Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Июнь 2019, 17:23

Гәзиткә яҙылдығыҙмы? Квитанциялар көтәбеҙ!

“Районка”ларҙы даими уҡып барыусылар гәзиткә яҙылыусылар араһында “Аҙна һайын – бүләк” акцияһы үткәрелеүе тураһында күптән хәбәрҙар. Был аҙнала ла ошо матур йолаға тоғро ҡалып, “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә яҙылыусыларҙың квитанциялары араһында бик шәп бүләктәр уйнатылды.

Шулай итеп, был аҙнала беҙҙең гәзиттең еңеүселәре: Мораҡтан Мәғәфиә Яубаҫарова (сәғәт), Ғәлиә Буранбаева (стакандар йыйылмаһы), Багдашкиндан Мәнсүрә Мөлөкова (ваза) һәм Ҡасҡындан Вәсилә Ҡансиярова (сәй сервизы). “Кугарчинские вести”ға яҙылыусылар араһында Мораҡтан Финат Сәлихов, Миләүшә Бикбаева, Надежда Лаврикова һәм Лилиә Ҡотлосуринаға шундай уҡ бүләктәр насип булды.

Еңеүселәрҙе редакцияла көтөп ҡалабыҙ (үҙең менән паспорт, социаль номер һәм страховка танытмаһын алып килергә).

Ҡалғандарҙы иһә әүҙемерәк булырға, ятып ҡалғансы атып ҡалырға саҡырабыҙ! Шарттар ябай: “районка”ларға ярты йыллыҡҡа яҙылырға һәм тулы исем-фамилияғыҙ, адресығыҙ күрһәтелгән квитанция күсермәһен редакцияға – Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресы буйынса хат аша ебәрергә йәки алып килергә. Киләһе бүләк уйнатыу 11 июндә (шишәмбе) иртәнге 11-ҙә буласаҡ. Гәзиткә яҙылмағандар, яҙылып та һаман квитанцияһын беҙгә килтереп еткермәгәндәр, ашығығыҙ! Төп бүләк – телевизор уйнатыуға ла ваҡыт күп ҡалманы.
Читайте нас: