Мораҙым
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Май 2019, 17:19

Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Башҡортостан ҡалаларында һәм ауылдарында һабантуй көндәрендә хәмер һатыуҙы сикләүгә йүнәлтелгән закон ҡабул итте

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Константин Толкачев был закондың һайлаусыларҙың мөрәжәғәттәре нигеҙендә ҡабул ителеүен һәм интернетта йәмәғәтселек тикшереүе үтеүен билдәләне.

Шулай уҡ Йәштәр көнөндә (27 июндә), Белем көнөндә (1 сентябрҙә, әгәр 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килһә, 2 сентябрҙә) спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйҙылар.
«Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголле продукцияны ҡулланыуҙы сикләү тураһында»ғы республика законына үҙгәрештәр көн һайын алкоголде һатыуға ғәмәлдә булған тыйыуҙы өс сәғәткә арттырҙы. Хәҙер ул киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем һатылмай. Элек төнгө 11-ҙән иртәнге 8-гә ҡәҙәр һатырға ярамай ине.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Константин Толкачев был закондың һайлаусыларҙың мөрәжәғәттәре нигеҙендә ҡабул ителеүен һәм интернетта йәмәғәтселек тикшереүе үтеүен билдәләне.
«Халыҡтан хәмер һатыуҙы сикләүгә бәйле бик күп тәҡдимдәр килә. Беҙ маҡсатҡа ярашлыларын һайланыҡ.
Яңы закон бизнеста кире сағылыш тапмаҫҡа, халыҡтың киң ҡатламының мәнфәғәттәрен сикләмәҫкә, шул уҡ ваҡытта ҙур байрам көндәрендә йәмәғәт тәртибен тәьмин итергә, йәштәр араһында спиртлы эсемлекте ҡулланыуҙы кәметергә тейеш», — тине республика парламенты спикеры.
Читайте нас: