Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Май 2019, 13:26

Яугир ҡыҙы Миңзифа

Бөйөк Еңеү яуланған 1945 йылдан беҙҙе 74 йыл айырып торһа ла, ҡанлы хәтирәләр, йөрәк яралары әле булһа уңалмай. Ветерандар сафы һирәгәйһә лә, онотолмай был фажиғә: уларҙың балалары әле беҙҙең янда, уларҙың ҡаһарманлығы тарих биттәрендә. Тәүәкән ауылында йәшәгән Миңзифа инәй Әбдрәхимова ла һуғыш йылдарындағы михнәттәрҙе күреп үҫкән. 1936 йылда донъяға килгән ҡыҙыҡай атаһы Сәрүәритдин Ялалетдин улы Яхиндың 1942 йылда фронтҡа киткәнен бөгөнгөләй хәтерләй

Бөйөк Еңеү яуланған 1945 йылдан беҙҙе 74 йыл айырып торһа ла, ҡанлы хәтирәләр, йөрәк яралары әле булһа уңалмай. Ветерандар сафы һирәгәйһә лә, онотолмай был фажиғә: уларҙың балалары әле беҙҙең янда, уларҙың ҡаһарманлығы тарих биттәрендә.

Тәүәкән ауылында йәшәгән Миңзифа инәй Әбдрәхимова ла һуғыш йылдарындағы михнәттәрҙе күреп үҫкән. 1936 йылда донъяға килгән ҡыҙыҡай атаһы Сәрүәритдин Ялалетдин улы Яхиндың 1942 йылда фронтҡа киткәнен бөгөнгөләй хәтерләй:

- Миңә ул ваҡытта алты йәштәр самаһы ине. Хушлашып, атҡа ултырып сығып китте лә, шунан нимәһендер онотоп, ауыл осонаныраҡ кире боролдо. Артынан йүгерегә аяҡта кейем юҡ, минең ҡатамды ҡустым Миңнулламы шунда һөйрәп йөрөй, тупһала илап тороп ҡалдым.

Миңзифа инәйҙең ата-әсәһе 1935 йылда өйләнешә, бер-бер артлы балалары тыуа. Ул – иң өлкәне, унан һуң ҡустылары Миңнулла менән Ғәфүр донъяға килә.

- Атайым һуғышҡа алынған йылда әсәйемде (Фатима) бригадир итеп ҡуйҙылар, дүрт йыл эшләне унда. Беҙә, бәләкәй генә өс бала өйҙә ултырабыҙ. Кесе ҡустым ауырып үлеп китте.

Әсәйемә белем алырға тура килмәй, шулай ҙа, латинса ла, ғәрәпсә лә белде. Атайым менән ғәрәпсә хат яҙыштылар.

Ауылда ике бригада, икенсе бригада ҡыҙҙарға табель тултырырға өйрәтә. Өйҙәге бөтә эш минең иңдә. Тары сәсәбеҙ, йәй булһа, утайбыҙ. Ҡар иреп, ҡара ер күренә башлаһа, ҡуян тубығы, серек картуф йыйған булабыҙ, мысай, атҡолағы бешереп ашайбыҙ. Күрелде инде аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла, тигәндәй... Тормош шулай була икән тип уйланыҡ инде, әлегеләй рәхәтлекте күҙ алдына ла килтермәй торғайныҡ.

Уҡыу ҙа элкмәне. Мәктәптә ҡәләм-дәфтәр етешмәне, ерек бөрөһөнән ҡара эшләп, селек менән яҙҙыҡ. Китаптар ҙа юҡ, бөтә класҡа бер китап, бер уҡыусы ғына уҡый, башҡалар тыңлай. Бишенсе класҡа Теләүембәткә барҙым, киләһе йылына үҙебеҙҙә, Тәүәкәндә, алтынсы клас асылды, етенсенән һуң Подгорныйға киттем уҡырға. Көн дә 17 саҡрым йәйәү йөрөнөк,- ти Миңзифа инәй бала саҡ йылдары тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашып. – Башаҡ йыйырға ла алып барырҙар ине, өйҙә лә, колхозда ла, мәктәптә лә нисектер өлгөрә торғайныҡ. Һуғыш бөткән тигән хәбәрҙе лә ишетеүебеҙҙе хәтерләйем. Ул көндә беҙ мәктәптә инек әле. “Мир!” тип яҙылған ҡағыҙҙар төшөрөп гөжләп самолет осоп үтте. Апай-инәйҙәр Ҡарама төбөндәге яланда үгеҙ менән ер тырматып йөрөгән булғандар, әсәйем һөйөнсөләгән уларға. “Фатима апай: “Һуғыш бөткән, ҡыҙҙар! Ирҙәребеҙ ҡайта!” тип йүгереп килеп, тәгәрәп аунап китте” тип гел иҫләп ала торғайнылар.

Сәрүәретдин Ялалетдин улы Яхин Лениград блокадаһында була. 1943 йылдың 30 декабрендә “Ленинградты оборонаһы өсөн” миҙалы менән бүләкләйҙәр. Блокаданан сыҡҡас, Курск дуғаһындағы ҡаты бәрелештәрҙә, Румыния, Венгрия, Чехословакия, Австрияны азат итеүҙә ҡатнаша, Берлинғаса барып етә.

- Атайым беҙгә Берлиндан посылка ла һалды. Әсәйем Йомағужанан барып алғаны хәтерҙә. 24 битлек дәфтәр, ҡәләм, төрлө һүрәттәр бар ине. Шул хәтлем ҡыуанғаныбыҙҙы! Ҡәләм-ручкаға ҡытлыҡ икәнен һуғыштағы атайым да белгәндер ине, балаларым уҡыһындар, яҙһындар тигән булғандыр инде... Заманаһы шулай ине бит. Дәфтәр булмағас, китап ситенә лә яҙып йөрөнөк.

Атайым һуғыштан 1945 йылдың декабрендә генә ҡайтты. Иҫән ҡайтҡан ауылдаштар менән кохозды аяҡҡа баҫтырыу өсөн ныҡ тырышып эшләнеләр, урман да ҡырҡтылар, септә лә һуҡтылар, күмер ҙә яҡтылар.

Иртәсел булды, ҡояш ҡалҡыр-ҡалҡмаҫтан тороп, мине лә уятып, бесәнгә йөрөнө. Сар өйөрөлтөргә алыр ине мине үҙе менән. Ямантауҙа колхоз аттарын, һарыҡтарын көттө.

Һуғыштан һуң ете бала – дүрт малай, өс ҡыҙ үҫтерҙеләр, әсәйем балалар баҡсаһы мөдире булды. Әсәйем йөрәк сирле булды, оҙаҡ ауырыны, 1976 йылда алтмышҡа ла етә алмай, донъя ҡуйҙы. Атайым оҙон ғүмерле булды. Туҡһанға ҡәҙәр йәшәне, бер ваҡытта ла тәмәке тартманы, һуғышта ла тәмәкене икмәккә алмаштырып ашаным тип һөйләр ине.

Моңло булдылар, икеһе лә оҙон көйҙө оҫта башҡарҙылар. Балалыҡ әхирәтем Фәрҙәнә Рәхимова менән икебеҙгә сабата ла үреп биргәйне. - Һикһән бишкә етеп барған инәйҙең һөйләгәндәрен тыңлап, михнәтле заманаларҙан да йөрәк йылытырлыҡ хистәр, хәтирәләр ҡалған икән тип уйлайһың.

Миңзифа инәй 1955 йылда хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан Әсҡәт исемле егеткә тормошҡа сыға. Ул егеттең атаһы Ғәлиулла ағай һуғышта вафат була, 17 йәшендә генә фронтҡа алынған ағаһы Хәлиулланан да үлем хәбәре килә.

- Иптәшем колхозда тракторист булды, 30 йыл эшләне. Яҡшы эшләгәне өсөн Болгарияға путевка менән дә бүләкләнеләр. Ғүмере генә ҡыҫҡа булды, 55 йәшендә китеп барҙы арабыҙҙан. Миңә 50 йәш ине. Һигеҙ бала үҫтерҙек, береһенә генә туй яһап өлгөргәйнек. Кәзә аҫрап, шәл бәйләп туй үткәрҙем. Аллаға шөкөр, нисек кенә ауыр булһа ла, барыһын да күҙле-башлы иттем. – Миңзифа инәй балалары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Инәйҙең өйөндә Әсҡәт олатай эшләгән сервант та, гөл өҫтәлдәре лә һаҡланған. Атанан күргәс –уҡ юнған тигәндәй, улдары ла аталарына оҡшап, нимәгә тотонһалар ҙа, сынъяһау итәләр.

- Аталары шул хәтлем оҫта булды, бөтә нәмәне ҡул менән - бынау шкафты ла, ана гөл ултырған нәмәне лә үҙ ҡулдары менән эшләне. Беҙ һатып алманыҡ.

Һигеҙ шкаф эшләне, 70 менән генә кешегә һатҡан булыр ине. Бөтә малайҙарым да уға оҡшап, алтын ҡуллы. Бар яҡтан да килгәндәр, матур йәшәһендәр, һау булһындар тип теләп кенә торам инде. Көн һайын шылтыратып хәл белеп, форсат сыҡҡан һайын ҡайтып торалар,- Миңзифа инәйҙең улдары, ысынлап та, бик йүнсел, оҫта ҡуллы. Волостновкала йәшәгән Мирхәт ағайҙы ғына алайыҡ: ағастан семәрләп кәрәк-яраҡтармы, һындар эшләһенме – үҙе бер әкиәти донъя була ла ҡуя. Атай йортонда улдары эшләгән һүрәттәр ҙә түрҙә тора. Тәүәкәндә Сәңкем урамы осондағы иң матур йорт хужаһы Азамат ағай тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һандарында айырым яҙырбыҙ әле. Хоҙай тарафынан бирелгән һәләттәренә тырышлыҡтарын да ҡушып, матур, етеш донъя көткән Әбдрәхимовтарға ҡарап, ояһында ни күрһә, осҡанында шул була тип әйтергә була.

Һуғыш еле ҡағылмаған бер өй ҙә, бер ғаилә лә юҡтыр. Бөйөк Еңеү яҙында хистәр ҙә, хәсрәттәр ҙә яңыра, хәтирәләр ҙә барлана. Данлы ла, шанлы ла яу юлын үткән Сәрүәретдин Яхин кеүектәрҙең ейәндәре ер тотҡаһы, ауыл тотҡаһы булып тора ла инде.

P.S. Оло йәштә булһа ла, һәр ваҡыт хәрәкәт өҫтөндә. Ауылдағы бер мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмай, мәктәптә, балалар баҡсаһындағы осрашыуҙарға саҡырып торалар уны, киң билдәле “Сәңкем” халыҡ фольклор ансамбле менән сәхнәләрҙе лә гөрләтте.

Йәндәй күргән балалыҡ әхирәттәре менән дә аралашып, саҡырышып, серләшеп торалар.

- Әхирәттәрем Миңзифа (уны аҙаш тигән булып), Фәрҙәнә менән бергә үҫтек, һаман булһа бергәбеҙ. Сәйгә йөрөшкән булабыҙ, яңыраҡ килеп тыуған көнөм менән ҡотлап киткән булдылар. Иҫән саҡта бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк, - ауыр замандарҙа үҫһәләр ҙә, һынмаған, матур донъя көткән әхирәттәр дуҫлыҡ ҡәҙерен белә, аңлай, хөрмәт итә.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Автор фотоһы.


Читайте нас: