Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Май 2019, 11:49

16 майҙан 26 майға тиклем арзан хаҡҡа яҙылып ҡал!

Хөрмәтле дуҫтар!Һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ, “Рәсәй почтаһы” 16 майҙан 26 майға тиклем ваҡытлы мабуғатҡа ташламалы хаҡтар менән яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан итә. Тимәк, ошо арала һәр кем беҙҙең “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә 10 процент ташлама менән яҙыла ала.

Хөрмәтле дуҫтар!

Һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ, “Рәсәй почтаһы” 16 майҙан 26 майға тиклем ваҡытлы мабуғатҡа ташламалы хаҡтар менән яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан итә. Тимәк, ошо арала һәр кем беҙҙең “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә 10 процент ташлама менән яҙыла ала. Ун көнлөк ваҡытында “районка”ға хаҡтар түбәндәгесә:

- почта бүлексәһе аша ярты йылға яҙылыу хаҡы - 877 һум 14 тин.

- льготалы категорияға ҡараған граждандарға (Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, ветерандарына һәм инвалидтарына һәм уларға тиңләштерелгәндәргә; һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, чернобылселәргә, локаль һуғыш ветерандарына, билдәләнгән льгота һәм пособие алыусы хеҙмәт ветерандарына) – 806 һум 46 тин.

- редакциянан үҙегеҙ килеп алған осраҡта ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы 523 һум 80 тин буласаҡ. Корпоратив, йәғни коллектив менән яҙылыу ҙа ошо хаҡҡа төшәсәк.

Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ! Быға тиклем “районка”ларға яҙылып өлгөрмәгәндәр был уңайлы мөмкинлекте ҡулынан ысҡыдырмаҫ, тип ышанабыҙ. Гәзит уҡыусылар араһында бик шәп, бик кәрәкле бүләктәр ҙә уйнатыла: “районка”ларға ярты йыллыҡҡа яҙылып, квитанция күсермәһен беҙгә – Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресы буйынса алып килгән йәки хат аша ебәргән һәр кем бүләк отоу мөмкинлегенә эйә. Төп бүләк – телевизор!
Читайте нас: