Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Май 2019, 15:47

Йәшәү йәме – татыулыҡта, тынғыһыҙ хеҙмәттә

Ғаилә нигеҙен ер йөҙөндәге иң яҡты, иң илаһи хистәрҙән - саф мөхәббәттән ҡойоп, донъяларын тик хәләл көс, хәләл тир тамсылары менән ҡороп, бар тирә-яҡҡа өлгө булып йәшәүсе гүзәл парҙарға һоҡланмайынса ҡарау мөмкин түгел. Бына, яҙмабыҙҙың геройҙары – Мораҡ ауылының төньяҡ биҫтәһе урамын нурлап балҡыған өлгөлө йорттоң хужалары, Разия менән Рәүил Хөсәйеновтар ҙа нәҡ ана шундай һоҡланғыс ғаиләләрҙең береһе.

Ғаилә нигеҙен ер йөҙөндәге иң яҡты, иң илаһи хистәрҙән - саф мөхәббәттән ҡойоп, донъяларын тик хәләл көс, хәләл тир тамсылары менән ҡороп, бар тирә-яҡҡа өлгө булып йәшәүсе гүзәл парҙарға һоҡланмайынса ҡарау мөмкин түгел. Бына, яҙмабыҙҙың геройҙары – Мораҡ ауылының төньяҡ биҫтәһе урамын нурлап балҡыған өлгөлө йорттоң хужалары, Разия менән Рәүил Хөсәйеновтар ҙа нәҡ ана шундай һоҡланғыс ғаиләләрҙең береһе.

Ихаталарына, йорттарына аяҡ баҫыу менән ғаилә башлығының хәстәрлекле ҡулдары, хужабикәнең егәрлелеге, нескә эстетик зауығы яҡшы тойола. Хәйер, үҙҙәре менән яҡындан танышҡансы уҡ, уларҙың үтә лә тырыш булыуҙары, тормош йәмен балаларының шат йөҙөндә һәм намыҫлы хеҙмәттә табып йәшәй белеүҙәре хаҡында электән ишетеп белә инек.

Разия Сәмиғулла ҡыҙы Сапыҡ ауылында алты балалы татыу ғаиләлә иң кесеһе булып донъяға килә. Ишле ғаиләлә тәрбиәләнгәс, ярҙамсыллыҡ, киң күңеллелек, эшкә сәмлелек кеүек сифаттар уға сабый саҡтан һалына. Ҡаран мәктәбендә 8-ҙе, Исем ауылында 9-10-сы кластарҙы тамамлағас, 1987 йылда Мәләүез һөт техникумына уҡырға инә. Нәҡ шунда белем алған осорҙа икенсе яртыһы – буласаҡ тормош юлдашын осрата. Тормошҡа етди ҡарашлы Төпсән ауылы егете Рәүил Әхмәтйән улының Мәләүез ҡалаһында водитель курстарын үткән сағы була. Йәштәр 2 йыл дауамында дуҫлашып йөрөгәс, артабан мәңге бергә булырға вәғәҙә ҡуйышып, 1989 йылдың 10 ноябрендә ҡауышалар. Рәүил ысынлап та хәстәрлекле ир, ышаныслы ғаилә башлығы булып сыға, кәләш алғансы Магнитогорск ҡалаһында электрик һөнәрен үҙләштереп өлгөрөүе менән дә күпте ота. Киләсәктә үҙҙәрен һөйөклөһө менән ҡауыштырған-йәрәштергән Мәләүездә төпләнергә ҡарар итеп, шул һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Тиҙҙән, 1990 йылда, ғашиҡ йәндәрҙең тормоштарына нур өҫтәп тәүге сабыйҙары тыуа. Ҡыҙҙары Әлиә тыуыу менән тағы ла ҡыуаныс өҫтәлә – йәш ғаиләгә бүлмә бирәләр. Әммә был ҡалала төпләнеп ҡалырға насип булмай уларға. Ғаилә башлығының атаһы мәрхүм була, өлкән йәштәге әсәһен бер яңғыҙын ҡалдырғыһы килмәйенсә, Төпсәнгә, егеттең тыуып-үҫкән йортона йәшәргә ҡайталар. Атай йортон матурлап, малын да ишәйтеп алалар. Татыу ғаиләнең нигеҙен нығытып, 1995 йылда улдары тыуа.

Эшһөйәр ата-әсәгә ауылда йәшәүе үҙе бер кинәнес булһа ла, икенсе улдары тыуғас, балаларының киләсәген хәстәрләп, район үҙәгендә участка алалар. Ваҡытлыса йәшәр өсөн бәләкәс өй һалып, 95-тең октябрендә Мораҡ ауылына күсәләр. Тәүге осорҙа бәләкәй өйҙә йәшәп, эргәһендә ҙур мөһәбәт йорт бөтөрөп сығалар. Әйтеүе генә анһат, яңы йорттарын туйлар өсөн күпме тырышлыҡтарын эшкә егеп, күпме тир тамсыларын түгергә тура килгәнлеген Хөсәйеновтар һымаҡ үҙе хәләл көс менән донъя ҡорған кеше генә аңлайҙыр! Рәүил Әхмәтйән улы тәүҙә район электр станцияһында, аҙаҡ нефть эшкәртеү станцияһында электрик булып эшләй. Һөнәренә ғүмер баҡый тоғро ҡалған намыҫлы эшсән әлеге ваҡытта ла шунда дежур электромонтер эшен атҡара. Разия Сәмиғулла ҡыҙы ла, совет быуыны кешеһе булараҡ һәм әсә-ата тәрбиәһенән бирелгәнсә, эштең ояты юҡ, ҡайҙа ғына, ниндәй генә өлкәлә булма, бурыстарыңды ҙур яуаплылыҡ тойоп башҡарырға тейешһең тигән принцип менән сәмләнеп эшләй. Район үҙәк дауаханаһының гинекология бүлегендә санитарка ла, дүрт йыллап һатыусы ла була. 2005 йылда “Айгөл” балалар баҡсаһына тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшкә сыға, уның ябылыуы тураһында һүҙ ҡуйырғас, “Уралҡай”ға күсә. Яңы “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһы асылғандан бирле ул бында шул һөнәренә тоғро ҡала.

- Эшемде бик яратам, сабыйҙар эргәһендә бар донъя мәшәҡәттәре онотола, - ти ул ихлас күңелдән. – Яратҡан эшең булып, ғаиләң имен торһа, балаларың уңыштары менән һөйөндөрһә - ҡатын-ҡыҙға шул да оло бәхет!

Эйе, Разия менән Рәүил Хөсәйеновтар үҙ өлкәләрендә намыҫлы эшсән дә, балаларына лайыҡлы тәрбиә биргән изгелекле һәм өлгөлө әсә-ата ла. Тәүгеһе – Әлиә ҡыҙҙары ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. БДУ-ның химик-технологик факультетын уңышлы тамамлаған ҡыҙ үҙе алған һөнәр буйынса баш ҡалала эшен дә тапҡан, алмалай матур ҡыҙ үҫтерә. Икенсеһе, кинйәләре Илнур нефть университетында белем алған, әлеге ваҡытта Ҡурған өлкәһендә торбаларҙы эксплуатациялау буйынса инженер вазифаһын башҡара. Мораҡ ауылы ҡыҙы Алена менән ғаилә ҡорған, тиҙҙән үҙе атай булырға йыйына. Егәрле әсә-атаһына оҡшап, Әлиә менән Илнур ҙа тормошҡа яҡты ҡарашлы, хеҙмәтте һөйөүсән, кешелеклеләр.

- Балаларҙы ҡәйнәм, йәғни ҡәрсәләре тәрбиәһендә үҫтерергә тырыштым. Ул сабыр холоҡло, уҡымышлы, бар булмышы менән диндар кеше булды. Килен булып төшкәс тә, кеше таш бәрһә, һин аш бәр, балалар әсә-атаһы өлгөһөндә тәрбиәләнә, тип өйрәтте. Үҙемдең әсәй үлгәндә миңә 25 кенә йәш ине, ҡыҙым тулыһынса ҡәрсәй тәрбиәһе алды. Иплелек, тыйнаҡлыҡ, ярҙамсыл булыу, эштән ҡурҡмау мөһимлеген балаларыбыҙҙың аңына ла һеңдереп үҫтерҙек. Тормош иптәшем Рәүилдең әйткәнен дә гел иҫтә тоттом. Ул әйткәнсә, ир – донъя тотҡаһы, матди яҡты хәстәрләүсе, бала тәрбиәләүҙең 85 проценты әсәйҙән тора. Ысынлап та, ир-аттар ауыр эштә, тәрбиә эшенә башлыса ҡатын-ҡыҙ нығыраҡ иғтибар бирергә тейеш тип уйлайым, - тип, тәрбиә мәсьәләһендә тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты Разия Сәмиғулла ҡыҙы.

Йәндәй ғәзиз балаларына ныҡлы терәк булған татыу, тынғыһыҙ, эшкә сәмле Хөсәйеновтар ауыл еренең ҡәҙерен белеп, баҡса үҫтерәләр, күпләп ҡош-ҡорт аҫрайҙар, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүҙән дә табыш ҡына түгел, күңел йыуанысы алалар. Тап ана шундай һоҡланғыс матур ғаиләләр районыбыҙҙың гәүһәр көҙгөһө лә инде!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: