Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Май 2019, 14:54

Мәңгелек дан һеҙгә, яугирҙар!

Яңы Петровка ауыл биләмәһенә ҡараған Яңы Петровка, Бикеш, Сәйетҡол, Муса ауылдары, Иҫке Хвалын утары халҡы ла дәһшәтле йылдарҙа Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға сикһеҙ ҙур өлөш индергән. Ошо ерҙәрҙә тыуып үҫкән 310 ир-егет, илдә дау ҡупҡас, ҡулына ҡорал алып Тыуған ил һағына баҫҡан. Шуларҙың береһе - Муса ауылы егете Х.Исмәғилев Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин менән Александр Матросовтың (Шакирйән Мөхәмәтйәновтың) батырлығын ҡабатлап, күкрәге менән дошман амбразураһын ҡаплаған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай - 180 яугирға тыуған тупраҡҡа ҡабат аяҡ баҫырға яҙмаған, ҡайтҡандарының да күбеһе яралы, ҡайһы берҙәре хатта йә ҡулһыҙ, йә аяҡһыҙ була. Ана шул иҫән ҡайтҡан 130 кеше араһынан бөгөн бары тик икәү – Мәжитов Хәсән Барлыбай улы менән Әхмәтйән Рәхимйән улы Кәримов ҡына иҫән, улар район үҙәгендә ғүмер итә.

Тыл ветерандары һаны ла йылдан-йыл кәмей бара. Әлеге көндә биләмәлә 6 тыл хеҙмәтсәне, 5 тол ҡатын иҫәпләнә.

Сәйетҡол ауылында уҙған байрамда тыл ветерандары - Фәйзулла Ҡотлоғужин, Ғәшүрә Аҫылбаева, Миңлекамал Ғәйнуллина, Зәки Сәйетбатталов, һуғыш ветеранының тол ҡатыны Хәҙисә Аллахиярова, һуғыш балаһы Баныу Сәйетбатталова, райондан килгән вәкилдәр һәм урындағы халыҡ ҡатнашты.

Бөйөк Еңеү көнө йылдан-йыл беҙҙән алыҫая барһа ла, уның ҡәҙере кәмемәй. Донъяның әле был, әле теге мөйөшөндә сыуалыштар, аңлашылмаусанлыҡтар сығып ҡына торған заманда, һуғыштың ниндәй ҙур афәттәргә алып килеүен хәтерҙә тотоу айырыуса мөһим. Сараға килгәндәргә үҙҙәренең һәм район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаевтың ҡайнар ҡотлау һүҙҙәрен еткергән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Хөсәйен Аллабирҙин да, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы урынбаҫары Мөҙәрис Хәбибуллин да быны һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Һуғыш йылдарында быуындары ла нығынып етмәгән ҡыҙҙар-малайҙар тормош арбаһына егелергә мәжбүр булған. Дәртле йыр-моңдары менән сәхнә түрен йәмләгән Сәйетҡол мәктәбе уҡыусыларына, “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә ҡарап, залда ултырған ветерандар ауыр бала саҡтарын иҫкә алмай ҡалмағандыр...

Һағыш ҡатыш шатлыҡ менән билдәләнгән байрам бер минут тынлыҡ менән яугирҙарҙы иҫкә алыу һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған һәйкәлгә сәскәләр һалыу менән тамамланды.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Автор фотоһы.

Читайте нас: