Минең атайым Биҡҡолов Хәмит Ғәлиулла улы 1904 йылда I Дәүләтҡол (Етебулаҡ) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. Йәштәштәре менән бергә Ишкинин Ғиниәтулла хәҙрәткә йөрөп, башланғыс белем ала. Артабан уҡыуын дауам итеү, ғилемле булыу теләге уны Ырымбурҙағы Каруанһарайға алып килә. Заманына күрә ҙур ғына белемгә эйә булып, үҙ ауылына иң беренсе уҡытыусы булып эшкә ҡайта атайым. Оҙаҡламай яҡын-тирә ауылдарҙан да балалар күпләп килеп белем ала башлай. Атайым ҡулында дүртенсе класты тамамлағас, уҡыусылары Күгәрсен мәктәбендә уҡыуҙарын бик яҡшы ғына дауам итәләр.
Комсомол етәксеһе булып, ауыл йәштәрен әйҙәп, бик матур спектаклдәр ҡуйып йөрөгәндәр. Ололар һөйләүенсә, «Зәңгәр шәл», «Башмағым», «Ялан ҡыҙы» әҫәрҙәрен сәхнәләштергәндәр. Клуб сәхнәһенән төшмәгән атайым: скрипкала ла оҫта уйнаған, моңло итеп өҙҙөрөп йырлаған да. Кешеләрҙе фотоға төшөрөп, “кәртешкә”ләрен таратыр булған. Фотоға төшөр өсөн әллә ҡайҙарҙан килер булғандар уға.
Берәйһенең малы ауырып китһә лә уны саҡыртыр булғандар. Бына шундай күп яҡлы талантлы, зиһенле, бар эшкә лә өлгөр кеше булған атайым.
Атайым – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ла. Йәштәштәре кеүек, ҡәһәрле һуғыштың бар михнәттәрен татырға тура килгән уға. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында кавалерист булып ут эсендә йөрөгән. Һуғышта ҡаты яраланып, ауылына ҡайта. Тик 6 айҙан һуң, яраһы әҙерәк төҙәлеү менән, кире фронтҡа китә. Миңә ул ваҡытта өс йәштәр тирәһе булғандыр, уның икенсе тапҡыр һуғышҡа киткәнен иҫләйем.
1945 йылдың авгусында тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайта яугир. Ҡайтыу менән ең һыҙғанып эшкә тотона: мәктәптә уҡытыуын дауам итә.
Хаҡлы ялға киткәнсе туған мәктәбендә кескәй балалар йөрәгенә белем орлоҡтары сәсте атайым. Уның уҡыусылары араһында билдәле кешеләр бик күп. Шуларҙың береһе - ғалим, профессор Вәли ағай Псянчин.
Атайым Биҡҡолов Хәмит Ғәлиулла улы лайыҡлы тормош юлы үткән кеше. Мин, хәҙер һикһәнгә етеп барған ҡыҙы, уның менән ғорурланып, йылы хәтирәләр менән иҫкә алам.
Ошо яҡты донъяла йәшәп, ирем менән өс балаға ғүмер бирҙек. Әлеге көндә ейән-ейәнсәрҙәремде һөйөп ҡыуанам. Тыныс, мул тормошта йәшәүебеҙҙә атайымдың – һуғыш ветеранының да өлөшө ҙур. Илдәр имен, халыҡтар дуҫ-татыу булһын!