Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Июнь 2019, 14:45

Мораҡтағы Достоевский һәм Нефтселәр урамдарында байрамдар үтте

Һәр йыл һайын Рәсәй көнө уңайынан республикабыҙҙа, район үҙәгендә матур саралар: ауыл һәм урам байрамдары үткәрелә. Мораҡ урамдары шул йәһәттән тағы ла күркәмләнеп ҡала – йорт-ихаталар тәртипкә килтерелә, юлдар төҙөкләндерелә, баҡсалар сәскәгә күмелә. Бындай саралар ауыл-урамдарҙы төҙөкләндереү яғынан ғына түгел, уларҙы данлап, үҙе йәшәгән ергә күркәм булмышы, намыҫлы хеҙмәте менән йән өрөүсе ысын уңғандарҙы асыҡларға булышлыҡ итеүе менән дә әһәмиәтле. Мәшһүр рус яҙыусыһы исемен ғорур йөрөткән Достоевский урамы ҡупшылығы менән әсир итте. Шәхестең исеменә тап төшөрмәй, уны данлап, тормош ауырлыҡтарына бирешмәйсә, һис аһ-зарҙы белмәйенсә тырышып йәшәгән киң күңелле, алсаҡ, уңған халыҡ ғүмер итә икән бында! Артабан байрам эстафетаһын дауам иттереүсе Нефтселәр урамының, баҡтиһәң, исеме есеменә тап килә икән! Бында йәшәүселәрҙең күпселеге нәҡ ҡара алтын табыу сәнәғәте үҫешенә тиңһеҙ өлөш индергән эшсәндәр.

Һәр йыл һайын Рәсәй көнө уңайынан республикабыҙҙа, район үҙәгендә матур саралар: ауыл һәм урам байрамдары үткәрелә. Мораҡ урамдары шул йәһәттән тағы ла күркәмләнеп ҡала – йорт-ихаталар тәртипкә килтерелә, юлдар төҙөкләндерелә, баҡсалар сәскәгә күмелә. Бындай саралар ауыл-урамдарҙы төҙөкләндереү яғынан ғына түгел, уларҙы данлап, үҙе йәшәгән ергә күркәм булмышы, намыҫлы хеҙмәте менән йән өрөүсе ысын уңғандарҙы асыҡларға булышлыҡ итеүе менән дә әһәмиәтле.
Мәшһүр рус яҙыусыһы исемен ғорур йөрөткән Достоевский урамы ҡупшылығы менән әсир итте. Шәхестең исеменә тап төшөрмәй, уны данлап, тормош ауырлыҡтарына бирешмәйсә, һис аһ-зарҙы белмәйенсә тырышып йәшәгән киң күңелле, алсаҡ, уңған халыҡ ғүмер итә икән бында!

Беренсе булып ҡунаҡтарҙы Аҡъюловтар, Тажетдиновтар, Ярудовтар күңелле йыр-моң, аҡ ҡалас менән йылы ҡаршы алды. Тәүҙә иғтибарҙы йөкмәткеле күргәҙмә йәлеп итте, ул “Енәйәт һәм хөкөм”, “Идиот” әҫәрҙәре, “Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр” кеүек ҡанатлы һүҙҙәре менән мәктәп эскәмйәһенән үк һәр беребеҙгә яҡшы таныш урыҫ классигының яҡты иҫтәлегенә бағышланғайны.
Волковтар, Панафидиндар, Маркеловтар, Иҙрисовтар, Емельяновтар, Мельниктар берҙәм тырышлыҡ менән тирмә ҡорған, тирмә эсендә – һыйлы табын, эргәһендә – ҡаҙан аҫылған, утта бешерелгән балығына тиклем түрҙән урын алған. Башҡаларҙан әүҙемлеге менән айырылып торған Альбина менән Олег Волковтар урамға 90-сы йылдар башында иң беренселәрҙән булып килеп төпләнгән. Улар ике ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә биргәндәр. Өлкән ҡыҙҙары Виолета Мораҡ 1-се урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, икенсеһе – Оксана Өфө ҡалаһында кооператив техникумында преподаватель булып эшләй.
Урам байрамының йомғаҡлау өлөшөндә бында йәшәүсе халыҡ исеменән сығыш яһаған Александр Панафидин етәкселеккә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, урамыбыҙҙы үлем менән сауҙа итеүселәр булмаған урам тип икенсе төрлө атау ҙа урынлы булыр ине, тигән фекерен белдерҙе.

Исемдәре есеменә тап килә икән дә!

Урамдар гел балҡыһын!
Байрамдар яҡты тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Ысынлап та, күрше хаҡы – тәңре хаҡы тип, бер-береһенең ҡәҙерен белеп, тормоштоң бар йәмен тойоп ҙур татыу ғаиләләй ғүмер итеүсе күркәм кешеләр йәшәй был Достоевский һәм Нефтселәр урамында.
Ҡунаҡсылдар, егәрлеләр төбәк иткән ғәжәйеп матур урамдарҙың гел төҙөк булып Мораҡ ауылын йәмләренә, кешеләренең йөҙҙәре байрамдағыса һәр саҡ балҡырына, табындарының ғүмер баҡый мул булырына һис шигебеҙ юҡ!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотолары.
Читайте нас: