Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Июнь 2019, 23:46

Башҡортостандың өс районында һабантуй уҙғарыу ваҡыты үҙгәрҙе

Башҡортостандың өс районында һабантуй уҙғарыу ваҡыты үҙгәрҙе. Тейешле указға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Башҡортостандың өс районында һабантуй уҙғарыу ваҡыты үҙгәрҙе. Тейешле указға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған документҡа ярашлы, Белорет районында һабантуй 15 июнгә күсерелде. Салауат һәм Ишембай райондарында халыҡ байрамы 29 июндә ойошторола.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Радий Хәбиров тәҡдиме менән быйылдан башлап республикала һабантуйҙар хәмерһеҙ уҙғарыла. 30 майҙа Дәүләт Йыйылышы депутаттарыһабантуй көндәрендә, шулай уҡ 27 июндә — Йәштәр көнөндә һәм 1 сентябрҙә — Белем байрамында Башҡортостан райондарында һәм ҡалаларында спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйған закон ҡабул итте.
1 июндә Бөрйән районында 2019 йылғы һабантуйҙарға старт бирелде. Сәсеү эштәренең тамамланыуы уңайынан ойошторолған байрамда Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Читайте нас: