҙан һығылып торҙо, иң мөһиме – хужаларҙың барыһы ла ихласлыҡ, халҡыбыҙға хас ҡунаҡсыллыҡ менән урамдан уҙған һәр кемгә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтте. Егәрле хужаларҙың барыһына ла “афарин!” тип әйтмәй булдыра алмайбыҙ.

Булдыҡлылар, уңғандар...
Урындағы һәүәҫкәрҙәрҙең, ситтән ҡайтҡан йыр-моң оҫталарының (улар бик күп булып сыҡты) һәм район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Нәғим Нуриманов менән Эльвира Йыһаншинаның дәртле йыр-моңдары, бейеүҙәре бүләкләүҙәр менән бергә үрелеп барҙы. Бүләктәр иһә шул тиклем күп булды, ситтән ҡарағанда, ауылда йәшәүсе берәү ҙә ситтә ҡалманы, буғай, тигән уйға киленде.
Сәйетҡол йәштәре элек-электән спорт менән дуҫ булған. Ошо көндәрҙә улар

... Ҡан-ҡәрҙәштәрҙе бергә туплаған, туғанлыҡты яңыртҡан байрам күңелдәрҙә тик яҡты тойғолар ғына ҡалдырҙы. Байрамға әҙерләнеүе генә оҙаҡ һымаҡ, үҙе бер тынала уҙа ла китә. Сәйетҡолдағы “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” күҙ асып йомғансы уҙып китһә лә, унан алған юғары кәйеф, рух берлеге ауыл халҡының күңелен бик оҙаҡ йылытасаҡ әле!

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Автор фотолары.
Читайте нас: