Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Май 2019, 11:21

Гәзитле лә, бүләкле лә булдылар

Шулай итеп, был аҙнала беҙҙең бүләктәрҙе Мораҡтан Гүзәл Сәхибгәрәева , Подгорныйҙан Г.Иҫәнбаева, Исемдән Зилә Хөсәйенова, Йомағужанан Зәйтүнә Әбдрәшитова отто. “Кугарчинские вести” гәзитенә яҙылған Исемдән Байбулат Мырҙабулатов, Мораҡтан Йәүҙәт Ибраһимов, Миңлегөл Ибраһимова, Воскресенсктан Екатерина Хандошко шундай уҡ бүләктәргә лайыҡ булды. Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ. Киләһе сара 29 майҙа иртәнге 11-ҙә үтә.

Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге иғлан иткән “Аҙна һайын бүләк!” акцияһына был юлы 142 квитанция килде. Шуларҙың 40-ы “Мораҙым”ды алдырыусыларҙыҡы булһа, 102-һе – “Кугарчинские вести” гәзите уҡыусыларыныҡы ине.

Шулай итеп, был аҙнала беҙҙең бүләктәрҙе Мораҡтан Гүзәл Сәхибгәрәева , Подгорныйҙан Г.Иҫәнбаева, Исемдән Зилә Хөсәйенова, Йомағужанан Зәйтүнә Әбдрәшитова отто. “Кугарчинские вести” гәзитенә яҙылған Исемдән Байбулат Мырҙабулатов, Мораҡтан Йәүҙәт Ибраһимов, Миңлегөл Ибраһимова, Воскресенсктан Екатерина Хандошко шундай уҡ бүләктәргә лайыҡ булды. Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ. Киләһе сара 29 майҙа иртәнге 11-ҙә үтә.

Быға тиклем беҙҙең гәзиткә яҙылып өлгөрмәгәндәр Рәсәй Почтаһы иғлан иткән ун көнлөктән файҙаланып, “Мораҙым”ға осһоҙ хаҡ менән яҙыла ала. 26 майға тиклем хаҡтар түбәндәгесә:

- почта бүлексәһе аша ярты йылға яҙылыу хаҡы - 877 һум 14 тин.

- льготалы категорияға ҡараған граждандарға (Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, ветерандарына һәм инвалидтарына һәм уларға тиңләштерелгәндәргә; һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, чернобылселәргә, локаль һуғыш ветерандарына, билдәләнгән льгота һәм пособие алыусы хеҙмәт ветерандарына) – 806 һум 46 тин.

- редакциянан үҙегеҙ килеп алған осраҡта ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы 523 һум 80 тин буласаҡ. Корпоратив, йәғни коллектив менән яҙылыу ҙа ошо хаҡҡа төшәсәк.

- гәзиттең электрон версияһына яҙылыу 606 һум буласаҡ.

Гәзиткә яҙылып, квитанцияһын беҙгә – Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресы буйынса алып килгән йәки хат аша ебәргән һәр кем бик шәп, бик кәрәкле бүләктәр отоу мөмкинлегенә эйә. Төп бүләк – телевизор!

Һүрәттә: үткән аҙнала бүләк отоусы Шәмғиә Ишкилдина.
Читайте нас: