Еңеү һалдаты исемен ғорур йөрөткәндәрҙең һәм был ҡыуаныслы көндө етмеш дүртенсе тапҡыр күреү бәхетенә ирешкәндәрҙең береһе – быйыл 98 йәшен тултырған Әхмәтйән бабай Кәримов. Сәйетҡол ауылында тыуып үҫкән уҙаман, апаруҡ өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әлеге көндә лә үҙ аңында, үҙ аяғында булып, Еңеү көнөн ҙур тулҡынланыу менән ҡаршы ала.
Бала сағы ауыр ҙа, ҡатмарлы ла осорға тура килә Әхмәтйән Рәхимйән улының. Атаһы граждандар һуғышы йылдарында Зәки Вәлиди армияһында хеҙмәт итә, һуңынан эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып, сит тарафтарға юлланғанда, шул яҡтарҙа вафат булып ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әхмәтйән бабайҙың ағаһы Ахунйән дә ҡыҫҡа ғүмерле булып сыға. Әсәһе икенсе кешегә кейәүгә сығып киткәс, ҡартаһы менән ҡәрсәһе улдарының берҙән-бер төҫө булып ҡалған ейәндәрен үҙ ҡанаттары аҫтына ала.
Тарихҡа күҙ һалһаң, халҡыбыҙ бер ҡасан да рәхәт кенә тормош кисермәгән, шулай ҙа уҙған быуаттың тәүге яртыһында йәшәгән ата-бабаларыбыҙ иңенә төшкән һынауҙар, уйлап ҡараһаң, ҡот осмалы: рус-япон һуғышы, 1905 йылғы революция, беренсе донъя һуғышы, 1917 йылғы түңкәрелеш, граждандар һуғышы, колхозлашыу, репрессиялар һәм нисәмә миллион ғүмерҙәрҙе өҙгән Бөйөк Ватан һуғышы... Һуңғыһы Әхмәтйән бабайҙың типһә тимер өҙөрлөк сағына тура килә. 21 йәшлек Сәйетҡол ауылы егете 1942 йылдың декабрендә фронтҡа алына. III Украина фронтына эләгә ул – Украинаны, Румыния, Молдавияны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Болгария ерҙәрендә барған ҡаты алыштарҙың береһендә контузия ала. Икенсегә иһә Югославияны азат итеп, Венгрияның баш ҡалаһы Будапешты азат иткәндә контузиялана. Шулай ҙа ҡәрсәһенең доғалары һаҡлаймы, әллә йәш организм ныҡ булып сығамы – был юлы ла ҡабаттан аяҡҡа баҫа һәм яу юлын дауам итә. Артабан уға Австрияла барған ҡаты алыштарҙа дошман менән айҡашырға тура килә.
Бар совет халҡы дүрт күҙ менән тигәндәй көтөп алған Бөйөк Еңеү көнөн яҡташыбыҙ Австрияның Вена ҡалаһында ҡаршылай.
1946 йылда тыуған тупрағына ҡайтып аяҡ баҫҡан батыр һалдаттың күкрәген “Венаны азат иткән өсөн”, “Будапешты азат иткән өсөн” миҙалдары биҙәй.
Тыныс тормошта ла һынатмай егет, алдынғы колхозсы, совхоз эшсәне була, урман ҡырҡа, малсылыҡта эшләй. Бына тигән ғаилә ҡора, тормош иптәше Басира инәй менән – 5 ул һәм 3 ҡыҙға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығаралар.
Әлеге көндә Әхмәтйән Рәхимйән улы Мораҡ ауылында – оло улы Айрат менән килене Клара тәрбиәһендә ҡәҙер-хөрмәт күреп ғүмер итә.