Мораҙым
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Июнь 2019, 18:08

Эй бала саҡ, бала саҡ! Балдан татлы бала саҡ!

Кемдән генә һораһаң да яуап бер булыр: ғүмерҙең иң бәхетле, иң сағыу һәм ғәмһеҙ осоро – бала саҡ. Шулай булмаһа, быуындары саҡ нығына башлаған 15-16 йәшлек үҫмерҙәрҙән алып, теше ҡойолоп бөткән сал сәсле инәй-бабайҙарға тиклем уны һағынып йонсомаҫ ине. Бала саҡтың һәр көнө ул-ҡыҙҙарыбыҙҙың күңелендә бәхет менән уйылып ҡалһын өсөн беҙ, ололар, айырыуса тырышырға тейеш. Был йәһәттән районда байтаҡ эштәр башҡарыла. 1 июндә – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә З.Биишева исемендәге паркта уҙғарылған байрам шундай эштәрҙең береһе булды.

Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре һәм З.Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе коллективы балаларға ысын мәғәнәһендә оҙаҡ иҫтә ҡалырлыҡ сағыу байрам ойошторҙо. Малай-ҡыҙҙар төрлө геройҙар менән бергә бер миҙгелгә булһа ла сихри әкиәт донъяһына сумды, сәхнәләгеләр менән бергә шаярҙы-көлдө, йырланы-бейене, төрлө уйындарҙа ҡатнашты, Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең һынлы сәнғәт бүлегендә шөғөлләнеүселәр төшөргән картиналар менән танышты, китапханасылар ярҙамында ҡағыҙҙан баш кейемдәре яһарға өйрәнде.

Район мәҙәниәт һарайының “Калинка”, балалар сәнғәт мәктәбенең “Мораҙым” фольклор (етәксеһе – Зәлиә Сәйфуллина), скрипкасылар (Ирина Ильина),”Озорники” баянсылар һәм аккорденсылар (Дмитрий Камалиев), “Дэмитон” вокал (Флорида Кәримова), “Грация” (Гөлшат Байтуғанова), “Замана” бейеү (Айһылыу Хәбирова), “Веселые ребята” тынлы һәм һуҡма уйын ҡоралдары (Салауат Наҙарғолов) ансамблдәренең, Линиза Кәримова, Карина Ҡолтаева, Аиша Йыһаншинаның дәртле йыр-моңдары, бейеүҙәре балаларҙың ғына түгел, атай-әсәйҙәрҙең, олатай-өләсәйҙәрҙең дә күңеленә үтеп инде.

Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, артабан балалар өсөн тағы ла бик күп тамашалар уҙғарыласаҡ. Тимәк, ышаныс менән әйтеп була: балаларҙың күңелле йәйге каникул көтә!

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Читайте нас: