Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Июнь 2019, 00:35

Республиканың туғыҙ районында тыуым артҡан, шул иҫәптән Күгәрсендә

2019 йылдың биш айында Башҡортостанда 17 593 сабыйҙың тыуыуы теркәлгән. Республиканың туғыҙ районында тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырыуҙың артыуы билдәләнгән.

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
2019 йылдың биш айында Башҡортостанда 17 593 сабыйҙың тыуыуы теркәлгән. Республиканың туғыҙ районында тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырыуҙың артыуы билдәләнгән.
Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, Саҡмағош районында артым – 13,3%, Стәрлетамаҡта – 10,7%, Асҡында – 8,8%, Әлшәйҙә һәм Дыуанда – 6,5%, Илеш районында – 5,7%, Күгәрсендә – 4,6%, Йәрмәкәйҙә – 2,5%, Өфө районында 1,0% тәшкил иткән.
Өфөлә Дим (5,2 процентҡа), Ленин райондарының (5,5) ЗАГС бүлектәрендә, Октябрь районының икенсе ЗАГС бүлегендә (6,3 процентҡа) теркәлгән сабыйҙар һанының артыуы билдәләнгән.
Бүздәк һәм Нуриман райондарында ошо осорҙа тыуым күрһәткестәре былтырғы кимәлдә ҡалған.
Читайте нас: