Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Июнь 2019, 14:58

Стивен Сигалды ниҙәр һоҡландырҙы?

“Урал аръяғы-2019” инвестиция һабантуйының рәсми өлөшө тамамланғандан һуң мәртәбәле ҡунаҡтар Ленин урамында урынлашҡан “Сибай Арбаты”ндағы күргәҙмәләрҙе ҡараны.

“Урал аръяғы-2019” инвестиция һабантуйының рәсми өлөшө тамамланғандан һуң мәртәбәле ҡунаҡтар Ленин урамында урынлашҡан “Сибай Арбаты”ндағы күргәҙмәләрҙе ҡараны.


Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Голливуд йондоҙо Стивен Сигал, уның хәләл ефете һәм башҡалар ҡала оҫталарының бай күргәҙмәһен, йыр-моңло сығыштарын һоҡланып ҡараны.


Ҡунаҡтарҙы, шул иҫәптән Голливуд йондоҙон бигерәк тә Сибай йәшмәһенән эшләнгән биҙәүестәр, паннолар, шкатулкалар хайран итте. Улар шулай уҡ башҡорт ҡымыҙын, бауырһаҡты оҡшатты.

Автор: Кәримә УСМАНОВА. Сибай ҡалаһы

Читайте нас: