Ябай ағас киҫәгенән күҙҙең яуын алырҙай әйберҙәр эшләгән кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгел. Ғәҙәттә, уларҙы “алтын ҡуллы” тип йөрөтәләр, һоҡланып йә аптырап “ағас ене ҡағылған” тип тә ебәрәләр.
Тәүәкән ауылында йәшәгән оҫта ҡуллы Азамат ағай Әбдрәхимовты күптән беләм. Үҙәк урамдың иң осонда – ағаслыҡ эргәһендә генә әкиәттәгеләй сынъяһау йорт хужаһы ул. Ауылда матур, төҙөк йорттар күп, әммә уларҙың өйө нисектер үҙенә башҡа сер һаҡлағандай. Сер тип, әллә ни ҙур сере лә юҡтыр инде уның. Бәлки, ҡул йылыһы ғына түгел, йөрәк йылыһын да ҡушып, төн йоҡоларын йоҡламай, ижад ҡомарын, фантазияһын, бөтә уй-кисерештәрен егеп, башҡарғанға шулай тойолалыр.
Азамат ағайҙың семәрләп эшләгән эштәренә битараф ҡалыусылар юҡтыр. Ауылдаштарын, райондаштарын ғына түгел, яҡын-тирә төбәктәрҙең дә халҡын зауыҡлы итеп эшләнгән йорт йыһаздары менән ҡыуандыра. Үҙҙәренең өйөндә лә хөкүмәт мебель кәрәк-ярағы күрмәҫһең: өҫтәлдәре лә, ултырғыстары ла, бүлмә –ара ишектәре лә, тәҙрә гардиндары ла, хатта кухня гарнитурҙары ла ҡулдан эшләнгән.
Атаһынан күргән – уҡ юнған
- Был шөғөлгә һөйөү бала саҡтан һалынған булғандыр. Былай аҡса кәрәклектән генә тотоноп киткәйнем ағасҡа, хәҙер байтаҡ йылдар булды инде. Күберәк заказ буйынса эшләйем. Ситтән дә ишетеп-күреп килеп алалар. – Азамат Әсҡәт улы шөғөлө хаҡында әллә ни асылып та бармай, әммә уның эштәренән барыһын да күрергә, барыһын да белергә була. Уның атаһы ла ағас эшенә бик оҫта кеше була. Атаһынан күреп, уҡ юнып үҫкән ир балалар бөгөн үҙҙәре лә алтын ҡуллы. Гәзитебеҙҙең үткән һандарының береһендә әсәләре Миңзифа инәй тураһында яҙғанда, Әсҡәт олатайҙың да, уларҙың улдарының да (малайҙарының барыһы ла ағас эшенә маһир) оҫта ҡуллы булыуҙары хаҡында һөйләгәйнек.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ: ағайыбыҙ бал ҡорто ла тота. Тәүҙә 5-10 баштан арттырмаһа, быйыл йөҙгә еткерергә ниәтләп тора. Әйткәндәй, бал ҡорттары ла әкиәтәгеләй матур умарталарҙа йәшәй. Семәрләп биҙәктәр һалып, буяп, гөл-сәскәле баҡсаға ултыртып, “бөтә шарттар ҙа” булдырып ҡуйған бал ҡорттарына.
- Тәүлектең ҡайһы мәлендә эшегеҙ айырыуса ырай?- тип һорайым Азамат ағайҙан. Яуабын да һиҙеп торам инде үҙем – төндә. Ысынлап та, күпме генә оҫталар менән һөйләшәбеҙ, илһамлы мәлдәре күберәк төнгө сәғәттәргә тура килә. Тормоштоң ығы-зығыһынан арынып, бөтәһе лә йоҡларға ятып, тирә-яҡта һиллек урынлашҡас, ошондай илаһи тынлыҡта ғына тыуалыр иң матур биҙәктәр, иң матур семәрҙәр.
- Таңғы дүрткә ҡәҙәр ошо оҫтаханамдан сыҡмаған мәлдәр булғылай. Бер тотонһаң, айырылып булмай, онотолоп китәһең. Кешеләрҙең ышанысын аҡлар өсөн фантазия ла, оҫталыҡ та кәрәк. Ағасты әллә ни һайламайым, ниндәйе бар –шунан эшләйем. Ниндәй ағас ҡулланһаң да, күңел һалып башҡарһаң, килеп сыға ул, - тип ихлас йылмая оҫта. Уның эшләгән йыһаздарының хаҡы баҙар хаҡынан күпкә айырыла, сифаты ла яҡшыраҡ, нығыраҡ.
Балта оҫтаһы мунса, усаҡлыҡ өсөн буралар ҙа бурай. Әле ауыл халҡына көтөү ҡаршылауға ышыҡ булыр тип, беседка эшләп ҡуймаҡсы.
Ике уңған йәрәшһә, бәхет булыр йәнәшә
Тормош иптәше Гөлнара апай ҙа ҡул эштәренә оҫта. Нимәгә генә тотонһа ла, гөл итә: өҫтәлгә биҙәкле селтәрҙәр, ултырғыс, диван япмалары, йөн ойоҡтар, бейәләйҙәр, кофта, күлдәктәр бәйләй, сәскәләр үҫтерергә ярата. Ҡыҙҙары Гөлнур менән Гөлзада ла әсәләренән күреп, тун бесә: бына әле һеҙ һүрәттә күргән гөлләмәләрҙе Гөлзада эшләгән. Ябай ғына ҡағыҙҙан ошондай күҙҙең яуын алырлыҡ матурлыҡ тыуҙырыу өсөн матурлыҡты күрә белеү ҙә, өйрәтеүсе остаздар ҙа кәрәк. Гөлнара апай иһә ҡыҙҙарын эшкә өйрәткән. Өлкән ҡыҙҙары Гөлнур Туймазыла ғаиләһе менән йәшәһә, Гөлзада кейәүе менән Санкт-Петербургта тора, беҙ барғанда атай йортона ялға ҡайтҡан сағы ине. 17 йәшлек Арыҫлан да һөнәр һайлап, Күмертау тау колледжында уҡып йөрөй, иң бәләкәй игеҙәктәр Динислам менән Данислам 3 класс уҡыусылары. Әйткәндәй, улар ҙа һынлы сәнғәткә ылыҡҡан, оҫта итеп һүрәт төшөрәләр, күргәҙмәләрҙә ҡатнашалар.
Ауылда йәшәгән кешегә бер һөнәр эйәһе генә булыу килешмәй шул. Хәйер, ауылда кемеһен генә алма –тырышып донъя көтә, ҡасандыр бала саҡта ябай ҡыҙыҡһыныу, яратҡан шөғөл генә булған йүнәлеште лә (заман үҙе талап итә) кәсепкә әйләндереп, килем алырға мөмкин.
- Кешенең ҡулынан килмәгән эш юҡ, теләктән тыш тырышлыҡ та, елкә лә кәрәк, - ти Азамат ағай.