Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Май 2019, 12:59

Пограничник хәтирәһе

Яҙ, ҡояш, күңелдәрҙең наҙға тулған мәле... Ғәҙәти көндөң тынлығын сирена тауышы боҙа. Унынсы пограна заставаһы районында Польша ил һаҡсылары менән бәйләнеш өҙөлгән...

Яҙ, ҡояш, күңелдәрҙең наҙға тулған мәле... Ғәҙәти көндөң тынлығын сирена тауышы боҙа. Унынсы пограна заставаһы районында Польша ил һаҡсылары менән бәйләнеш өҙөлгән... Элемтәселәр ҡоралдарына тотона, хәүефле сигнал урынына йүнәләбеҙ һәм күрәбеҙ – беҙҙең Совет яғынан көслө ташҡын элемтә бағанаһын йыҡҡан. Уны багорҙар менән тартып алабыҙ һәм яр ситенә терәтәбеҙ. Нисек тә торһон өсөн ике яҡтан тарттырабыҙ, әммә тулы һыулы Көнбайыш Буг йылғаһы өҫтөнә тура килгән бағаналар араһындағы тимер сымдар сәнскеле бер йомғаҡҡа әйләнгән һәм уны тағатып алырға тырышыуыбыҙ бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй.

Хәүеф төркөмө прапорщигы сараһыҙлыҡтың көнөнән поляктар менән берлектә элемтә линияһын тергеҙеү өсөн погранотряд командованиеһынан рөхсәт һорарға ҡарар итә. Шул саҡта башҡортҡа хас дыуамаллығым ҡалҡып сыға һәм проводтар буйлап барып, сеймәлгән урынды тағатырға була икәнлеге хаҡында белдерәм. Элемтә ашығыс рәүештә кәрәк, командир ҡул һелтәп, ризалыҡ бирә.

Ташҡын һыуға ҡолап төшмәҫ өсөн тырнаҡтарымды бағанаға батырырҙай булып өҫкә үрмәләйем, өҫкө ике сымға йәбешәм, үксәләрем менән аҫҡыларына баҫам. Сантиметрлап ҡына тигәндәй атлап, йылға уртаһына табан йүнәләм. Аҫҡа ҡарамаҫҡа тырышам, әммә күҙ ситенә боҙло ташҡындың ажарланып аҡҡаны сағыла. 4 миллиметрлы сымдар буйлап китеп барам, улар өҙөлөп киткән осраҡта бер кем дә ҡотҡара алмаясаҡ... Сеймәлгән сымдарҙы тағатып бөткәс, саҡ йылғаға осоп төшмәйем. Ҡабат ярға аяҡ баҫҡансы әсәйем күҙ алдынан китмәй, һанаулы ғына минуттарҙа бар ғүмерем күҙ алдынан үтә. Иптәштәрем минең иҫән-һаҡ ҡотолоуыма, бәйләнештең тергеҙелеүенә шул тиклем шат, күмәкләшеп мине оҙаҡ ҡына күккә сөйәләр...

Әлфир ИШЕМҒОЛОВ.

Бикес ауылы.
Читайте нас: