Башҡортостан пенсия йәше алдындағы кешеләрҙе ҡабаттан уҡытыу, өҫтәмә белем биреү буйынса Рәсәйҙең алдынғы 12 төбәге иҫәбенә ингән.
Был хаҡта Рәсәй Йәмәғәт палатаһында үткән “түңәрәк өҫтәл”дә белдергәндәр. Алдынғылар араһында шулай уҡ Пенза, Һарытау, Волгоград, Ростов, Омск өлкәләре, Ставрополь крайы, Татарстан, Мордва, Ҡырым, Бүрәт Республикалары бар.
"Роструд" мәғлүмәттәре буйынса быйыл пенсия алды йәшендәге 75 мең самаһы кеше яңы һөнәрҙәрҙе өйрәнеүгә йүнәлтеләсәк, бының өсөн федераль ҡаҙнанан биш миллиард һум самаһы финанс бүленгән.
Башҡортостанда киләһе алты йылда “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” төбәк проекты сиктәрендә йыл һайын 1,5 мең өлкән йәштәге кеше өҫтәмә белем аласаҡ. Бының өсөн йылына яҡынса 108,8 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Әйткәндәй, быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға айырыуса иғтибар бүленәсәген, киләһе йыл улар буйынса тәүге һығымталар яһаласағын белдергәйне: “Уларҙың йөкмәткеһе һәм йүнәлештәре ил граждандарының ихтыяжын һәм өмөттәрен сағылдыра”.