Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Июнь 2019, 17:07

Урам исемдәрен - уйлап

Беҙ Рәсәй менән бергә булһаҡ та, беҙҙең – башҡорттарҙың, үҙ төбәге – Башҡортостаны бар. Илде ил иткән, уны барлыҡҡа килтергән – халыҡ. Халыҡ булмаһа ил дә булмай. Яҡшы даны илдән –илгә таралған арҙаҡлы, зыялы, данлыҡлы шәхестәребеҙ ҙә күп. Әммә милләтебеҙгә борондон һуғылған “наҙан” тигән мөһөр бөгөн дә үҙен күрһәтә биреп ҡала. Был башлыса телебеҙҙә сағылыш таба. Телебеҙҙе белмәгән, тарихыбыҙҙы һанламаған, халҡыбыҙҙы күтәрмәгән быуын үҫеп сығасағы хафаландыра. Башҡорт ере, иле, халҡы, теле өсөн көршкән батырҙарыбыҙ, тарихсыларыбыҙҙы милләтселектә ғәйепләп, яла яҡҡан замандар ҙа булды. Шулай ҙа, тарих үҙенекен итә: быуаттар аша булһа ла, бөтә дөрөҫлөгөн асып һала. Әммә төп һүҙ был хаҡта түгел, ә мәғәнәһеҙ урам исемдәре тураһында. Хәйер, был мәсьәлә лә нәҡ тарихыбыҙға ҡайтып ҡала шул.

Беҙ Рәсәй менән бергә булһаҡ та, беҙҙең – башҡорттарҙың, үҙ төбәге – Башҡортостаны бар. Илде ил иткән, уны барлыҡҡа килтергән – халыҡ. Халыҡ булмаһа ил дә булмай. Яҡшы даны илдән –илгә таралған арҙаҡлы, зыялы, данлыҡлы шәхестәребеҙ ҙә күп. Әммә милләтебеҙгә борондон һуғылған “наҙан” тигән мөһөр бөгөн дә үҙен күрһәтә биреп ҡала. Был башлыса телебеҙҙә сағылыш таба. Телебеҙҙе белмәгән, тарихыбыҙҙы һанламаған, халҡыбыҙҙы күтәрмәгән быуын үҫеп сығасағы хафаландыра. Башҡорт ере, иле, халҡы, теле өсөн көршкән батырҙарыбыҙ, тарихсыларыбыҙҙы милләтселектә ғәйепләп, яла яҡҡан замандар ҙа булды. Шулай ҙа, тарих үҙенекен итә: быуаттар аша булһа ла, бөтә дөрөҫлөгөн асып һала.
Әммә төп һүҙ был хаҡта түгел, ә мәғәнәһеҙ урам исемдәре тураһында. Хәйер, был мәсьәлә лә нәҡ тарихыбыҙға ҡайтып ҡала шул.
Район үҙәгендәге урамдар исемене генә алайыҡ: Заводская, Луговая, Дорожная, Западная, Центральная, Интернациональная, Новая, Зеленая... Тағы ла Ҡыҙыл, Алһыу, Зәңгәр урамдар барлыҡҡа килмәҫ тимә әгәр ошолай дауам итһә.
Милләтебеҙҙең, телебеҙҙең бәҫен күтәреү өсөн урамдарға зыялыларыбыҙҙың исемдәрен биреү күпкә яҡшыраҡ булыр ине, минеңсә. Хатта ҡыҫҡаса биографияларын яҙып, һәр урамда таҡтаташ асыу ҙа ҡамасауламаҫ ине.
Әйтәйек, беҙ бөгөн Ҡаһым түрә, Алдар батыр, Исмәғил Тасимов, Ҡараһаҡал, Батыршалар тураһында нимәләр беләбеҙ? Кемдер әйтер: уларҙың эшмәкәрлеге Күгәрсен районы менән бәйле түгел тип. Ә беҙ бер Башҡортостанда йәшәйбеҙ түгелме?
Шулай уҡ 1917 йылда булдырылған Башҡорт хөкүмәте ағзалары Зәки Вәлиди менән Шәйехзада Бабичтан башҡа кемдәрҙе беләбеҙ?
Урамға исем биргәндә уйлаңҡырап эш итһәк икән. Башҡортобоҙҙоң данлы улдарының исемен мәңгеләштереүгә етди, талапсан булайыҡ.
Үҙҙәре иҫән саҡта ла ҙурлағанда ҡамасауламаҫ. Мин, мәҫәлән, бөгөндән Төнъяҡ биҫтәлә урынлашҡан Центральная урамына үҙебеҙҙең тәүге Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың исемен бирер инем. Остазыбыҙ үҙе тере сағында ысын хөрмәт итеү булыр ине. Яҡташыбыҙҙы беҙ ҙурламаһаҡ, кем ҙурлай?
Урам исемдәре лә тарих һөйләргә, халҡыбыҙҙы данларға тейеш.

Сабит ӘЛИМҒОЛОВ,

Мораҡ ауылы.
Читайте нас: