Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Июнь 2019, 10:00

Милли проект: һөт кухняһы эш башлай

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың республикала һөт кухняларын киң йәйелдереү буйынса күрһәтмәһенә ярашлы әүҙем эш бара #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың республикала һөт кухняларын киң йәйелдереү буйынса күрһәтмәһенә ярашлы әүҙем эш бара.


Был башланғыс “Демография” милли проектының “Башҡортостанда граждандарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән сәләмәт туҡланыу һәм зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу” төбәк проектына индерелде.


Планлаштырылыуынса, 1 июлдән Стәрлетамаҡ ҡалаһында балалар өсөн һөт фабрика-кухняһы эш башлай. Унда әлегә тиклем дәүләт автономлы учреждениеһын булдырыу, республика министрлыҡтары, ведомстволары менән ҡарар проекты буйынса килешеү процедуралары үткәрелде. Һөт кухняһы продукция сығарыуға техник яҡтан күптән әҙер.


Билдәле булыуынса, Стәрлетамаҡ ҡалаһында һөт фабрика-кухняһы булдырыу буйынса проект быйыл 1 апрелдә республика етәксеһе Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡаралды. Производство етештереү хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, барлыҡ санитар нормаларҙы, ҡағиҙәләрҙе һаҡлау мөмкинлеген биргән заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Унда 15-тән ашыу төр продукция, шул иҫәптән сирҙәрҙе дауалауға, иҫкәртеүгә йүнәлтелгәндәре күп, сығарыласаҡ.


Һөт фабрика-кухняһы ризыҡтары менән республиканың көньяҡ төбәгендәге өс йәшкә тиклемге балалар тәьмин ителә. Улар – Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары, Мәләүез, Ишембай райондары сабыйҙары. Әле Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса дәүләт комитетында был продукция менән социаль ярҙам рәүешендә бушлай тәьмин ителәсәк балаларҙың исемлеген төҙөү бара.


Шул уҡ ваҡытта киләсәктә һөт аҙыҡтарын Күмертау ҡалаһына, Көйөргәҙе, Ауырғазы райондарына таратыу мәсьәләһе лә ҡарала. Продукцияны коммерция нигеҙендә махсус магазиндарҙан да алыу мөмкин буласаҡ.


Ошондай уҡ һөт кухняларын Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Белорет ҡалаларында ла булдырыу ниәте бар.