Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Июнь 2019, 00:34

Атаһы улының башына атҡан

Аҙна башында Бәләбәй районында була был ҡырағай хәл. 44 йәшлек ул менән 68 йәшлек атай һүҙгә килешә. Улы атаһына күп эскәне өсөн иҫкәрмә яһай. Ғаилә башлығына был оҡшамай, күңелендә үпкә ҡала, күрәһең.

Аҙна башында Бәләбәй районында була был ҡырағай хәл.


44 йәшлек ул менән 68 йәшлек атай һүҙгә килешә. Улы атаһына күп эскәне өсөн иҫкәрмә яһай. Ғаилә башлығына был оҡшамай, күңелендә үпкә ҡала, күрәһең. Таңғы сәғәт 5-тә тора ла, улын уята һәм башына пистолеттан ата. Тауышҡа зыян күреүсенең әсәһе килеп сыға һәм иренән ҡоралды тартып алып, йәшереп ҡуя.


Ҡатын шунда уҡ “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен саҡыра. Ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамы арҡаһында, яраланған ир иҫән ҡала.


Енәйәттә ғәйепләнеүсе ир ҡасмай, тик ғәйебен дә тулыһынса танымай. Имеш, ул яңылыш атҡан. Ә пистолетты 90-сы йылдарҙа ҡулдан алған булған. Ҡорал йөрөтөү өсөн рөхсәте юҡ.


Ғаилә башлығына ҡарата Бәләбәй район-ара тәфтиш бүлеге ике статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан: “үлтерергә маташыу” һәм “законһыҙ ҡорал һаҡлау”. Уны ҡулға алғандар, тикшереү эше дауам итә.

Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас: