Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Июль 2019, 13:05

Эшһөйәрҙәр төйәк иткән йәмле төбәк

Мораҙым, йәиһә Юлдыбай яғына барғанда юл өҫтөндә ҡалған Яңы Хвалын ауылынан күпселек елдереп үтеп китергә тура килә. Дөрөҫ, төбәккә йәм бөркөп йәшәүсе йәш ғаиләләр, матур парҙар менән уҡыусыларыбыҙҙы таныштырғаныбыҙ бар. Был юлы эш сәфәребеҙ мотлаҡ был ауылға туҡталып, баҫмаларға яҙылыу осоронда хвалындарҙың тын алышын белеү, шул йәһәттән әүҙемерәк дуҫтарыбыҙҙы асыҡлау маҡсатына нигеҙләнде. Бәхеткә күрә, аяҙ көндө йәшен атҡан кеүек алдарында пәйҙә булып, таң менән тыныс донъяларына “ҡул һуҙыу” берәүгә генә оҡшаманы, ә башҡа ябай ауыл кешеләренең киң күңелле, донъяға яҡты ҡарашлы, ижади хеҙмәт кешеләренә ихтирамлы булыуҙары һис көтөлмәгәнсә ғәжәйеп ҙур ҡыуаныс булды. Кешелеклелек, мөләйемлек сифаттары вазифаға ла, кеҫәңә лә ҡарамай шул, улар – ҡандан, тәрбиәнән һалына, ябай һауынсы, ябай ветеринарҙың мәҙәни кимәле йыш ҡына урынлы эштәге кешеләрҙекенән дә юғарыраҡ булып сыға... Ғүмерҙәрен ветеринария өлкәһенә бағышлап, хәләл көс менән тапҡанына шөкөр итеп, эштән бәхет биргәненә яҙмыштарына рәхмәтле булып, тормош ауырлығына һис зарланмайынса сәмләнеп йәшәүсе һәм өҫтә яҙып үтелгәнде үҙ өлгөһөндә иҫбатлаусы Флүзә һәм Йондоҙ Вәхитовтар - ифрат һоҡланғыс кешеләр. Йондоҙ ағайҙы электән ишетеп белә инем, уның матур ғаиләһе менән яҡындан танышыу күңелдә йылы, яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы. Өҫтәүенә улар - оҙаҡ йылдар буйы баҫмабыҙға тоғро ҡалыусы әүҙем уҡыусылар. Район һәм ауылдарҙа ҡайнаған тормошҡа битараф ҡала алмай шул үҙҙәре тынғыһыҙ хеҙмәттә һыналғандар!

Мораҙым, йәиһә Юлдыбай яғына барғанда юл өҫтөндә ҡалған Яңы Хвалын ауылынан күпселек елдереп үтеп китергә тура килә. Дөрөҫ, төбәккә йәм бөркөп йәшәүсе йәш ғаиләләр, матур парҙар менән уҡыусыларыбыҙҙы таныштырғаныбыҙ бар. Был юлы эш сәфәребеҙ мотлаҡ был ауылға туҡталып, баҫмаларға яҙылыу осоронда хвалындарҙың тын алышын белеү, шул йәһәттән әүҙемерәк дуҫтарыбыҙҙы асыҡлау маҡсатына нигеҙләнде. Бәхеткә күрә, аяҙ көндө йәшен атҡан кеүек алдарында пәйҙә булып, таң менән тыныс донъяларына “ҡул һуҙыу” берәүгә генә оҡшаманы, ә башҡа ябай ауыл кешеләренең киң күңелле, донъяға яҡты ҡарашлы, ижади хеҙмәт кешеләренә ихтирамлы булыуҙары һис көтөлмәгәнсә ғәжәйеп ҙур ҡыуаныс булды. Кешелеклелек, мөләйемлек сифаттары вазифаға ла, кеҫәңә лә ҡарамай шул, улар – ҡандан, тәрбиәнән һалына, ябай һауынсы, ябай ветеринарҙың мәҙәни кимәле йыш ҡына урынлы эштәге кешеләрҙекенән дә юғарыраҡ булып сыға...
Ғүмерҙәрен ветеринария өлкәһенә бағышлап, хәләл көс менән тапҡанына шөкөр итеп, эштән бәхет биргәненә яҙмыштарына рәхмәтле булып, тормош ауырлығына һис зарланмайынса сәмләнеп йәшәүсе һәм өҫтә яҙып үтелгәнде үҙ өлгөһөндә иҫбатлаусы Флүзә һәм Йондоҙ Вәхитовтар - ифрат һоҡланғыс кешеләр. Йондоҙ ағайҙы электән ишетеп белә инем, уның матур ғаиләһе менән яҡындан танышыу күңелдә йылы, яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы. Өҫтәүенә улар - оҙаҡ йылдар буйы баҫмабыҙға тоғро ҡалыусы әүҙем уҡыусылар. Район һәм ауылдарҙа ҡайнаған тормошҡа битараф ҡала алмай шул үҙҙәре тынғыһыҙ хеҙмәттә һыналғандар!
Төплө белемле, таһыл белгес, хәҙер инде яңы ғаилә башлығы “Искра” совхозының баш мал врачы итеп тәғәйенләнгәс, әлбиттә, йәштәр Яңы Хвалында төпләнә. Ул осорҙа совхоздың, фермаларҙың ишле мал менән тулып гөрләп торған саҡтары... Ал-ял булмаһа ла, үҙе һайлап алған һөнәрен яратып башҡарған намыҫлы эшсәнгә был өлкәне һайлағанға һис үкенергә тура килмәй. Тик 90-сыларҙың ел-дауылы районды урап үтмәй, ике меңенсе йылдарҙың башында совхоз тарҡала. Был мәлдәр күп ир-аттар өсөн һынылыш осоро булды, хатта ғаилә терәге булған имәндәй ныҡ уҙамандар ҙа баҙап ҡалды. Тик Вәхитов кеүек ҡалын елкәле, белеме һәм һәләте бар кеше тормошта юғалып ҡала буламы һуң? Ул 2011 йылға тиклем район ветеринария үҙәгенә Мораҡҡа йөрөп эшләй. Хәҙер инде хаҡлы ялға сығыуына дүрт йыл булыуға ҡарамаҫтан, һаман да яратҡан эшен дауам итә. Дауам итә тип ни... Совхоздар сәскә атҡан ваҡытта ла, сыуалыш осоронда һәм хәҙерге яңы заманда ла улар һөйөклө ҡатыны менән һәр саҡ бер өлкәлә хеҙмәт итеп, бер үк юлды тапаған, бер үк ҡаҙаныштарға ирешкән кешеләр. Флүзә Шәрәфетдин ҡыҙы (ул да күптән хаҡлы ялда) яуаплы эшсәндең тормошта ла, эшендә лә уң ҡулы, яҡшы кәңәшсеһе, ярҙамсыһы. Нисә йылдар хәҙер улар бер Юлдыбай ауыл биләмәһен генә түгел, Нуҡай, Побоище ауыл биләмәләрен, Мораҡ ауыл биләмәһенә ҡараған Яҡшембәт яғын, йәғни бөтәһе 12 ауылды хеҙмәтләндерә. Вәхитовтарҙың төп бурысы – кешегә йоғошло ауырыуҙарҙы киҫәтеү маҡсатында профилактик саралар үткәреү, йәғни мал-тыуарҙы, йорт хайуандарын вакциналау, халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барыу.
- Малдарға укол ҡаҙар өсөн бер йортҡа йылына 7-8 тапҡыр инергә тура килә. Шуныһы ҡыуаныслы – малдарҙың сәләмәт булыуы иң тәү сиратта үҙҙәре өсөн әһәмиәтле булыуын кешеләр яҡшы аңлай. Малдар ҙа кеше кеүек тере йән эйәһе – төрлө сирҙәр менән сырхаулап китә. Һирәк булһа ла, эре малда туберкулез сире асыҡланған осраҡтар ҙа булғылай, лейкоз менән ауырыған һыйырҙың һөтө зарарлы, итен ашарға ярай. Үҙҙәре аҫраған йорт хайуандарына ҡотороу сиренә ҡаршы прививка эшләтеүгә кешеләр үҙҙәре теләк белдерә. Халыҡ эшебеҙҙән ҡәнәғәт – иң мөһиме шул, - тип, эштәренең асылына төшөндөрөп үтте улар.
Хеҙмәт яланында ал-ял белмәгән намыҫлы һәм тәжрибәле ветеринарҙар өлгөлө әсәй һәм атай ҙа. Балаларына лайыҡлы белем алырға ярҙам итеп, үҙҙәре өлгөһөндә уларҙы эшһөйәр, булдыҡлы итеп тәрбиәләй алғандар. Ҡыҙҙары Фәнүзә, улдары Азат икеһе лә ғаиләле һәм һөнәрле, Өфө ҡалаһында хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә эшләйҙәр.
Дүрт тиҫтәгә яҡын ғүмер һәм хеҙмәт юлдарын пар аҡҡоштарҙай бергә-бергә үтеп, ауыл еренең йәмен-тәмен белеп һәм тирә-яҡҡа, кешелеккә ҡарата ихтирам тойоп йәшәүсе Флүзә һәм Йондоҙ Вәхитовтарҙың был заманда айырыуса ҙур ихтыяжлыҡ менән файҙаланған хеҙмәттәре ярҙамында әле алда халыҡҡа күпме файҙа килтерәһе бар әле! Нәҡ улар кеүек алсаҡ йөҙлө, алтын ҡуллы ауыл уңғандары был төбәккә йәм һәм ҡот өҫтәй ҙә инде.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: