Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Июнь 2019, 18:11

Ултырыштар – башҡорт телендә

Үткән аҙнала район хакимиәтендә ауыл биләмәләре вәкилдәре ҡатнашлығында “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең сираттағы ултырышы үтте. Ауыл ерҙәренең биш йыллыҡ комплекслы үҫеше, күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын, ишек алдарын төҙөкләндереү, “Айыҡ Башҡортостан” республика проектын тормошҡа ашырыу, матбуғатҡа яҙылыу һәм партия эшмәкәрлеген байҡау, балалар өсөн урам футболы фестивален ойоштороу буйынса уҙған был кәңәшмәнең бер әтнәкәһе бар. Ул да булһа уның башҡорт телендә үтеүендә. Эйе, яңылышманығыҙ, башҡорт телендә. Ултырыш саф башҡорт телендә барҙы, сығыш яһаусылар ҙа, тәҡдимдәр индереүселәр ҙә, һорау биреүселәр ҙә – барыһы ла башҡорт телендә сығыш яһаны. Әлбиттә, тәүҙә нисектер ситен һымағыраҡ тойолғандай булды: рәсми кәңәшмәләрҙе, ултырыштарҙы рус телендә үткәреүгә ғәҙәтләнгәнбеҙ, залда бер генә рус милләте вәкиле булһа ла, вата-емерә булһа ла, русса һупалауҙарға күнегелгән.

Эйе, башҡорт теле дәүләт статусына эйә булһа ла, документаль тел булып рус теле ҡала килә ине.
Һуңғы йылдарҙа тел мәсьәләһенә иғтибарҙың бермә-бер артыуымы, етәкселәрҙең башҡорт телен үҙ кимәлендә күтәреүе йоғонтоһомо – башҡорт теленең бәҫе күҙгә күренеп артты. Әле яҙғыһын ғына халыҡ депутаты Әлфәрис Байсурин парламентта башҡортса сығыш яһаһа, халыҡ-ара диктант яҙыу үткәрелһә, әле килеп район хакимиәттәрендә рәсми ултырыштарҙы башҡорт телендә үткәреү ысулы ҡулланыла башланы.
“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең сираттағы ултырышы ла быға асыҡ дәлил. Әйткәндәй, ул күрһәтмә өсөн генә үткәрелмәне, был тәжрибә киләсәктә башҡа өлкәләрҙә лә киң ҡулланыласаҡ.
Гөлфиә ИСКӘНДӘРОВА, Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
- Бәләкәй ауылдар, хатта ҡайһы бер район үҙәктәре өсөн был яңылыҡ түгел. Унда бөтә йыйылыштар ҙа, саралар ҙа, ултырыштар ҙа башҡортса үтә. Ғөмүмән, телебеҙгә иғтибарҙың артыуы уның кимәлен дә күтәрә. Башҡорт теле ғаилә теле булып ҡына ҡалыу ихтималы бар тип өркөтһәләр ҙә, бының булыуы мөмкин түгел, минеңсә. Сөнки, телебеҙҙең бәҫен беҙ үҙебеҙ күтәрәбеҙ. Мөмкин тиклем киңерәк даирәгә сығарып, рәсми саралар аша пропагандаларғанда ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә була. Сөнки нимә генә тиһәң дә, ошондай иғтибар, ошондай ҡараш нәҡ үрҙән әҙерәк ине бығаса. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан был сара ысын мәғәнәһендә ҙур әһәмиәткә эйә.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Читайте нас: