Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Май 2019, 11:12

Яҙҙар менән илем ҡаршы алды 9 май - Еңеү байрамын

Бөйөк Ватан һуғышы... Илебеҙ иңенә төшкән был ҡәһәрле көндәрҙе халҡыбыҙ бер ҡасан да онотмай. Йәшәй генә башлаған саҡтарында ваҡытынан алда өҙөлгән күпме ғүмерҙәр, ҡыйралған яҙмыштар, тыумай ҡалған сабыйҙар... Һуғыш еле бер ғаиләне лә урап үтмәй. Республиканың 710 мең халҡы менән бер рәттән беҙҙең 13 меңдән артыҡ райондашыбыҙ ҙа ил һағына баҫа. Ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәткән 8 яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, ике яугир - Дан орденының тулы кавалеры. Дошман менән фронтта ғына алышмай яҡташтарыбыҙ, тылда ла, хеҙмәт армияһында ла һәр көн, һәр сәғәт Бөйөк Еңеү өсөн оло көрәш бара. Һуғыш ҡорбандарһыҙ булмай, беҙҙең райондан 7 меңгә яҡын кеше яу яланында ятып ҡалһа, урындарҙа ауыр эштән, төрлө сирҙәрҙән миктәгән халыҡ ҡырыла. Тыуған яҡтарына 6500 тирәһе генә яугир әйләнеп ҡайта. Ә 74-се Еңеү яҙын 11 Бөйөк Ватан һуғышы һәм уларға тиңләштерелгән ветеранға ғына ҡаршы алырға насип булды.

Бөйөк Ватан һуғышы... Илебеҙ иңенә төшкән был ҡәһәрле көндәрҙе халҡыбыҙ бер ҡасан да онотмай. Йәшәй генә башлаған саҡтарында ваҡытынан алда өҙөлгән күпме ғүмерҙәр, ҡыйралған яҙмыштар, тыумай ҡалған сабыйҙар... Һуғыш еле бер ғаиләне лә урап үтмәй. Республиканың 710 мең халҡы менән бер рәттән беҙҙең 13 меңдән артыҡ райондашыбыҙ ҙа ил һағына баҫа. Ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәткән 8 яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, ике яугир - Дан орденының тулы кавалеры. Дошман менән фронтта ғына алышмай яҡташтарыбыҙ, тылда ла, хеҙмәт армияһында ла һәр көн, һәр сәғәт Бөйөк Еңеү өсөн оло көрәш бара. Һуғыш ҡорбандарһыҙ булмай, беҙҙең райондан 7 меңгә яҡын кеше яу яланында ятып ҡалһа, урындарҙа ауыр эштән, төрлө сирҙәрҙән миктәгән халыҡ ҡырыла. Тыуған яҡтарына 6500 тирәһе генә яугир әйләнеп ҡайта. Ә 74-се Еңеү яҙын 11 Бөйөк Ватан һуғышы һәм уларға тиңләштерелгән ветеранға ғына ҡаршы алырға насип булды.

Еңеү байрамы “Ҡайғылы әсә” һәйкәленә сәскәләр һалыу менән башланып китте.

Тантаналы митингыла район халҡын оло байрам – Бөйөк

Еңеү көнө менән район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев тәбрикләне:

- 9 май – ауыр һынауҙарҙы үткәргән илебеҙҙең лайыҡлы киләсәгенә яҡты өмөттәр уятыусы көн ул. Хөрмәтле һуғыш һәм тыл ветерандары, беҙ һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, фронтта ҡан ҡойғос һуғыштарҙа һәм ауыр тыл хеҙмәтендә рух ныҡлығы күрһәткән, сикһеҙ ҡыйынлыҡтарҙы үткәреп, бөйөк еңеү яулаусыларға дан йырлайбыҙ, - тине ул үҙ сығышында.

Тантаналы митингыла БР Хәрби комиссариатының Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары буйынса бүлеге начальнигы Ришат Ҡадиров, район ветерандар советы рәйесе Ирек Сафин, Мораҡ 1-се урта мәктәбе уҡыусыһы Юлиә Садиҡова сығыш яһаны, ветерандарҙы, тыл эшсәндәрен, халыҡты оло байрам менән ҡотланы, совет халҡының батырлығы, фронт һәм тыл берҙәмлеге тураһында һөйләне.

Дәһшәтле һуғыш йылдары күҙ алдынан үтә

Ниһайәт, барыһы ла оло бер тулҡынланыу менән көткән парад башланды. Иң алда Еңеү байрағын юғары күтәргән байраҡсылар төркөмө килә, уларҙы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, отставкалағы майор Фәиз Хәлитов, байраҡсыларҙы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, Эске эштәр министрлығының отставкалағы майоры Вячеслав Щербаков етәкләне. Байрам коллоннаһын 84-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы дауам итте. Артабан тигеҙ сафтар менән буласаҡ һалдаттар - Мәләүез күп профилле һөнәрселек колледжының Мораҡ филиалы, Башҡорт гимназияһы, Мораҡ 1-се урта мәктәбе уҡыусылары, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Күгәрсен районы буйынса бүлеге техникаһы үтте. Парад менән хәрби комиссар Ришат Ҡадиров етәкселек итте.

Район үҙәгенең предприятие, учреждение, ойошмалары тәҡдим иткән парад һәр ваҡыттағыса байрамдың иң сағыу күренеше булды һәм һуғыштың иң киҫкен, хәл иткес мәлдәрен күҙ алдына баҫтырҙы. Сығарылыш кисәһен өҙгән һуғыш сығыу тураһындағы хәбәр (Мораҡ 1-се урта мәктәбе), ирҙәрҙе фронтҡа оҙатыу (нефть ҡыуҙырыу станцияһы), Брест крепосын (“Водоканал”), Мәскәүҙе (Мораҡ үҙәк район дауаханаһы), Сталинградты обороналау (Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы), Ворошилов уҡсылары (“Теплосеть”), Ленинград блокадаһы (район электр селтәрҙәре), фашист концлагерҙары (Мәләүез күп профилле лицейының Мораҡ филиалы), элемтәселәрҙең, медицина хеҙмәткәрҙәренең фронттағы хеҙмәте, Курск һуғышы (З.Бишева исемендәге мәктәп), ялан кухняһы (ДОСААФ), Рейхстагты алыу (“Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе”, З.Биишева исемендәге музыка мәктәбе), Бөйөк Еңеү (”Газпром газораспределение Уфа” йәмғиәте филиалы) , яугирҙарҙы ҡаршылау (район ветеринария станцияһы, Мораҡ ауыл биләмәһе хакимиәте), йәш быуын бер кемде лә, бер нәмәне лә онотмай (Күгәрсен урмансылығы, Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге, “Мораҙым тарлауығы”) ... Ысынлап та онотмай, З.Биишева исемендәге төп дөйөм белем биреү, Мораҡ 1-се урта мәктәптәре, Башҡорт гимназияһы тәҡдим иткән күрһәтмә сығыштар тап шул турала һөйләне.

Еңеү һалдаттары мәңге сафта

Ил өсөн, тыныслыҡ өсөн үҙҙәрен аямай көрәшеп, яу яланында, сит тупраҡта мәңгелеккә ятып ҡалғандар, ут эсенән иҫән сығып та тыныс тормошта яраларынан мандый алмай баҡыйлыҡҡа күскәндәр, хәбәрһеҙ юғалғандар, тыл ҡаһармандары... 74-се Еңеү яҙын ҡаршылаған тантанала улар - Еңеү һалдаттары бер майҙанда, бер сафта. Улар беҙгә йылдар аша һарғайып бөткән аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттәр аша баға. Бөйөк Еңеүгә ете тиҫтәнән ашыу ваҡыт үтһә лә, һуғыш шаңдауы һаман онотолмай. Һәр бер ғаиләнең был дәһшәтле йылдар менән бәйле үҙ тарихы, үҙ хәтирәһе, үҙ ҡайғыһы, үҙ фажиғәһе бар, еребеҙ, илебеҙ дошман илбаҫарҙарынан күмәк көс, оло юғалтыуҙар, тән һәм йән йәрәхәттәре менән яулап алына.

«Үлемһеҙ полк» акцияһында быйыл бөтә район буйынса 2000 кеше ҡатнашты. Колонна башында фронтовиктың бүләһе, уҡыу алдынғыһы, олимпидалар, спорт ярыштары еңеүсеһе Илья Оренбуркин торҙо. Һоҡланғыс күренеш ул – “Үлемһеҙ полк”! Еңеүҙең бер күҙенән шатлыҡ, икенсеһенән ҡайғы йәштәре тама, тиҙәр. Акцияла ҡатнашыусыларҙың – йәшенең дә, сал сәсле өлкән быуын вәкилдәренең дә күҙҙәрендә йәш булһа, йөрәктәрендә атай- олатайҙарыбыҙҙың тиңһеҙ батырлығы өсөн оло ғорурлыҡ тойғоһо. Шулай булмай ни, беҙ бит еңеүсе вариҫтары. Күптәр акцияға тотош ғаиләләре, балалары менән сыҡҡан. Томск ҡалаһында башланған хәрәкәт хәҙер халыҡты берләштереүсе, илһөйәрлек рухы менән һуғарыусы, шанлы үткәнебеҙҙе данлаусы халыҡ байрамына әйләнде тип әйтергә мөмкин. Акцияла ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл артыуы мәңгелек хәҡиҡәтте йәнә иҫбатлай - Бөйөк Еңеү, Еңеү һалдаттары беҙҙең йөрәктәрҙә...

Байрам сараһын район мәҙәниәт һарайы һәм үҙешмәкәр артистар әҙерләгән йыр-моңдар дауам итте. Кискеһен байрам дискотекаһы уҙғарылды, аҙаҡ байрам салюты аттырылды. Еңеү яулаған батырҙарыбыҙ, атай-олатайҙарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ. Беҙ улар алдында мәңге бурыслы.

Розалия ИСҠУЖИНА.

Автор һәм Мария ВАСИЛЬЕВА фотолары.
Читайте нас: