Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Май 2019, 11:42

Рухи аҙыҡ өләшә

Ниндәй генә ауылға сыҡма, ғәҙәт буйынса тәүҙә аяҡтар мәғариф һәм мәҙәниәт усағына табан атлай. Бына был юлы ла, Иртөбәк биләмәһенә ҡараған Түләбай ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, ауыл китапханаһын берләштереүсе күркәм бина эргәһенән елдереп үтеп китергә намыҫ ҡушманы. Көпә-көндөҙ, ҡояш ергә көлтәләп нурын ҡойған мәлдә бер эшсән дә ултырмайҙыр инде бында тип уйлауыбыҙ бушҡа булды.- Бәләкәй ауыл булһа ла, көн һайын килеп асырға тырышам, - тип йылмайып ҡаршы алды ауыл китапханаһының ҡотон үҙ тырышлығы, намыҫлы хеҙмәте менән һаҡлаусы Фәүриә Искәндәрова.

Ниндәй генә ауылға сыҡма, ғәҙәт буйынса тәүҙә аяҡтар мәғариф һәм мәҙәниәт усағына табан атлай. Бына был юлы ла, Иртөбәк биләмәһенә ҡараған Түләбай ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, ауыл китапханаһын берләштереүсе күркәм бина эргәһенән елдереп үтеп китергә намыҫ ҡушманы. Көпә-көндөҙ, ҡояш ергә көлтәләп нурын ҡойған мәлдә бер эшсән дә ултырмайҙыр инде бында тип уйлауыбыҙ бушҡа булды.
- Бәләкәй ауыл булһа ла, көн һайын килеп асырға тырышам, - тип йылмайып ҡаршы алды ауыл китапханаһының ҡотон үҙ тырышлығы, намыҫлы хеҙмәте менән һаҡлаусы Фәүриә Искәндәрова.
Күптәнге танышыбыҙ төптән Түләбай ауылы ҡыҙы, шуға күрә лә уйһыл ҡалҡыулыҡтары, теҙелешеп ултырған аҡ ҡайындары менән серле был төбәктең яҙмышына һис битараф түгел ул. Тыуып-үҫкән төйәгенә ерегеп, өс бала үҫтергән изгелекле әсә, 27 йыл ғүмерен ашнаҡсы һөнәренә бағышлаған намыҫлы эшсәндең китапханала эшләүенә өсөнсө йыл ғына әле, әммә әүҙемлеге, һөнәрен яратып башҡарыуы иғтибарҙан ситтә ҡаламы һуң инде?! Мәктәп булмаһа ла, уҡыусы балаларҙы йыйып иҫтәлекле көндәрҙә, байрамдарҙа ҡыҙыҡлы саралар үткәрергә лә яйын таба, беҙҙең район баҫмаһы менән дә бәйләнеште өҙмәй. Ватанды һаҡлаусылар, Ҡоштар, Әсәйҙәр көндәре айырыуса бында фәһемле үтә, быны “Мораҙым”да баҫылып торған яҙмаларынан уҡып-белеп торабыҙ. Китапханасы балаларҙы китап уҡыуға, әҙәбиәткә, башҡорт халыҡ ижадына йәлеп итеү маҡсатында даими рәүештә бергәләп китап уҡыуҙар, әкиәттәр иленә “сәйәхәттәр”, төрлө викториналар ойоштора. Өлкән быуын кешеләре лә китапханаға эҙен һыуытмай, даими китап уҡыусылары булғанда, мәҙәниәт хеҙмәткәренә лә күңелле. Ҙур теләге булып та, район, йәки республика баҫмаларына яҙылырға аҡсаһын һис арттыра алмаған матбуғат һөйөүселәргә бында “Йәшлек”, “Башҡортостан”, “Мораҙым” гәзиттәрен, “Шоңҡар”, “Тамаша” һәм башҡа журналдарҙы кинәнеп уҡыу мөмкинлеге бар.
- Тормош алға киткән һайын, кеше китаптан ситләшкәндәй булды бит, балалар ҙа компьютерҙан, интернеттан айырылмай. Ауыл китапханаһына килеп аҙ ғына мәлгә булһа ла кешеләр донъя мәшәҡәттәренән арынып тора, бында рухи аҙыҡ ала, ә уҡыусы балалар китап уҡыуға ылыға. Эшебеҙҙең төп бурысы ла нәҡ шунда, - ти йылмайып китапханасы.
Эйе, ауыл китапханаһы – һәр төбәктең биҙәге. Ә Фәүриә Искәндәрова кеүек һөнәрмәндәр – мәҙәни-ағартыу эштәре ярҙамында урындарҙа халыҡты рухи яҡтан берләштереүсе, балаларҙы бер мәлгә булһа ла интернет “тоҙағы”нан йолоп алып китапҡа, әҙәби мөхиткә ылыҡтырыусылар ул.
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: