ӨФӨ, 2019 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Ураҙа байрамы уңайынан быйыл 4 июнь ял – байрам көнө тип иғлан ителгән.
Дүшәмбе, 3 июндә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Хеҙмәт кодексы статьяһы нигеҙендә, йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә, 4 июндәге байрам көнө уның иҫәбенә индерелмәй, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Хеҙмәт министрлығында.