Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Июнь 2019, 17:39

Йәмле паркта гөрләне һабантуйҙар...

Һәр йыл һайын йәмле йәй башында физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн һабантуй ойошторола. Быйыл был күркәм байрам район үҙәгендә урынлашҡан Зәйнәб Биишева исемендәге паркта үтте, бында бөтәһе 104 бала саҡырылды.

Һәр йыл һайын йәмле йәй башында физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн һабантуй ойошторола. Быйыл был күркәм байрам район үҙәгендә урынлашҡан Зәйнәб Биишева исемендәге паркта үтте, бында бөтәһе 104 бала саҡырылды.

Иң тәүҙә байрамдың төп сәбәпселәрен район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар буйынса бүлеге баш белгесе Артур Әбдрәхимов тәбрикләне.

- Балаларҙы яҡлау көнө уңайынан мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында, йәйге ял ойоштороу үҙәктәрендә матур саралар уҙғарылды. Был көн фәҡәт сабыйҙарға бағышлап күңелле саралар үткәреү өсөн генә түгел, ә ата-әсәләргә уларҙың балаларына өҫтәмә иғтибар бүлеү кәрәклеген, кескәйҙәрҙең дә тормошобоҙҙа, йәмғиәтебеҙҙә мөһим урын биләүен иҫтәренә төшөрөү өсөн әһәмиәтле. Бөгөн үткәрелгән һабантуй байрамы күңелегеҙҙә тик яҡты тәьҫораттар ғына ҡалдырыр тип ышанабыҙ, - тине ул.

Район инвалидтар ойошмаһы рәйесе Гөлшат Киленбаева көн тәртибе менән таныштырҙы. Үҙенсәлекле балалар яҙмышына битараф ҡала алмайынса, уларҙың шатлыҡ-ғазаптарын да гелән уртаҡлашып, һәләттәрен күрә белеп иңдәренә ҡанат ҡуйырға, район ғына түгел, республика кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнашырға ярҙамлашҡан Волостновка мәктәбе директоры Рәсимә Варнавскаяға район инвалидтар ойошмаһының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Байрам сараһында Волостновка мәктәбендә белем алған өс уҡыусы ла ҡатнашты. Алтынсыны тамамлаған Дарья Гардонова һәм етенсе класты бөткән Антонина Заруцкаяның йырға маһирлығын күптәр белә. Был юлы Антонина бүләккә “Әсәй” йырын әҙерләгәйне, уның моңло тауышы күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын тирбәтте.

- Ошондай байрам саралары төпкөл ауылдағы балаларға кеше араһына сығырға мөмкинлек бирә. Үҙ донъяларына ғына бикләнеп йәшәмәһендәр тип, республикала үткән “Таланттар йондоҙлоғо” конкурсында ла ике йыл рәттән ҡатнаштыҡ, һабантуйҙарҙан ситтә ҡалмайбыҙ, унан бигерәк дәрт-илһам алып ҡайталар. Был һабантуй ҙа сабыйҙарға тик яҡшы кәйеф бүләк итеп, уларға тиҫтерҙәре, тирә-яҡ менән аралашырға дәрт өҫтәһен, асыштарға башланғыс булып торһон, - ти бала йәнле, намыҫлы мәғариф эшсәне.

Йыр-моңға бай сарала тынғыһыҙ, балалар йөрәгенә асҡыс ярата белеүсе район мәҙәниәт эшсәндәре тарафынан төрлө уйындар уйнатылды. Һәләтлеләр үҙ оҫталығын күрһәтте, балалар яратҡан мультипликацион фильмдарының геройҙарына эйәреп бейеп тә күңел асты. Аҙаҡ һабын ҡыуыҡтары шоуын ҡарау, кафела тәмле төшкө аш менән һыйланыу бәхетенә лә ирештеләр. Әсә-аталарға һәм уларҙың балаларына ярҙам йөҙөнән сараға психолог һәм юрист саҡырылғайны, һәр кемгә борсоған һорау менән белгестәрҙең хеҙмәтенән файҙаланыу мөмкинлеге булды. Оҙонса шарҙарҙан төрлө фигуралар эшләү буйынса мастер-класс күрһәтеүсе Лариса Баваддинова эргәһенән бәләкәстәр өҙөлмәне.

Район инвалидтар ойошмаһы, район хакимиәте, мәғариф, медицина, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторолған матур саранан ысынлап та балалар тик күтәренке кәйеф, яҡты тәьҫораттар алды. Улар өсөн һабантуй ойоштороуҙың төп бурысы ла нәҡ сабый йөрәгенә күңелле ял бүләк итеүгә, уларҙың үҫешенә тамсы булһа ла өлөш индереүгә нигеҙләнгән бит. Сабыйҙарҙың күркәм паркта шау-гөр килеп үткән һабантуйҙа башҡалар менән осрашып күрешеүҙән, ҡыҙыҡлы уйындарҙан рухи аҙыҡ, артабан йәшәр өсөн көс-дәрт һәм илһам алыуҙарына һис шик юҡ.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотолары.
Читайте нас: