Йәйге каникулдар башланырға һанаулы көндәр ҡалып килә. Тик уҡыусыларҙың ашҡынып көтөп алған ялдарында күңелһеҙ хәлдәр, бәлә-ҡазалар булмаһын өсөн беҙгә, йәғни өлкәндәргә, ата-әсәләргә балаларына ҡарата иғтибарҙы көсәйтеү талап ителә. Эҫе, бөркөү көндәрҙә айырыуса.
Хәҙерге заманда балаларҙың хәүефһеҙ ялын ойоштороусы төрлө учреждениелар күп булыуға ҡарамаҫтан, байтаҡ сабыйҙар йәйге каникулдар осоронда үҙ иркенә ҡуйыла. Тап ана шуны иҫәпкә алып, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы Мәләүез район-ара профилактик эш һәм күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге балаларға, уларҙың ата-әсәләренә көндәлек тормошта, урамда һәм тәбиғәттә тоторға кәрәкле ҡағиҙәләрҙе иҫтәренә төшөрөп үтә.
- Күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында, хөрмәтле әсә-аталар, балағыҙҙың нимә менән шөғөлләнеүен күҙәтеү аҫтына алығыҙ, айырыуса янғын хәүефһеҙлегенә айырым иғтибар бүлегеҙ;
- Кесе йәштәге бала йәшәү урыны адресын һәм телефон номерын белергә тейеш. Балағыҙҙы мобиль телефон менән ҡулланырға өйрәтегеҙ, кәрәк саҡта ул тиҙ ярҙам күрһәтеү хеҙмәтенә һәм һеҙҙең эш урынығыҙға шылтырата алһын. Өйөгөҙҙә, телефон эргәһендә кәрәкле телефон номерҙары яҙылған ҡағыҙ ҡалдырығыҙ, һәм балағыҙға ниндәй осраҡтарҙа улар менән ҡулланырға мөмкинлеген аңлатығыҙ. Янғын сыҡҡан осраҡта урамға сығырға һәм башҡаларҙы ярҙамға саҡырырға кәрәклеген, йәшенеп ултырырға ярамағанлығын өйрәтегеҙ;
- Шырпы һәм тоҡандырғыстарығыҙҙы балаларҙың ҡулы теймәгән урындарҙа һаҡлағыҙ, үҙаллы газ һәм электр приборҙары менән ҡулланырға, мейес яғырға рөхсәт итмәгеҙ;
- Мөмкин булһа, өлкән ағай-апайҙарына кескәйҙәргә күҙ-ҡолаҡ булырға ҡушығыҙ, бәләкәстәрҙе өйҙә бер үҙҙәрен ҡалдырып китмәгеҙ;
- Икенсе ауылға ҡунаҡҡа ебәргәндә, йәиһә өйҙә ҡалдырғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡат-ҡат уларҙың иҫтәренә төшөрөгөҙ, сөнки нәҡ сарлаҡта, бесәнлек, һарайҙа шырпы менән уйнау, ҡоро үләнде, тал мамығын яндырыу – балаларҙың яратҡан “шөғөлө”;
- Балаларығыҙҙы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә нисек тотоу ҡағиҙәләренә өйрәтегеҙ, уларҙың әҙерлеген даими тикшереп тороғоҙ, үҙегеҙ ҙә һәр саҡ дөйөм ҡағиҙәләргә таянып эш итеп, кескәйҙәрегеҙгә өлгө булып тороғоҙ;
- Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: балағыҙҙың имен-һаулығы өсөн тик һеҙ яуаплы!