Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Июль 2019, 21:46

Ғаилә байрамына – Бөрөгә!

Быйыл 8 июлдә – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә – Бөрө ҡалаһында ҙур байрам үтәсәк. Сара ҡаланың иң матур урындарының береһендә – Октябрь майҙанында ойошторола. Янындағы Свято-Троицк соборы тулыһынса балалар ҡарамағында буласаҡ: улар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, уйындар, күргәҙмәләр ойоштороу ҡаралған. Бөрөләр һәм ҡала ҡунаҡтары урындағы кәсепселәр ижады менән таныша, уҡ ата, милли ризыҡтар, эсемлектәрҙе тәмләй аласаҡ.

Быйыл 8 июлдә – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә – Бөрө ҡалаһында ҙур байрам үтәсәк.


Сара ҡаланың иң матур урындарының береһендә – Октябрь майҙанында ойошторола. Янындағы Свято-Троицк соборы тулыһынса балалар ҡарамағында буласаҡ: улар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, уйындар, күргәҙмәләр ойоштороу ҡаралған. Бөрөләр һәм ҡала ҡунаҡтары урындағы кәсепселәр ижады менән таныша, уҡ ата, милли ризыҡтар, эсемлектәрҙе тәмләй аласаҡ.


Ҙур сәхнәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров менән уның ҡатыны Каринэ Хәбирова алдынғы ата-әсәләргә “Ата-әсә фиҙакәрлеге” миҙалын тапшырасаҡ. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар бергә татыу йәшәгән ғаиләләр “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнәсәк. “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк еңеүселәре менән танышыу мөмкинлеге лә буласаҡ.


Бынан тыш ҙур байрам концерты һәм фейерверк та көтөлә.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас: