Мораҙым
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Май 2019, 18:43

Фытыр саҙаҡаһы

Фытыр саҙаҡаһы Рамаҙан айының һуңғы көндәрендә бирелә. Иртәнсәк, ғәйет намаҙы алдынан саҙаҡа биреү иң яҡшы ваҡыт тип һанала. Пәйғәмбәребеҙ һәм сәхәбәләр саҙаҡаны ғәйет намаҙына китеп барышлай биргәндәр

Фытыр саҙаҡаһы Рамаҙан айының һуңғы көндәрендә бирелә. Иртәнсәк, ғәйет намаҙы алдынан саҙаҡа биреү иң яҡшы ваҡыт тип һанала. Пәйғәмбәребеҙ һәм сәхәбәләр саҙаҡаны ғәйет намаҙына китеп барышлай биргәндәр. Фытыр саҙаҡаһы аҙыҡ-түлек менән бирелә: дөгө, ҡарабойҙай, он, финик емештәре, макарон, эремсек һ.б. Уның күләмен элек, Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, ваҡытында “сағ” тигән һауыт менән үлсәгәндәр, ул беҙҙең өс литрлы банкаға 200 мл етмәгән күләмдәге һауыт. Әгәр ярмаларҙы килограмдарға әйләндерһәк, ул 2,4 кг-ға торош итә. Аҙыҡ-түлектең был үлсәме бер кеше иҫәбенә бирелә. Артығыраҡ биргәндән зыяны юҡ, киреһенсә сауабы күберәк була.

Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, ғаиләләге һәр кеше иҫәбенән – ололарҙан да, балаларҙан да саҙаҡа бирергә ҡушҡан. Ғалимыбыҙ Әбү Хәнифә уны аҡсалата ла бирергә була, ти. Ошо ризыҡтарҙы аҡсаға әйләндерһәк, һәр кешегә 50 һумдан 300 һумға тиклем тура килә. Килеме аҙ булғандар өсөн һәр кешенән 50-шәр һум, урта хәллеләрҙән 150 һум, байҙарҙан 300 һум тип фәтүә бирелә. Саҙаҡаны һәр кеше үҙ хәленә ҡарап бирә.

Фытыр саҙаҡаһының хикмәте тураһында Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, бына нимә тигән: “ Йөрәктәрҙе сафландырыу һәм мохтаждарҙы ҡыуандырыу өсөн”. Рамаҙан айында эшләнгән кәмселек-хаталарҙы йыуыр өсөн, Аллаһы Тәғәлә ярлыҡаһын, ураҙабыҙ камил булһын өсөн саҙаҡалар бирәбеҙ. Мохтаждар байрам көнө етешһеҙлек кисермәһен, байрам өҫтәле ҡорһон тигән хикмәте лә бар. Эйе, фытыр саҙаҡаһы фәҡирҙәргә, меҫкендәргә, бурысҡа батҡандарға, аҡсаһыҙ тороп ҡалған юлаусыларға бирелә.

Ғөмүмән, саҙаҡа биргәндә ошондай мохтажлыҡ кисергән туғандар булһа, иң беренсе уларҙан башларға кәрәк. Тик ата-әсә, балалар инмәй, сөнки беҙ уларҙы былай ҙа ҡарарға тейеш. Бер туғандар, уларҙың балалары, ике туғандар һәм башҡа туғандарға биреү хаҡлыраҡ. Әгәр саҙаҡаны кемгә бирергә белмәһәгеҙ, уны мәсеткә килтерергә була. Мәсеттә йыйылған аҡса шәкерттәргә, йәш имамдарға, күп балалы ғаиләләргә, ҡаза күргәндәргә ярҙамға тотонола.

Ғөмүмән, саҙаҡа биргәндә доға ҡылдырыу шарт түгел. Кеше рәхмәт әйтеп ҡабул итә икән, шул да етә. Аллаһы Тәғәлә кешенең күңелен, ниәтен белә, иң мөһиме саҙаҡаны ихлас күңелдән биреү.

Аллаһы Тәғәлә фытыр саҙаҡаларыбыҙҙы ҡабул итһен, кәмселек-хаталарыбыҙҙы ғәфү итһен, мал-мөлкәтебеҙгә бәрәкәт бирһен!

Рәсүл хәҙрәт ЯНБАЕВ, райондың имам-мөхтәсибе.
Читайте нас: