Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Май 2019, 11:09

Бүләктәр хужаһы кем булды?

“Районка”ларҙы даими уҡып барыусылар “Аҙна һайын бүләк от!” акцияһы тураһында яҡшы хәбәрҙар. Гәзиткә яҙылыу мәлендә яҙылыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында уҙғарылған был сараның сираттағы еңеүселәрен үткән шаршамбы билдәләнек. 29 майҙа уҙған уйында барлығы 306 квитанция уйнатылды.

“Районка”ларҙы даими уҡып барыусылар “Аҙна һайын бүләк от!” акцияһы тураһында яҡшы хәбәрҙар. Гәзиткә яҙылыу мәлендә яҙылыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында уҙғарылған был сараның сираттағы еңеүселәрен үткән шаршамбы билдәләнек.

29 майҙа уҙған уйында барлығы 306 квитанция уйнатылды. Шулай итеп, был аҙнала “Мораҙым”ды алдырыусылар араһында Йомағужанан Миңлегөлсөм Собханғолова (ҡоймаҡ ҡойоу өсөн таба), Һатлыҡтан Нәбирә Килсенбаева (духовка өсөн көршәктәр), Мораҡтан Илнур Мәсәғутов (салат өсөн һауыттар) һәм Шәһүрә Йәрмөхәмәтова (кейем-һалым үтекләү таҡтаһы) иң даланлылары булды. “Кугарчинские вести” гәзитен уҡыусылар араһында Мораҡтан Фәнис Сәйфетдинов, Илгиз Яхин, Исемдән Владимир Широков, Яҡшембәттән Рәфис Йәрмөхәмәтов шундай уҡ бүләктәргә лайыҡ булдылар. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ (үҙең менән паспорт, социаль номер һәм страховка танытмаһын алып килергә). Ҡалғандарҙың иһә хәтеренә төшөрәбеҙ: “районка”ларға ярты йыллыҡҡа яҙылып, квитанция күсермәһен беҙгә алып килгән һәр кем шәп бүләктәр отоу мөмкинлегенә эйә.

Киләһе сара 5 июндә иртәнге 11-ҙә уҙасаҡ.
Читайте нас: